Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
19 Декабрь 2023, 09:11

Эшен һөйгәнде хөрмәт үҙ итә

Баш ҡалала “Иң яҡшы йыл врачы” конкурсының еңеүселәрен һәм призерҙарын тантаналы бүләкләнеләр. Конкурс бер нисә этапта үтә: тәүҙә еңеүселәрҙе һәр медицина ойошмаһында билдәләйҙәр, ә һуңынан төбәктең иң яҡшы 170 врачы республика финалында ҡатнаша.

Эшен һөйгәнде хөрмәт үҙ итә
Эшен һөйгәнде хөрмәт үҙ итә

Баш ҡалала “Иң яҡшы йыл врачы” конкурсының еңеүселәрен һәм призерҙарын тантаналы бүләкләнеләр. Конкурс бер нисә этапта үтә: тәүҙә еңеүселәрҙе һәр медицина ойошмаһында билдәләйҙәр, ә һуңынан төбәктең иң яҡшы 170 врачы республика финалында ҡатнаша.

- Һеҙ - ысын геройҙар, тирә-яғыбыҙға изгелек, бәхет таратып йәшәйһегеҙ. Барығыҙға ла үҙемдең һәм идара итеүсе команда исеменән рәхмәт белдерәм. Бындай конкурстар медицина хеҙмәткәрҙәре рәттәрен нығытыуға, табип һөнәре статусын күтәреүгә булышлыҡ итә. Номинанттар араһында, һис шикһеҙ, ысын профессионалдар, хеҙмәткәрҙәренең һәм пациенттарының ихтирамын һәм абруйын яулаған ысын һөнәр эйәләре барлығына инанам, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин һәм тармаҡ эшмәкәрлегенә ҙур өлөш индергән һәр кемгә уңыштар теләп, еңеүселәргә бүләктәр тапшырҙы.

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үҙенең ҡотлауында врач һөнәренең ер йөҙөндә иң лайыҡлы һөнәр булыуын билдәләне.
- Еңел булмаған көндәлек хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт. Эшегеҙҙе ысын күңелдән башҡараһығыҙ, бөтә һынауҙарҙы лайыҡлы үтәһегеҙ. Был һеҙҙең өсөн бары - эш, әммә бик лайыҡлы, - тине министр.
Призерҙар араһында Салауат ҡалаһы врачтарының булыуы ла үтә ҡыуаныслы. Уларҙың исемдәре күптәргә таныш, сөнки уларҙың алтын ҡулдары аша йөҙәрләгән пациент үтә, иҫәптәрендә - әллә нисәмә ҡотҡарылған ғүмерҙәр.

Ольга Калинина “Иң яҡшы офтальмолог” номинацияһында беренсе урынды алһа, Динә Михеева “Иң яҡшы педиатр” номинацияһында икенсе урынға сыға. Юрий Зорик “Иң яҡшы отоларинголог” номинацияһында
өсөнсө урынға лайыҡ тип табыла.
Врачтарҙың һәр ҡайһыһы ярҙамға килергә әҙер үҙ һөнәрҙәренең ысын оҫтаһы ғына түгел, ә пациенттар өсөн мәрхәмәтле, оло йөрәкле кеше лә.
- Пациенттарға тоғро хеҙмәтегеҙ һәр ваҡыт шатлыҡ һәм ҡыуаныс килтерһен. Беҙҙең коллективтың ғорурлығы булып ҡалығыҙ, - тигән теләктәрен еткерәләр ҡала дауаханаһынан врачтарҙың коллегалары.
Фото ҡала дауаханаһының матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: