Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Сентябрь 2023, 09:38

Шат һәм сәләмәт йылмайыу

Салауат коррекцион мәктәбендә уҡыусы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн яңы, заманса, бар яҡлап та уңайлы стоматология кабинетын асыу тантанаһы үтте. Был эш Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамы менән тормошҡа ашырылыусы «Үргә ос!» республика мәғариф проектының «Сәләмәт йылмайыу» модуле сиктәрендә башҡарыла.

Шат һәм сәләмәт йылмайыу
Шат һәм сәләмәт йылмайыу

Салауат коррекцион мәктәп уҡыусыларын һәм педагогик коллективты ҡотларға почетлы ҡунаҡтар килде: ҡаланың мәғариф идаралығы начальнигы Марина Вишева, идаралыҡтың баш белгесе Гөлнара Әптекәйева, ҡала дауаханаһының баш врачы урынбаҫары Светлана Миңлебаева, стоматология поликлиникаһы мөдире Ольга Морон, балалар стоматологияһы бүлеге мөдире Луиза Әхмәтова.
- Уҡыу йылы башланыу менән коррекцион мәктәптә иң яҡшы стоматология кабинеттарының береһе асылыуы ҡыуаныслы. Бында һеҙҙең тештәрегеҙ һыҙламаһын өсөн профилактика эштәре алып барыласаҡ. Ошондай уңайлы стоматология кабинетын булдырыу ысынында ҙур хеҙмәт, - тип билдәләне Марина Вишева.
Стоматология кабинеты төрлө патологияларҙы иртә стадияла асыҡларға, квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтергә һәм балаларҙы профилактикаға өйрәтеүгә мөмкинлек бирәсәк.
- Стоматология кабинеты яҡты, матур. Беҙҙең яғымлы, мәрхәмәтле докторҙарға тештәрегеҙҙе күрһәтергә ҡурҡмағыҙ. Әйҙәгеҙ, профилактика үткәреп торайыҡ, шул саҡта йөҙөгөҙҙән сәләмәт йылмайыу китмәҫ. Һеҙҙең уҡыуҙан айырылмай ғына, мәктәптең үҙендә тештәрегеҙҙе дауалау мөмкинлеге бар. Һау-сәләмәт булығыҙ, - тип ҡотланы ҡала дауаханаһының баш врачы урынбаҫары Светлана Миңлебаева һәм балалар уларҙың тештәрен ниндәй ҡоралдар менән дауалауҙары менән таныша алһын өсөн уларҙың макеттары йыйылмаһын бүләк итте.
Стоматология кабинетына капиталь ремонт ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яһала. Ул иң алдынғы, ғәмәлдәге стандарттарға тап килеүсе ҡорамалдар менән йыһазландырыла.
- Проектта ҡатнашыусылар иҫәбенә беҙҙең мәктәптең дә инеүе шатлыҡлы. Стоматология ярҙамы күрһәтеү кабинетының асылыуы - беҙҙең өсөн мөһим, ҙур ваҡиға. Бөгөнгө көндә беҙҙең мәктәптә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 199 бала белем ала. Башҡортостан Хөкүмәте һәм Мәғариф министрлығы ошо изге проекты арҡаһында уҡыусылар уҡыған ерендә үк сифатлы, профессионал дауа ала аласаҡ. Шулай уҡ стоматология сирҙәрен иҫкәртеү буйынса ла саралар алып барыласаҡ, - тип бүлешә Салауат коррекцион мәктәп директоры Татьяна Турбина.
Кабинет заманса стилдә ремонтланған, унда бик яҡты һәм уңайлы. Үҙенсәлекле балалар тейешле стоматология ярҙамы алһын өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Уҡыусыларҙы һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәрен йәш, яғымлы һәм изге күңелле медицина хеҙмәткәрҙәре дауалаясаҡ.
- Коррекцион мәктәптәге стомаология кабинетында штатта врач буласаҡ, ул врач-стоматолог Полина Ҡанбәкова. Йәш доктор, бик иғтибарлы, ихтирамлы, асыҡ, шуға күрә уның был мәктәптә эшләүе бик һәйбәт. Ул балалар менән дә, ата-әсәләр менән дә һөйләшә, уртаҡ тел таба белә, балалар бик ҡәнәғәт ҡалыр, - ти балалар стоматологияһы бүлеге мөдире Луиза Әхмәтова. - Кабинет бик уңайлы, күркәм, яҡшы ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Балалар был кабинетҡа йөрөүҙән бер ҙә ҡурҡмаҫ, тип уйлайым.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: