Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Август 2023, 17:50

Йәш белгестәргә ышаныс ҙур

Медицина өлкәһендә кадрҙар ҡытлығы тураһында күптән һөйләнелә, шулай ҙа яңы һәм йәш белгестәрҙең ҡалаға килеүе, әлбиттә, кәрәкле медицина ярҙамының тейешле кимәлдә күрһәтелеүенә, һәр пациенттың да яҡшы ярҙам аласағына ышаныс тыуҙыра.

Йәш белгестәргә ышаныс ҙур
Йәш белгестәргә ышаныс ҙур

Әлбиттә, медицина өлкәһендә үҙенең һөнәри үҫеше өсөн Салауат ҡалаһын һайлаусы йәш белгестәр артыуы ҡыуандыра. Ошо көндәрҙә Салауат ҡалаһы дауаханаһы коллективы яңы хеҙмәткәрҙәр менән тулыланды. 

Ҡала дауаханаһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 1-се поликлиникала яңы участка терапевы врачы Нәркәс Вәлиева эшләй башлаған. Ҡыҙ Башҡорт дәүләт медицина университетын «Дауалау эше» һөнәре буйынса тамамлаған.

Ҡала дауаханаһында терапевтар сафын тағы ла бер табип Никита Кузнецов тулыландырҙы. Йәш кеше Башҡорт дәүләт университетын «Дауалау эше» һөнәре буйынса тамамлаған. Чапаева урамы, 12 адресы буйынса 2-се поликлиникала эшләйәсәк.
 
1-се поликлиникаға терапевт-врач итеп  Наҙгөл Иҙиәтова ҡабул ителгән. Ул Башҡортостан Республикаһы Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында тыуған. 2023 йылда Башҡортостан дәүләт медицина университетын «Дауалау эше» һөнәр буйынса тамамлаған.
 
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бер ни ваҡыт алдараҡ Салауат ҡалаһы дауаханаһына анестезиолог-реаниматолог Эльза Йәнгәрева ҡабул ителгәйне.
 
- Беҙҙең коллективҡа рәхим итегеҙ! Яңы эштә үҙегеҙҙең барлыҡ һөнәри оҫталығығыҙҙы күрһәтеүегеҙҙе, тырышлығығыҙың һөҙөмтәле булыуын теләйбеҙ. Үҫеш һәм уңыштар! - тип теләй коллегалары йәш белгестәргә.
 
 
 
Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: