Бөйөр, башҡа органдар кеүек үк, кешенең организмында мөһим роль уйнай. Улар ҡанды таҙарта, организмдың химик гомеостаз регуляцияһын башҡара. Бөйөрҙәре менән етди проблемалары булған кешеләргә ниҙәр кисерергә тура килгәнен улар үҙҙәре генә беләлер. Ә ҡайһы берәүҙәрҙең был органы бөтөнләй юҡ бит. Бәхеткә, заманса медицинаның был юлды хәл итеү мөмкинлеге бар: пациенттарға ҡанды бөйөрҙән башҡа таҙартыу алымы булып торған гемодиализ процедураһы ярҙамға килә. “Яһалма бөйөр” аппаратының үҙенсәлектәре тураһында ентеклерәк “Экома” амбулатор гемодиализ үҙәге бүлеге мөдире Алик Бикйәнов менән әңгәмәләшеү форсаты тейҙе.
- Беҙҙең ҡалала бөйөрҙәре менән проблемалары булған кешеләргә гемодиализ нисәнсе йылдан алып үткәрелә?
- Ҡалала үҙәк 2013 йылдан алып эшләй. Тик ул ваҡытта 2-се ҡала поликлиникаһы биләмәһендә урынлашҡайны. Сирлеләр һанының артыуы ҙурыраҡ бина талап итте. Һәм беҙ быға ирештек: үҙәктең юбилейына, 2022 йылдың 7 ноябрендә, беҙ иркенерәк, пациенттар өсөн уңайлыраҡ бинаға күстек.
- Нимә ул гемодиализ?
- Гемодиализ - ҡандан алмашыу продукттарын һәм ағыулы матдәләрҙе сығарыу, организмда һыу-электролит һәм кислота-һелте балансын көйләү өсөн ҡулланылған ысул ул. Пациенттарға бушлай амбулатор ярҙам күрһәтелә.
- Сирлеләр аппарат аҫтында нисә сәғәт үткәрә?
- Барыһы ла ауырыуҙың даигнозына һәм уның торошона бәйле. Гемодиализға яңы ғына эләккәндәргә оҙаҡ дауаланыу уҙғарырға ярамай. Тәүге ваҡытта ике сәғәт тә етә, һуңынан яйлап ваҡытты арттырабыҙ. Бер процедура, ғәҙәттә, дүрт сәғәт дауам итә.
- Пациенттар процедуранан һуң үҙҙәрен нисек тоя?
- Күпкә яҡшыраҡ. Күҙ алдына ғына килтерегеҙ: кеше килгәндә 72 кг ауырлыҡта була, ә 65 кг менән ҡайтып китә. Бөтә зарарлы матдәләр ҡыуып сығарыла, организм буйынса таралған артыҡ һыуҙы ла алабыҙ. Бер пациенттың аҙна эсендә 40 кг һыуын һурҙырҙыҡ. 132 кг ине, 92-гә ҡалды.
- Пациенттар ниндәй ауырыуҙар менән килә?
- Башлыса, бөйөр ауырыуҙары менән: нефрит, пиелонефрит, гломерулонефрит. Киҫкен ағыуланыуҙар менән дә ҡабул итәбеҙ.
- Беҙ әңгәмәләшкән пациенттар үҙәктә дауаланыу өсөн яҡшы шарттар булдырылыуын билдәләне.
- Дөрөҫ, бында бөтә уңайлыҡтар булдырылған: лифт ҡуйылды, пациенттарҙы махсус транспорт өйҙәренән барып ала, кире илтеп ҡуя. Шулай уҡ процедуранан һуң ял итеү бүлмәһе лә бар.
- Ә ҡорамалдар тураһында ни әйтерһегеҙ?
- Йыл башында гемодиализ өлкәһендә донъяуи лидерҙарҙың береһе булып торған компанияның заманса ҡорамалдарын алдыҡ. Аппараттар аҡыллы: таҙартыныу дәрәжәһен күрһәтә, пациенттың ҡан баҫымын да үлсәй. Ниндәйҙер тайпылыштар була ҡалһа, сирлегә ярҙам күрһәтеүгә ишара яһап, сигнал бирә
- “Яһалма бөйөр” кешенең ғүмерен оҙайта аламы?
- Барыһы ла үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән. Иң мөһиме, процедураға ваҡытында эләгергә. Юғиһә, һуң булып ҡуйыуы бар. Пациенттарыбыҙ араһында 20 йылдан ашыу йөрөгәндәре лә етерлек.
- Бүлектә нисә кеше дауаланыу уҙа? Улар уртаса нисә йәштә?
- Беҙҙә төрлө йәшгтәге 46 сирле дауалана. Иң йәшенә 28 йәш булһа, иң өлкәненә - 85.Тағы ла йәшерәктәре бар ине, уларға транспалнтация үткәрелде.
- Бөйөрҙәрҙе күсереп ултыртыу был органдың тулыһынса эшкә һәләтлелеген гарантиялай аламы?
- Күп осраҡта, һөҙөмтә яҡшы. 2013 йылдан 2023 йылға тиклем 16 сирлегә бөйөрҙө күсереп ултыртыу буйынса операция яһанылар, уларҙың берәүһе генә гемодиализға кире әйләнеп ҡайтты. Күп нимә күсерелгән бөйөрҙән тора.
- Үҙәк нисек эшләй?
- Үҙәктең ишеге, йәкшәмбенән башҡа, бөтә көндәрҙә лә асыҡ. Шишәмбе, кесаҙана, шәмбе - ике смена, дүшәмбе, шаршамбы, йома - өс смена. Өсөнсө смена, башлыса, эшләүсе пациенттарҙы ҡайғыртып булдырылды. Пациенттарҙың һаны ла ике смена менән генә сикләнеп булмаясағына ишараланы.
- Бөйөрҙәрҙе һау-сәләмәт килеш һаҡлау буйынса ниндәй кәңәштәр бирерһегеҙ?
- Ваҡытында врачҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Аҙ ғына сир билдәләрен дә инҡар итмәгеҙ. Анализдарҙа креатинин һәм мочевина кеүек күрһәткестәргә иғтибар бирергә кәңәш итер инем. Мотлаҡ диспансеризация
үтергә һәм дөрөҫ туҡланырға. Ревматоидлы артрит, подагра, йөрәктең хәлһеҙлеге һәм башҡа бик күп сирҙәр бөйөрҙәргә насар йоғонто яһай. Сәләмәт тормош рәүеше алып барыу, кәүҙә ауырлығын, ҡан баҫымын даими күҙәтеп тороу, ауыртыуҙы баҫа торған препараттарҙы, антибиотиктарҙы һирәк һәм үтә кәрәкле осраҡтарҙа ғына ҡулланыу бөйөр эшмәкәрлеген тейешле кимәлдә һаҡларға ярҙам итә.
Беҙ аралашҡан пациенттар был үҙәктең уларҙы, ысын мәғәнәһендә, тормошҡа ҡайтарыуы тураһында һөйләне. Билдәле сәбәптәр буйынса, улар исем-шәрифтәрен күрһәтмәүен һораны.
- Йыш ҡына ҡан баҫымым күтәрелеп йонсотто. Бының нимә менән бәйле булыуын бер нисек тә асыҡлай алманылар. Ул ваҡытта апайым диализда ине. Уны туғандарығыҙ ҙа тикшереү үтһен, тип иҫкәрткәндәр. Тик борсолоу өсөн артыҡ сәбәп булмағас, быға бик ҡолаҡ һалманым. 2015 йылда диспансеризация үткәндә анализдар организмымда ялһынһыныу процесы булыуын күрһәтте. Оҙайлы тикшерелгәндән һуң бөйөрҙәрҙә киста икәнлеге асыҡланды. Ҡала дауаханаһында ла, Өфөлә лә дауаландым, һуңынан гемодиализға ебәрҙеләр. Бында ауыр хәлдә килеп эләктем. Гел ҡоҫҡо килде, апппетит юҡ, ҡан баҫымым юғары булды. Тәүге процедураларҙан һуң еңелек һиҙҙем. Әле үҙемде яҡшы тоям. Алик Вәхит улы, һис арттырыуһыҙ, булмышы менән врач, иғтибарлы. Ай һайын анализ биреп торабыҙ, ул һөҙөмтәләр менән беҙҙе таныштыра, элеккеләре менән сағыштыра. Дауаланыу үткәндә һәр ваҡыт беҙҙең янда, хәлебеҙҙе һорашып тора. Бөтә коллективҡа рәхмәтлемен. Был үҙәк булмаһа, аҙағы нимә менән тамамланыуын күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс
хатта, - ти пациенттарҙың береһе.
- Минең шәкәр диабеты ине. Һуңынан ковид менән бик ауыр сирләнем. Стәрлетамаҡҡа алып киткәндә үпкәнең 60 проценты зарарланғайны. Унан сыҡҡандан һуң да дауаханалар, врачтар буйлап күп йөрөлдө. Хәлем насарайғандан-насарая барҙы. Тора-бара постелдән дә тора алмай башланым, аяҡтар ныҡ шешенде. Ҡала дауаханаһында ятҡанда Алик Вәхит улы килеп гемодиализ кеүек процедураның барлығы тураһында һөйләне. Ризалаштым, беренсе процедуранан һуң хәл керә башланы. Быны ысын мөғжизәгә тиңләрлек. Үҙәккә 2020 йылдан бирле аҙнаһына ике тапҡыр йөрөйөм. Хәҙер үҙем руль артындамын, баҡсаға ла барам, ҡайһы саҡта балыҡҡа ла сығып китәм. Ә элек был турала хыялланырға ғына ҡала ине.