Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Июль 2023, 14:50

Булмышы менән табип

Ҡала дауаханаһының паллиатив медицина ярҙамы бүлеге мөдире Руслан Ғайнанов врач һөнәрен осраҡлы һайлай, һуңынан хеҙмәте уның булмышына әйләнә.

Руслан Рәшит улы 1978 йылдың 25 февралендә Салауат ҡалаһында тыуа. 16-сы мәктәпте тамамлағандан һуң Салауат медицина училищеһына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын психоневрология диспансерында башлай.
- 11-се кластан һуң ҡайҙа уҡырға барыу һорауын хәл иткәндә, ата-әсәйем менән һөйләшеп медицина училищеһына инеү ҡарарына килдек. Ә врач булыу теләге һуңыраҡ, диспансерҙа эшләп йөрөгәндә барлыҡҡа килде, - тип билдәләй Руслан Ғайнанов.
Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алыу менән бер рәттән ул ул тәжрибә лә туплай, баш ҡаланың 5-се клиник дауаханаһында медбрат, һуңынан үҙәк ашығыс медицина ярҙамы подстанцияһында фельдшер булып эшләй. 2009 йылда тыуған Салауат ҡалаһына ҡайтып, «Терапия» йүнәлеше буйынса интернатура үтә һәм төҙөүселәр поликлиникаһында хеҙмәт юлын дауам итә. Медицинаға тәүге аҙымдарын яһағанда яраҙм иткән остаз врачтары Елена Ласицкайте, Алик Бикйәнов, Рәзим Мөхәмәтғәриповты йылы итеп иҫкә ала ул.
Руслан Ғайнанов 1-се ҡала поликлиникаһында участка терапевы булып 12 йыл эшләй. Коронавирус ваҡытында өс тапҡыр ковид-госпиталдә медицина бурыстарын үтәй. Ҡала дауаханаһының паллиатив медицина ярҙамы бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнеүенә бер йыл булып килә.
- Участка терапевы вазифаһынан киткәндә үҙемдең пациенттарымды ҡалдырыу бик йәл булды, сөнки күптәре яҡын кешең кеүек. Уларҙың миңә ҡарата ихтирамлы, рәхмәтле булыуы минең дәртләнеп эшләүемә көс бирҙе, - ти табип.
Һәр һөнәрҙә лә ауырлыҡтар бар, иң мөһиме үҙеңде бағышлаған эште яратырға кәрәк, тигән фекерҙә Руслан Ғайнанов.
- Беҙҙең Салауат ҡала дауаханаһында, башҡа ҡала һәм район дауаханалары менән сағыштырғанда, шарттар йылдан-йыл яҡшыра, тимәк эшләргә була. Тик бына кадраҙра мәсьәләһен генә хәл итергә кәрәк, - ти бүлек мөдире.
Әлеге ваҡытта паллиатив медицина ярҙамы бүлеге 20 кешегә иҫәпләнгән, кәм тигәндә өс табип булырға тейеш, әммә врач берәү. Бүлек коллективы ҙур булмаһа ла, дуҫ, татыу һәм бер-береһенә терәк.
Тормош иптәше менән улар медицина университетында бер төркөмдә белем ала. Бөгөн инде улар дүрт бала тәрбиәләй. Регина Әлфәт ҡыҙы 19-сы холоҡ төҙәтеү колонияһында медицина часы етәксеһе булып эшләй. Уларҙың икеһе лә бер өлкәгә хеҙмәт иткәнгә күрә, бер-береһен яҡшы аңлайҙар, өйҙә лә һөйләшер темалары уртаҡ. Ғаилә башлығы спорт менән дуҫлыҡты өҙмәй, велосипедта йөрөргә ярата, хатта эшкә лә ошо ике тәгәрмәсле транспортта йөрөүгә өҫтөнлөк бирә.
- Врач һөнәре, кешеләргә ярҙам итеү - минең булмышым. Ә пациенттарыңдан рәхмәт һүҙҙәре ишетеү беҙҙең хеҙмәтебеҙгә иң юғары баһа, - ти паллиатив медицина ярҙамы мөдире Руслан Ғайнанов.

Булмышы менән табип
Булмышы менән табип
Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: