Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
30 Июнь 2023, 14:53

“Врач булыуым менән ғорурланам”

2021 йылдан ҡаланың балалар поликлиникаһын етәкләгән тәжрибәле врач Динә Михеева бәләкәйҙән табип булырға хыяллана.

“Врач булыуым менән ғорурланам”
“Врач булыуым менән ғорурланам”

2021 йылдан ҡаланың балалар поликлиникаһын етәкләгән тәжрибәле врач Динә Михеева бәләкәйҙән табип булырға хыяллана.

- Апайым менән һәр ваҡыт врач булып уйнаныҡ, ҡурсаҡтарҙы, бер-беребеҙҙе дауаланыҡ. Мәктәпте тамамлағас документтарымды Ырымбур дәүләт медицина университетына тапшырҙым. Конкурс ҙур булыуға ҡарамаҫтан, имтихандарҙы уңышлы биреп, уҡырға инеп киттем, - ти ул.
Университетта “Врач” һөнәре буйынса уҡыуын 2006, “Педиатрия” буйынса интернатураны 2007 йылда тамамлай, 2012 һәм 2021 йылдарҙа квалификация үҫтереү курстарын уҙа. 2007 йылда ҡулына диплом алған 
йәш белгес Ырымбур өлкәһенең үҙәк район дауаханаһына эшкә юллана.
- Эш ҡатмарлы булды. Балалар бүлегендә врач-ординатормын, обходтарға йөрөйөм һәм бала табыу  йортонда әсәләргә сабыйҙарын донъяға килтерергә ярҙам итәм, стационарҙа дежурлыҡ алам. Остазым Валентина Горюнованан күп нәмәгә өйрәндем, - ти табип.
Бынан тыш, дөйөм практика врачы булараҡ, Динә Михееваны өйөнән ҡабул итеү бүлегенә лә саҡырталар.
- Бындай режимда ярты йыл эшләнем, ә артабан тағы ла ауырыраҡ була башланы. Минең мөдир дүрт айға уҡырға китте, ә мин япа-яңғыҙым ҡалдым. Эш менән бала табыу йорто стационары араһында өҙгөләндем, - ти
Динә Михеева һәм тап ошо ҡатмарлы осор кескәйҙәр менән эшләүҙәге тәжрибәһен арттырыуын билдәләне. Унда бер йыл эшләгәндән һуң врач 2008 йылда Салауат ҡалаһына күсеп, балалар дауаханаһының педиатрия
бүлегенә эшкә урынлаша.
- Эш ауыр булды. Ул ваҡытта педиатрия бүлеге стационарында врачтар етешмәне, күп дежур итергә тура килде. Әммә мин шул рәүешле көндән-көн тәжрибә тупланым. Һуңынан тормош шарттары арҡаһында Салауаттан тыуған яғым Коми республикаһының Печора ҡалаһына ҡайтып киттем. Стационарҙа  эшләүемде дауам иттем, бала табыу йортонда ла дежурлыҡ алдым. Ялһыҙ тәүлек ярымышар эшләгән ваҡыттар
ҙа булды. Ошо режимда алты ай хеҙмәт бурыстарымды башҡарҙым, - тип бүлешә Динә Михеева.
Бер нисә йыл Мәскәүҙә эшләгәндән һуң Динә Михеева Салауатҡа ҡайта. 2021 йылда уға ҡала балалар дауаханаһының педиатрия бүлеге мөдире вазифаһын тәҡдим итәләр.
- Кадрҙар ҡытлығы ҙур. Поликлиникаға белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн ҡала дауаханаһы етәкселеге менән берлектә ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйбеҙ. Аҙ булһаҡ та, иңебеҙгә һалынған бурыстарҙы тулыһынса башҡарабыҙ. Эшем ауыр булыуға ҡарамаҫтан, ҡайтанан һөнәр һайлау мөмкинлеге тыуһа, ҡарарымды бер үҙгәртмәҫ инем. Табип булыуым менән ғорурланам.
Врач «Иң яҡшы йыл врачы» Бөтә Рәсәй конкурсының II республика этабында «Иң яҡшы участка педиатры» номинацияһында маҡтаулы икенсе урынды ала. 
Алена БИЗИКИНА фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: