Шулай ти балалар дауаханаһының анестезиология һәм реанимация бүлегемөдире Әлфиә Әбүбәкерова.
Ул Ишембай районының Этҡол ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә донъяға килә. Мәктәпте тамамлауға ҡыҙ врач булам тигән ныҡлы ҡарарға килә.
- Үҙҙәре мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре булғас, әлбиттә, ата-әсәйем мине педагог итеп күрергә теләне. Әммә һөнәргә һәр кем күңел ҡушыуы буйынса килергә тейеш. Үҙемде тик медицинала ғына күрҙем, - ти Әлфиә Тимербай ҡыҙы.
Ул Салауат балалар дауаханаһына эшкә 1989 йылда килә.
- Институтты тамамлағандан һуң йүнәлтмә буйынса Свердловск өлкәһенә ебәргәйнеләр. Әммә күңелем уны үҙһенмәне, тыуған республикамды, төйәгемде һағындым. Шуға бер йылдан һуң, үҙ яғыма ҡайтып, Салауатҡа эшкә урынлаштым. Тәүҙә бүлексәлә булдым, һуңынан реанимацияға күстем. 2006 йылдан - ошо бүлек мөдире, - ти ул.
Бүлек буйлап уҙабыҙ. Палаталар кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыуға ҡайтып ҡалған ҡорамалдар, аппараттар менән йыһазландырылған. Шәфҡәт туташы сирлеләрҙең хәлен монитор аша күҙәтеп ултыра, йәғни улар бер минутҡа ла яңғыҙҙары ҡалмай. Бөтә әмә төплө уйланылған. Күңелгә шом да инеп ҡуя, реанимацияға, башлыса, хәле киҫкендәр эләгә. Ә ошо пациенттарҙың бүлектән имен-аман терелеп сығыуы Әлфиә Әбүбәкерова
кеүек квалификациялы белгестәрҙең юғары профессионаллегенән тора.
- Эшебеҙҙең төп йүнәлеше - йәшәү өсөн мөһим органдарҙың эшмәкәрлеген көйләү. Наркоз миҡдарын тәғәйенләгәндә препараттар менән бик һаҡ эш итергә кәрәк. Анестезия ебәрер алдынан баланың хәле тураһында тулы мәғлүмәт алабыҙ. Шулай уҡ планлы һәм ашығыс операциялар бар. Бала уянып, сәләмәтлек торошо яҡшыра башлағас, уны бүлектәргә күсерәбеҙ. Иң мөһиме, ҡаушамаҫҡа, ҡурҡмаҫҡа, ә кисекмәҫтән эшкә тотонорға кәрәк, - ти врач. Ысынлап та, бүлек ябайҙарҙан түгел. Врачтар иңендә балаларҙың сәләмәтлеге һәм ғүмере өсөн оло яуаплылыҡ ята.
- Бала - бауыр ите. Ата-әсә уның өсөн утҡа ла, һыуға ла керергә әҙер. Реанимациялағы балаларҙың ата-әсәләренең кисерештәрен һүҙҙәр менән генә аңлатыу мөмкин түгел. Ишек артында улар беҙҙән тик яҡшы хәбәрҙәр генә көтә. Шуға беҙҙең коллектив бының өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә бурыслы. Эшеңде ихлас күңелдән яратып башҡарғанда ғына уның ауырлығы һиҙелмәй. Белемебеҙҙе даими камиллаштырабыҙ, сөнки медицина үҫешә, шуға заман менән бергә атларға кәрәк. Ике врачтан башҡа, бүлектә шәфҡәт туташтары, санитаркалар тырышып эшләй, - ти мөдир.
Уның берҙән-бер ҡыҙы Диана ла әсәһе юлынан киткән.
- Бәләкәй ваҡытында, дауахананан саҡыртһалар, ҡыҙымды нимә етте, шуға төрөп икәүләп дауаханаға юлланыр инек. Эштең үҙенсәлектәрен, нескәлектерен күреп үҫкәнгәме, ул да медицинаны һайланы. Әле медицина
университетының беренсе курсын тамамлай. Үҙенә оҡшай, тырышып уҡып йөрөй, - тип һүҙен йомғаҡланы Әлфиә Тимербай ҡыҙы.
Алена БИЗИКИНА фотоһы.