Йыл һайын июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә сирлеләрҙә йәшәүгә өмөт уятҡан иң изге һөнәр эйәләре - медицина хеҙмәткәрҙәре, үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Шул уңайҙан “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайында ҡала медицина ойошмаларының хеҙмәткәрҙәрен ҡотланылар.
Был көндө медиктарға хеҙмәттәштәре менән формаль булмаған шарттарҙа аралашыу, һөйләшеү форсаты тейҙе. Бер өҙлөкһөҙ кеше сәләмәтлеге һағында торғанға күрә ҡәҙимге көндәрҙә уларға бындай мөмкинлек эләкмәй. Фойела ойошторолған фотозонала күмәкләп фотоға төштөләр, залда заманса медицина кейеме дефилеһы үтте, ҡала медицина ойошмаларының эшмәкәрлеге тураһындағы видеофильмды барыһы ла йылы ҡабул итте.
Фәрештәләргә тиң аҡ халатлыларҙы ҡотларға килгән абруйлы ҡунаҡтар араһында республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының өлкәндәргә медицина ярҙамын ойоштороу бүлеге начальнигы урынбаҫары Люциә Әхмәтова, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Илья Дмитриев, ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау, ҡала дауаханаһының баш врачы Алик Янышев та бар ине.
- Хөрмәтле һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Хеҙмәтегеҙ ҡатмарлы һәм ауыр. Медицина тармағында үҙ эшен ихлас яратҡандар ғына ҡала, сөнки иңегеҙҙә иң оло яуаплылыҡ - кеше ғүмере һәм һаулығы ята. Пациенттарығыҙҙан тик рәхмәт һүҙҙәре генә ишетергә яҙһын, иртәгәге көнгә ышаныс менән ҡарағыҙ, - тине үҙ телмәрендә Артур Рундау.
Уның һүҙҙәрен Илья Дмитриев та ҡеүәтләне.
- Видеофильмды ҡарап, ҡаланың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ҙур алға китеш булыуын күрҙек. Был бик яҡшы күренеш. Яңы транспорт, заманса ҡорамалдар алына, үҫеш тулы ҡеүәттә бара. Көндәлек хеҙмәтегеҙ тәрән белем, иғтибарлыҡ һәм сыҙамлыҡ талап итә. Күпме кешенең сәләмәтлеге, ғүмере тап һеҙҙең хеҙмәтегеҙгә бәйле. Коронавирус осоронда ла эшегеҙҙе һөҙөмтәле башҡарҙығыҙ. Әле лә күп коллегаларыбыҙ махсус хәрби операция зонаһында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәй. Артабан да юғары уңыштарға, ҡаҙаныштарға ирешеп хеҙмәт эшмәкәрлегегеҙҙе дауам итегеҙ, - тине ул.
Ҡала дауаханаһының медицина хеҙмәткәрҙәре командаһын етәкләгән баш врач Алик Янышев та ҡотлауҙарҙан ситтә ҡалманы.
- Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө - врачтарҙың, шәфҡәт туташтарының, фельдшерҙарҙың һәм быға ҡағылышы булғандарҙың барыһының да еңелдән булмаған эше тураһында тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрөү өсөн бер сәбәп ул. Һеҙ үҙ эшегеҙҙе яҡшы беләһегеҙ, көнгә, төнгә ҡарамай, ярҙамға килергә әҙерһегеҙ. Һәр ҡайһығыҙҙың, пациенттар бары рәхмәт һүҙҙәре әйтһен өсөн ҡулығыҙҙан килгәндең бөтәһен дә эшләүегеҙгә ышанам,- тине Алик Рәмил улы.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең хөрмәтле ветерандарын залда ултырыусылар аяғүрә баҫып көслө алҡыштарға күмде, бүләктәр ҙә тапшырылды.
Был көндө йыл һайын уҙғарылған “Иң яҡшы йыл врачы” республика конкурсында юғары һөҙөмтәләргә ирешкән беҙҙең ҡала врачтары ла билдәләп үтелде. Шулай уҡ мобилизацияланған врачтар, ирекмән-медиктар, ирекмәндәр адресына йылы һүҙҙәр әйтелде. Махсус хәрби операция зонаһындағы һалдаттарға гуманитар ярҙам ойошторған Салауат медицина колледжы студенттары һәм уҡытыусылары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Иң яҡшылары тип танылған хеҙмәткәрҙәр төрлө мәртәбәле наградаларға эйә булды.
Ҡала дауаханаһының 2-се поликлиника мөдире Гүзәл Байбулатова “Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһе менән бүләкләнде.
- Салауатҡа 1986 йылда йүнәлтмә буйынса эшкә килдем. Терапевт булып эш башланым, көндөҙгө стационар мөдире, баш врач урынбаҫары булдым. 2020 йылдан 2-се поликлиника мөдире. Бәләкәйҙән табип булғым килде һәм хыялыма бер ваҡытта ла хыянат итмәнем. 1-се класты тамамлағандан һуң үпкәгә һалҡын алдырып дауаханаға эләктем. Аҡ халатлыларҙың кешеләрҙе дарыуҙар ғына түгел, ә йылы һүҙҙәре менән дә дауалауын күреү һоҡландырҙы. Бәлки ошо хәл дә буласаҡ һөнәремде һайлауға сәбәпсе булғандыр. Үҙемде башҡа өлкәлә күҙ алдына ла килтерә алмайым. Эшемде юғары баһалағандары өсөн етәкселекккә рәхмәт, - ти Гүзәл Басир ҡыҙы.
Ҡала дауаханаһы балалар поликлиникаһының педиатрия бүлеге мөдире Зөлфиә Хәбибуллинаға Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының почет грамотаһы тапшырылды.
- Балалар поликлиникаһында 1990йылдан бирле эшләйем. Бәләкәстәрҙе бик яратам, улар менән аралашам, уларҙан өйрәнәм. Уҡытыусылар мине педагог итеп күрергә теләһә лә, мин медицина юлын һайланым. Медицина өлкәһендә эшләү - ул бөтә тормошомдоң мәғәнәһе, күңел йыуанысы. Бөгөнгө бүләкләү көтөлмәгән булды, бының өсөн ҡала дауаханаһы етәкселегенә, коллективыма, коллегаларыма рәхмәт белдерәм, - тине Зөлфиә Рунар ҡыҙы.
Байрамды ҡаланың ижади коллективтарының матур сығыштары биҙәне. Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө Медиктар гимны менән тамамланды.