газета "Салауат"
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Февраль 2023, 09:26

Яҡшы һөҙөмтәләр ҡанат ҡуя, киреләре һабаҡ бирә

Салауат ҡала дауаханаһының йыйылыштар залында уҙғарылған киңәйтелгән кәңәшмәлә 2022 йыл эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, 2023 йылға өҫтөнлөклө бурыстар билдәләнде.

Яҡшы һөҙөмтәләр ҡанат ҡуя, киреләре һабаҡ бирә
Яҡшы һөҙөмтәләр ҡанат ҡуя, киреләре һабаҡ бирә

Салауат ҡала дауаханаһының йыйылыштар залында уҙғарылған киңәйтелгән кәңәшмәлә 2022 йыл эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, 2023 йылға өҫтөнлөклө бурыстар билдәләнде.

- Ҡала дауаханаһы - бөтә медицина ярҙамы төрҙәрен күрһәтеүсе республикалағы иң эре медицина учреждениеларының береһе. Бындай кәңәшмә, тәү сиратта, башҡарылған эштәргә баһа бирер өсөн үткәрелә. Ыңғай һөҙөмтәләр ғорурлыҡ тыуҙырып, ҡаҙаныштарҙы билдәләргә ярҙам итһә, насарҙары һабаҡ бирә, - тине ҡала дауаханаһының баш врачы Илшат Яппаров.
Граждандарҙың һаулығын һаҡлау һәм яҡшыртыу - һәр медицина ойошмаһының төп бурысы. Шуға ҡала дауаханаһы “Һаулыҡ һаҡлау” һәм “Демография” милли проекттары сиктәрендә ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү буйынса эште дауам итә.
- Был проекттарҙың төп бурысы булып халыҡтың үлем кимәлен түбәнәйтеү, ғүмер оҙайлылығын һәм тыуымды арттырыу тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡалала үлем тыуымдан күберәк. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив сәләмәтлеген яҡшыртыу буйынса эш алып барыла, - ти баш врач.

Уның әйтеүенсә, кешеләр йышыраҡ ҡан әйләнеше, нервы системалары ауырыуҙарынан, яман шештән үлә. Уларға ҡаршы көрәшкә бөтә саралар йүнәлтелгән. Сәләмәт тормош рәүешен алып барыуға һәм сирҙәрҙе профилактикалауға төп баҫым яһала. Үҙенең сәләмәтлеге тураһында кеше, тәү сиратта, үҙе хәстәрлек күрергә тейеш. Былтыр милли проект сиктәрендә 37 645 кеше диспансеризация һәм профилактик тикшеренеү үткән, 40 меңдән ашыу сир асыҡланған. Былтыр дауахана структураһы һиҙелерлек үҙгәрештәр кисерә: ашығыс ярҙам күрһәтеү бүлеге һәм “Инеш” балалар шифаханаһы уның составынан сыға, хирургик үҙәк нигеҙендә
абдоминаль онкология бүлеге асыла, өлкәндәрҙең диспансеризацияһын яҡшыртыу өсөн медицина профилактикаһы үҙәге ойошторола. Эшләүсе врачтарҙың профессиональ әҙерлегенә лә иғтибар бүленә. 2022 йылда    1 млн һумдан ашыу суммаға  контракт төҙөлгән “АКТИОН-360” платформаһы ярҙамында 1050 хеҙмәткәр белемен камиллаштырған. Ҡала дауаханаһының яңы белгестәрҙе йәлеп итеү буйынса комплекслы эше
ил кимәлендә билдәләнә - ҡаланың медицина ойошмаһы йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу практикаһы бөтә Рәсәй конкурсында өсөнсө урын ала.
- 2022 йылда ҙур эш башҡарылды. һөҙөмтәләр буйынса, бер баҫҡысҡа өҫкә күтәрелдек. Уҙған йыл беҙҙең мөмкинлектәрҙе, нисек эшләй алыуыбыҙҙы, коллективтың татыулығын һәм берҙәмлеген күрһәтте. Ағымдағы
йылға иң өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе булып кадрҙарҙы йәлеп итеү буйынса эште дауам итеү тора. Беренсел тармаҡҡа ҙур иғтибар биреләсәк, медицина ярҙамы сифатын яҡшыртырлыҡ проекттар бойомға ашырыласаҡ, поликлиникалар эшендә сирҙәрҙе профилактикалау йүнәлеше үҫешәсәк. Әлбиттә, эшебеҙгә яңы, юғары технологиялы дауалау алымдарын индерәсәкбеҙ, - тип өҫтәне Илшат Яппаров.

Кәңәшмәлә тырыш, фиҙаҡәр хеҙмәткәрҙәрҙе лә билдәләп үттеләр. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Стәрлетамаҡ муниципаль округы буйынса төп штаттан тыш белгесе Борис Шәрипов һәм ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Олеся Арестова ҡала дауаханаһы хеҙмәткәрҙәрен Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм ҡала хакимиәтенең грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Почетлы наградалар менән ҡала дауаханаһының баш врачы Илшат Яппаров, граждандар оборонаһы штабы начальнигы Игорь Прокофьев, граждандар оборонаһы белгесе Марина Зайцева, врач- эндоскопист Илүзә Халиҡова,
терапия йүнәлешендәге көндөҙгө стационарҙың палата шәфҡәт туташы Гүзәл Ғиззәтова, рентгенэндоваскуляр диагностикаһы һәм дауалау буйынса врач Рәшит Кинйәкәйев, психиатрия бүлегенең палата шәфҡәт туташы Елена Чаплыгина, 1-се поликлиника участка врач-терапевы Зилә Ильясова һәм балалар поликлиникаһының участка шәфҡәт туташы Светлана Ширшова бүләкләнде.
- Мин министрлыҡ вәкиле булараҡ түгел, ә медицина учреждениеһы етәксеһе булараҡ әйтәм: һөҙөмтәләр артында күпме тырышлыҡ һәм көс ятыуын беләм һәм аңлайым. Иң мөһиме, ирешелгәндәрҙән түбән төшмәҫкә. Салауат ҡала дауаханаһының ғорурланырлыҡ уңыштары бар, тимәк, 2023 йылда ла һынатмаҫҡа кәрәк, - тине Борис Шәрипов.
- Социаль өлкә үҫеш мәсьәләһе хакимиәттең һәм депутаттар корпусының даими иғтибары үҙәгендә. Иң ҙур ҡиммәт ҡала халҡының сәләмәтлеге икәнен яҡшы аңлайбыҙ. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, сәләмәт һәм бәхетле кеше хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу өсөн ҙур потенциал. Шуға һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре депутаттар өсөн дә тәүмаҡсат булып тора, - тине ҡала Советы рәйесе Лариса Давыдова.
Ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Олеся Арестова алға ҡуйылған бурыстарҙы атҡарып сығыуҙа медицина өлкәһендә эшләүселәрҙең тырыш хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ, тип билдәләне.
- Беҙ 2020 йылдың февралендә, ковидҡа бәйле, эште өр-яңынан төҙөй алдыҡ. Ковид госпитале уңышлы эшләне  - республикала иң түбән процент булды. Коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш дауам итә. Вакцинациялау һәм ревакцинациялау буйынса ла алдынғылыҡтабыҙ. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм дәүләт ҡуйған  бурыстарҙы ла мөмкин тиклем яҡшыраҡ башҡарып сығырға тырышабыҙ, - тине ул.

Алена БИЗИКИНА фотолары.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: