газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
11 Февраль 2023, 10:20

Төрлө операцияларҙа ҡулланыу мөмкин

Ошо көндәрҙә ҡала дауаханаһы универсаль операция өҫтәле менән тәьмин ителде. Салауат медицина учреждениеларына «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә ҡайтарылған заманса ҡорамалдар врачтарға медицина хеҙмәтен яҡшы кимәлдә күрһәтеүгә, ә пациенттарға сифатлы дауаланыу алырға мөмкинлек бирә. Операциялар блогында универсаль өҫтәлдең ҡуйылыуы ла ошо йүнәлештәге эштең бер яҡшы күрһәткесе.

Төрлө операцияларҙа ҡулланыу мөмкин
Төрлө операцияларҙа ҡулланыу мөмкин

Мөһим ваҡиға менән «Бәйләнештә» социаль селтәрендә ҡала дауаханаһының баш врачы Илшат Яппаров бүлеште.
Өҫтәл юҡҡа ғына универсаль тип аталмай, сөнки уны дөйөм хирургияла ла, проктологияла ла, урологияла, нейрохирургияла, ортопедия һәм травмотология операцияларын уҙғарғанда ҡулланырға мөмкин.
- Бейеклеген, киңлеккә секцияларҙы көйләү мөмкинлеге, стандарт универсаль алына торған ҡулайламарҙы ҡулланыу, панелдәренең үҙгәртелеүе пациентты операция өсөн кәрәкле хәлдә фиксациялауға мөмкинлек бирә, хирург һәм уның ассистенттарына операция башҡарғанда уңайлыҡтар тыуҙыра, - тип белдерә яңы медицина йыһазының өҫтөнлөктәре хаҡында Илшат Яппаров.

Фото ҡала дауаханаһынан.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: