Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Ноябрь 2022, 17:55

Һаулыҡ һаҡлауҙағы фиҙаҡәр хеҙмәт

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм һөнәри бурыстарын үтәгәндәге фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн, Башҡортостандың 29 медицина хеҙмәткәренә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың рәхмәте белдерелде. Улар араһында Салауат ҡалаһынан ике белгес бар - 1-се хирургия бүлеге мөдире, хирург врач Вениамин Герасимов һәм гинекология бүлегенең операцион шәфҡәт туташы Лилиә Хәлитова.

Бүләкләү тантанаһын Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үткәрҙе. Ул табиптарға, шәфҡәт туташтарына, фельшерҙарға уларҙың изге хеҙмәттәре, хәстәрлек һәм мәрхәмәтлектәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткереп, уларҙың эштәре ысын булмышы булыуын һәм кешеләрҙең ғүмерен, һаулығын һаҡлау иң тәүге бурыстарҙың береһе булып тороуын билдәләп үтте.
- Мин мөһим миссияны башҡарырға - медицинаны булмышы итеп алған кешеләргә Рәсәй Президентының рәхмәтен тапшырырға шатмын. Был беҙҙең республиканың хеҙмәте, тәжрибәһе, тырышлығы менән маҡтауға лайыҡ 29 медицина хеҙмәткәре. Бындай тантаналар үҙ эшенең профессионалдарын лайыҡлы баһаларға һәм уларҙың фиҙаҡәрлектәренә рәхмәт белдерергә өҫтәмә мөмкинлек бирә, тип уйлайым. Врачтар, шәфҡәт туташтары һәм санитарҙар, фельшерҙар һәм фармацевтар һәр кеше өсөн ҙур яуаплылыҡ алып баралар, сирхауҙарға ҡаршы торалар, пациенттарға һаулыҡ һәм тормош көсө алырға ярҙам итәләр. Һөнәрегеҙгә тоғро булыуығыҙға рәхмәт, - тине Айрат Рәхмәтуллин.
- Ысын күңелдән сифатлы хеҙмәт өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙ алтын ҡуллы һәм ялҡынлы йөрәкле үҙ эшегеҙҙең һөнәрмәндәре. Медицина, һис һүҙһеҙ, һеҙҙең күңел талабы. Һаулыҡ, именлек, еңел булмаған һәм изге эшегеҙҙә уңыштар, бәхет, ҡот һәм күңел тыныслығы теләйем, - тип ҡотланы дәүләт наградалары менән бүләкләнеүсе коллегаларын ҡала дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: