газета "Салауат"
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Август 2022, 11:30

Төп һаҡланыу сараһы - вакцина

23 августа ҡала хакимиәте башлығы ҡарамағындағы оператив кәңәшмә Салауаттағы коронавирус буйынса эпидемиологик хәл һорауы менән асылды. Ҡала дауаханаһының баш врачы Илшат Яппаров ентекле анализ яһаны, шулай уҡ Башҡортостанда ла Татарстандағы кеүек битлек режиме индерелеү мөмкинлеге хаҡындағы һорауға яуап бирҙе.

Төп һаҡланыу сараһы - вакцина
Төп һаҡланыу сараһы - вакцина

23 августа ҡала хакимиәте башлығы ҡарамағындағы оператив кәңәшмә Салауаттағы коронавирус буйынса эпидемиологик хәл һорауы менән асылды. Ҡала дауаханаһының баш врачы Илшат Яппаров ентекле анализ яһаны, шулай уҡ Башҡортостанда ла Татарстандағы кеүек битлек режиме индерелеү мөмкинлеге хаҡындағы һорауға яуап бирҙе.

 

Илшат Яппаров ҡалала сирләүселәрҙең артыуын, алдағы аҙна менән сағыштырғанда, 18 процентҡа күбәйеүен билдәләне.
- Салауатта пандемия башланғандан алып 32 777 кеше инфекцияланған. Бер аҙна эсендә 54 яңы осраҡ теркәлгән, 21 кеше һауыҡҡан. Әлеге ваҡытта 31 оло пациент амбулатор шарттарҙа дауалана, уларҙың 24-е хеҙмәткә һәләтле йәштә, 7 кеше 65 йәштән өлкәнерәк.
Стәрлетамаҡта ике пациент стационар дауаланыу ала, уларҙың береһе 39 аҙналыҡ ауырлы ҡатын һәм 14 йәшлек үҫмер. Сирләүселәрҙең хәле уртаса ауыр тип баһалана, - тип төп һандар менән таныштырҙы баш табип.
Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов Башҡортостанда күрше төбәктәге кеүек битлек режимына күсеү мөмкинлегенә асыҡлыҡ индереүҙе һораны.
Иҫегеҙгә төшөрөп уҙабыҙ, уҙған аҙнала Татарстандың министрҙар кабинетының халыҡҡа медицина учреждениеларында, йәмәғәт урындарында, транспортта битле ҡулланыуҙы кәңәш иткән ҡарары донъя күрҙе. Бынан тыш, Казанда троллейбус, метро һәм трамвай хеҙмәткәрҙәре мотлаҡ битлек кейергә тейеш.
- Әлеге ваҡытҡа төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан Башҡортостан территорияһында йәмәғәт урындарында, транспортта битлек режимын тергеҙеү мөмкинлеге хаҡында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ. Ул тик дауалау учреждениеларында хеҙмәткәрҙәр өсөн ғәмәлдә, - тип аңлатма бирҙе Илшат Яппаров.
Белгестәр фекеренсә, хәүефле вирустан һаҡланыуҙың иң һөҙөмтәле сараһы - вакцинация һәм ревакцинация һәм ул Салауатта әүҙем рәүештә алып барыла.
- Һуңғы аҙнала 1 200 кеше прививка яһатҡан, уларҙың 1 190 ревакцинация үткән, шулай ҙа коллектив иммунитетҡа ирешеү өсөн 4 269 кеше ревакцинацияланырға тейеш, әлегә был киләм 86 процент. Вакцинациялау кабинеттарында 3 664 “Спутник V” дозаһы бар, - тине баш врач һәм үҙеңдең һаулыҡҡа битараф булмаҫҡа саҡырҙы.
Беҙҙең ҡалала прививка кабинеттары ҡала поликлиникаларында иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем, ә шәмбе көнөндә иртәнге 8-ҙән көндөҙгө сәғәт 5-кә тиклем эшләй.
Вакцина ярамағанын күрһәтеүсе билдә бар, белгес кәңәше талап ителә.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: