Башҡортостанда коронавирустың яңы тулҡыны сентябрҙә көтөлә. Бындай күҙаллауҙарҙы Роспотребнадзорҙың төбәк етәксеһе Анна Козак еткерҙе. Ысынлап та төбәктә һәм дөйөм алғанда илдә коронавирус инфекцияһы менән ауырыу осраҡтары йышыраҡ теркәлә.
16 августа Рәсәй Роспотребнадзоры илдә COVID-19 менән сирләүселәр артыуын хәбәр итте. 100 мең халыҡҡа 119,71 тура килә һәм был алдағы аҙнаға ҡарағанда 49,2 процентҡа юғарыраҡ. Ведомствола аҙналыҡ сирләү кимәле 100 мең халыҡҡа 50 осраҡтан артҡан төбәктәрҙә битлектәр кейеп йөрөргә кәңәш иттеләр.
Ошо уҡ көндө Башҡортостан Хөкүмәте кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин республикала COVID-19-ҙың таралыу коэффициенты 1,4 процент тәшкил итеүе тураһында хәбәр итте.
- Бөгөнгө көнгә Башҡортостанда коронавирус менән бәйле хәл тотороҡло, шулай ҙа бер аҙ үҫеш күҙәтелә. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау минитсрлығы мәғлүмәттәре буйынса коронавирус менән ауырыуҙың артыуы сентябрь аҙағына, октябрь башына көтөлә, - тип белдерҙе Азат Рәхмәтуллин.
Ҡалала коронавирус инфекцияһына бәйле сирҙең таралыу хәле шишәмбе көн ҡала хакимиәте ҡарамағындағы кәңәшмәлә ҡаралды. Ҡала дауаханаһының баш врачы Илшат Яппаров билдәләүенсә, Салауатта көтөлгәнсә сирҙең артыу осраҡтары билдәләнә.
- Уҙған аҙнала коронавирус инфекцияһы менән сирләү осраҡтарының 26 процентҡа артыуы билдәләнгән. Әлеге ваҡытта 30 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана, уларҙың 19-ы - хеҙмәткә һәләтле йәштә, ете кеше оло йәштә һәм дүрт бала, - тип хәбәр итте ул.
16 авгусҡа ҡарата Салауатта 100 505 кеше вакцинацияланған, был прививка яһатырға тейеш халыҡтың 104 проценты. 24 967 кеше ревакцинация үткән. Һуңғы аҙнала ҡалала 1 241 кеше прививка яһатҡан, уларҙың 1 233-ө ревакцинацияланған. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн август аҙағына тиклем 5 543 кеше ревакцинация үтергә тейеш.
- Был көтөлгән тулҡын. Үҙеңде һәм яҡындарыңды һаҡлауҙың берҙән-бер ысулы - вакцинация һәм ревакцинация. Кәрәк булһа, тикшереү үтегеҙ, антиесем кимәлен белегеҙ, әгәр күрһәткестәр юғары булмаһа, ревакцинация үтергә саҡырам, - тип өндәне ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
Салауатта вакцина етерлек: ике компонетлы вакцина 4 852 доза күләмендә. Ҡалала вакцинациялау пункттары 1-се поликлиникала (С.Юлаев бульвары, 18, 404-се кабинет) һәм 2-се поликлиникала (Чапаев урамы, 12, 306-сы кабинет) асылған.
Вакцинация һәм ревакцинация үтергә теләүселәр үҙе менән паспорт, медицина полисы, СНИЛС алып килергә тейеш. Пункттар көн һайын ялһыҙ иртәнге сәғәт 8-ҙән алып киске 8-гә тиклем эшләй.