газета "Салауат"
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
10 Август 2022, 13:50

Салауат табибына рәхмәт белдерелде

Владимир Путин Башҡортостандан егерменән ашыу врачты наградланы

Салауат табибына рәхмәт белдерелде
Салауат табибына рәхмәт белдерелде

Владимир Путин Башҡортостандан егерменән ашыу врачты наградланы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин бойороғо менән Башҡортостандан ике тиҫтәнән ашыу табип юғары профессионализм, коронавирус инфекцияһы эпидемияһы осоронда медицина ярҙамын ойоштороу һәм күрһәтеү өсөн Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Был хаҡтағы докумени хоҡуҡи мәғлүмәттең рәсми интернет порталында баҫылған.
Юғары наградаға Өфө, Бөрө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Йәрмәкәй, Ҡыйғы, Ҡалтасы, Ҡырмыҫҡалы һәм Ейәнсура райондарының медицина өлкәһе хеҙмәткәрҙәре лайыҡ була. Салауат ҡалаһы врачтарының да хеҙмәте иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Президенттың Рәхмәт хаты менән ҡала дауаханаһының 1-се хирургия бүлеге мөдире Вениамин Герасимов бүләкләнә.
Фото ҡала дауаханаһының баш врачы Илшат Яппаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: