газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
1 Март 2022, 16:15

Салауаттағы “ашығыс ярҙам”ды Стәрлетамаҡҡа ҡушалар

Медицина структураларын ҡушыу процесы 2019 йылдан Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Рәсәй буйынса бара. Әлеге ваҡытҡа республиканың төньяғында был процедура башҡарылған, өлөшләтә төбәктең көньяғында ла берләштереү уҙғарылған.

Салауаттағы “ашығыс ярҙам”ды Стәрлетамаҡҡа ҡушалар
Салауаттағы “ашығыс ярҙам”ды Стәрлетамаҡҡа ҡушалар

Медицина структураларын ҡушыу процесы 2019 йылдан Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Рәсәй буйынса бара. Әлеге ваҡытҡа республиканың төньяғында был процедура башҡарылған, өлөшләтә төбәктең көньяғында ла берләштереү уҙғарылған.

16 февралдә Салауат ҡала дауаханаһы етәкселеге һәм ашығыс ярҙам коллективы Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһының баш врачы Аяз Камалов, Стәрлетамаҡ ашығыс медицина ярҙамы станцияһының баш врачы Илдар Әлхәмов һәм һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткрәҙәре профсоюзының ҡала комитеты рәйесе Азат Ҡорбанғәлиев менән осрашты. Унда хеҙмәттең Стәрлетамаҡ медицина округы менән берләштереү һорауы ҡаралды.
- 2022 йылдың 8 февралендә Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау минитсрлығының тейешле бойороғо сыҡты. Документ Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалалары, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ғафури, Миәкә, Әлшәй, Ауырғазы, Стәрлебаш раойндары халҡына ашығыс медицина яраҙмын ойоштороуҙы камиллаштырыуҙы күҙ уңында тота, - тип аңлатма бирә Салауат ашығыс медицина ярҙамы бүлеге мөдире Дмитрий Артамонов.
Салауат ҡала дауаханаһының баш врачы Илшат Яппаров һүҙҙәренсә, ашығыс ярҙам хеҙмәтен берләштереү ярҙам күрһәтеү сифатын яҡшыртыу, пациентҡа барып етеү ваҡытын кәметеү өсөн эшләнә, йәғни уға иң яҡын урынлашҡан бригада барасаҡ.
- Берләштереү район һәм ҡалалар араһындағы административ сиктәрҙе юйыу өсөн кәрәк. Мәҫәлән, Р-240 трассаһы буйында Салауат һәм Стәрлетамаҡтан алыҫлығы ныҡ айырылған ауылдар бар. Уларға медицина ярҙамын тиҙерәк күрһәтеү өсөн административ сиктәрҙе юҡҡа сығарабыҙ, - тип һөйләй Дмитрий Артамонов.
Әйткәндәй, хеҙмәткәрҙәр, транспорт һәм ҡоролмалар элеккесә Салауат ҡалаһында буласаҡ, тик юридик яҡтан Стәрлетамаҡ Ашығыс медицина ярҙамы станцияһына ҡараясаҡ.
- Ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре яңы форматта эшләргә әҙер. Хеҙмәт шарттары һаҡлана, социаль гарантияларҙың үтәлешен контролдә тотасаҡбыҙ, - тип билдәләй Илшат Яппаров.
- Ябай салауаттар өсөн бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр көтөлмәй . Улар ашығыс ярҙамды элеккесә үк «03», «103», «112» номерҙары буйынса саҡырта ала. Тик 1 августан бөтә шылтыратыуҙар ҙа Стәрлетамаҡ ашығыс медицина ярҙамы станцияһы нигеҙендәге берҙәм диспетчер хеҙмәтенә эләгәсәк. Ашығыс ярҙам саҡыртҡан салауаттарға беҙҙең ҡала бригадалары киләсәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Дмитрий Артамонов.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: