2020 йылдың мартында, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғона ярашлы, Салауат медицина колледжының «Дауалау эше» һәм «Шәфҡәт туташы эше» һөнәрҙәре буйынса белем алыусы өсөнсө һәм дүртенсе курс студенттары һаулыҡ һаҡлау системаһының ғәмәлдәге хеҙмәткәрҙәренә ярҙам күрһәтеү өсөн ҡала һәм төбәктең медицина ойошмаларына ебәрелде. Быйыл медицина колледжы студенттары йәнә ярҙамға килде һәм Салауат ҡала дауаханаһы, республиканың башҡа бик күп тораҡ пункттары хеҙмәткәрҙәре менән бергә «алғы» планда эшләй.
- Улар инеү төркөмдәрендә, регистратурала мәшғүл булды, хәүеф төркөмөнә ҡараған пациенттарҙың фатирҙарына рецептарҙы таратты. Артабан, күптәре диплом алғас, ул ваҡытта эшләп килгән ковид госпиталенә эшкә юллана. 2020 йылдың көҙөндә, 2021 йылдың яҙында һәм көҙөндә сирләүселәр артҡас, студенттар тағы ла буласаҡ коллегаларына ярҙамға килде, - тип һөйләй колледж директоры Оксана Сливочкина.
Әлеге ваҡытта Салауат медицина колледжының сығарылыш төркөмдәренән 112 студент Салауат, Ишембай, Күмертау, Мәләүез ҡалаларының медицина учреждениеларында, шулай уҡ Мораҡ һәм Красноусол ауылдарында эшләй. Резервта тағы 40 кеше бар.
Студенттар араһында вакцинация күрһәткесе 92 процент тәшкил итә.
- Ваҡытты оҙаҡҡа һуҙырға ярамай: инструктаж, эш планы, бүлексәләр буйынса бүлеү, юл теләктәре һүҙе һәм көрәшкә! Тап хәҙер, коронавирус һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү темпы артҡас, медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итеүселәр һаны бер нисә тапҡырға артты, минең коллегаларыма һәр төрлө ярҙам бик урынлы буласаҡ, - тип һөйләне Салауат ҡала дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров.
Бүлгәндән һуң урындарҙа студенттар нимә менән шөғөлләнә һуң? Улар төрлө бурыстарҙы башҡара: регистратурала, ҡабулитеүҙә, фильтрация пунктында, күсмә пункта ярҙамитә, шылтыратыуҙар ҡабул итә һәм өйгә саҡырыу тултыра, хроник сирле пациенттарға дарыуҙар һәм рецептар алып бара.
Сирләүҙең сираттағы үҫеше шарттарында студенттарҙың көндәлек эшен үтәүе - медицина хеҙмәткәрҙәренә ҙур ярҙам һәм буласаҡ медиктар өсөн баһалап бөткөһөҙ тәжрибә, тип иҫәпләй Илшат Яппаров.
- Беҙ һәр пациент ваҡытында сифатлы ярҙам алһын өсөн тырышабыҙ. Поликлиникаларҙың эш ваҡыты арттырылған, анализ алыу өсөн өҫтәмә кабинеттар асылған, бөтә буш хеҙмәткәрҙәр ҙә сменаға сыға, - тип өҫтәне ҡала дауаханаһының баш табибы.
Әйтергә кәрәк, ҡала дауаханаһына табиптарға ярҙам итеү өсөн ҡалабыҙҙың Салауат медицина колледжы студенттары ғына түгел, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары ла килгән.
Анна Мироян, Салауат медицина колледжының 4-се курс студенты:
- Башҡа һөнәрҙәрҙе бер ҡасан да ҡарамағайным, шуға күрә туғыҙынсы класты тамамлағандан һуң «Шәфҡәт туташы эше» һөнәренә медицина колледжына уҡырға индем. Шәфҡәт туташы булыу - бик изге һәм яуаплы эш, кешеләрҙең һаулығы ла күп осраҡта урта медицина персоналына бәйле. Айырыуса яуаплылыҡ тойғоһо мине рухландыра.
Дауаханаларға һәм поликлиникаларға ярҙам кәрәк, беҙ шәфҡәт туташтарына, фельдшерҙарға һәм башҡа белгестәргә ярҙам күрһәтәбеҙ. Был беҙҙең өсөн яҡшы практика, сөнки колледжда алынған белемде дауаханала ҡулланырға мөмкин.
2-се поликлиникала практика үтәм. Саҡырыуҙарға барабыҙ, экспресс-тестҡа йәки ПЦР-ға мазок алабыҙ, пациенттарға дарыуҙар ташыйбыҙ, процедура кабинетында ярҙам итәбеҙ - инъекция яһайбыҙ, документтар тултырабыҙ, термометрияла ултырабыҙ - дауаханаға килгән салауаттарҙың температураһын үлсәйбеҙ һәм башҡа нәмәләр менән мәшғүлбеҙ.
Гөлназ Ғайсарова, Салауат медицина колледжының 4-се курс студенты:
- Бала саҡтан уҡ кешеләргә ярҙам итеү хыялым менән янып йөрөнөм, шуға күрә тормошомдо тап медицина менән бәйләнем. Уҡыусы булараҡ, ирекмәндәр хәрәкәте төркөмөндә тора һәм оло йәштәгеләргә, һуғыш ветерандарына ярҙам итә инем. Әлеге ваҡытта тыуған ҡалам Күмертауҙа, ҡала дауаханаһының реанимация бүлегендә практика үтәм. Системаны ҡуйырға, пациентты санациялауға, уколдар эшләргә, зондтар ҡуйырға, катетеризация яһарға, операциянан һәм ашығыс саҡырыуҙарҙан һуң бүлексәбеҙгә килгән ҡаты сирле пациенттарҙың ғүмерен даими күҙәтергәярҙам итәм. Ошо эш һөҙөмтәһендә белем һәм тәжрибә туплайым, ул киләсәктә мотлаҡ кәрәк буласаҡ.
Айгизә Ишбаева, Салауат медицина колледжының дүртенсе курс студенты:
- Бала саҡта хайуандарҙы йыш дауалай торғайным. Өлкәнәйгән һайын медицина өлкәһенә ҡыҙыҡһыныу арта барҙы, шуға күрә дүрт йыл элек Салауат медицина колледжына уҡырға индем.
Әле, Үҙәк район дауаханаһына һәм тыуған ҡалам - Мәләүездең балалар поликлиникаһына практикаға килдем, пробалар һәм ампулалар әҙерләйем. Быны ғорурлыҡ тойғоһо менән эшләйем. Эш көнө аҙағында дауахананан сыҡҡас, хеҙмәтемдең кемгәлер файҙа килтереүен аңлауҙан үҙемде бәхетле тоям. Мин дауаханаларҙа коронавирус тулҡынына тиклем ярҙам иттем. Икенсе курста ирекмәндәр иҫәбендә булдым, «мәрхәмәтлек шәфҡәт туташы» булараҡ дауаханаларға барҙым һәм ҡаты сирле пациенттарға ярҙам иттем.
Фотолар ҡыҙҙарҙың шәхси архивынан.