Башҡортостанда 12 йәштән өлкән балаларға прививка яһау кампанияһы башланды. Уҙған аҙнала республикаға 2 800 доза “Гамм-КовидВак-М” (“Спутник М”) вакцинаһы ҡайтарылды. 27 ғинуарҙа вакциналар төбәктең ҡала һәм район балалар поликлиникаларына, шул иҫәптә 60 доза Салауат ҡалаһына, килтерелде. Ошо арала төбәктә 710 бала һәм үҫмер, уларҙың 42-һе беҙҙең ҡаланан, вакцина яһатҡан.
“Спутник М” яңы вакцинамы?
Башҡортостанд һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин 29 ғинуарҙа БСТ телеканалында тура эфирҙа уҙған брифингта ил һәм төбәк территорияһында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән берҙән-бер вакцина теркәлгән, ул “Спутник М”, тип белдерҙе. Ул ябай “Гамм-КовидВак” (“Спутник V”) вакцинаһы, биш тапҡырға әҙерәк концентрацияланған. Ололарҙың вакцинаһындағы кеүек үк, унда тере һәм үрсеүгә һәләтле вирус өлөштәре юҡ.
Һөҙөмтәле һәм хәүефһеҙме?
2021 йылдың йәйендә 12 йәштән өлкәнерәк балалар өсөн тәғәйенләнгән вакцина һынау үтә. Бер нисә мең йәш ирекмән Мәскәү клиникаларында вакцинаны эшләтә. 10 ирекмәндең 9-ында антиесемдәр барлыҡка килә. Һынау барышында үҫмерҙәрҙең организмы вакцинаға яҡшы тәьҫир итә, шулай ҙа тән температураһының 37,4-кә тиклем күтәрелеүе, һирәк осраҡта укол урынының һыҙлауы, баш ауыртыуы һәм ашҡаҙан-эсән тракт эшенең боҙолоуы теркәлә. Иң күбе ике-өс көн эсендә был барлыҡ билдәләр юҡҡа сыға.
Вакцинация нисек үтә?
Әлеге ваҡытта балаларға һәм үҫмерҙәргә прививка яһатыу ирекле һәм балалар поликлиникаһында эшләнә.
Вакцинация алдынан балалар врач-педиатрҙа ҡаралырға тейеш. “Спутник М” «Спутник V»-лағы кеүек ике компонентлы, шуға күрә поликлиникаға ике тапҡыр барырға тура киләсәк. Беренсе һәм икенсе компоненты ҡаҙатҡандан һуң ярты сәғәт буйына врач күҙәтеүе аҫтында булырға кәрәк.
Вакцина эшләтеүгә ирекле рәүештә риза булыуҙы баланың законлы вәкиле медицина учреждениеһы етәксеһе исеменә ғариза яҙып иҫбатлай.
Прививка яһатмағандарға бер ниндәй сикләүҙәр индерергә йыйынмайҙар.
Салауатта балалар вакцинацияһы
Салауатта балалар һәм үҫмерҙәр COVID-19-ҙан прививканы С.Юлаев бульвары, 18в адресы буйынса урынлашҡан балалар поликлиникаһында яһата ала. Регистратурала 38-60-70 телефоны аша алдан яҙылып була.
31 ғинуарға ҡарата 12 йәштән өлкәнерәк 42 йәш салауатлы коронавирустан прививка эшләткән. Вакцинация үтергә теләүселәр араһында 14-15 йәшлектәр, 9-сы класс һәм 16-17 йәшлек 11-се класс уҡыусылары күберәк.
- Вакцина яһатырға теләүселәр балалар поликлиникаһына килтерелгән “Спутник М” вакцина дозаларынан күберәк. Теләүселәрҙең барыһы ла яҙыла. 27 һәм 28 ғинуарҙа тәүге компонет 40 үҫмергә яһалған. 20 доза 31 ғинуарҙа һәм 1 февралдә ҡулланылды. Вакцинаның киләһе партияһы февралдә көтөлә, - тип һөйләй балалар поликлиникаһы мөдире вазифаһын башҡарыусы Динә Михеева.
Вакцинациялау ҡайһы осраҡта ярамай?
Вакцинаның ҡайһылыр компонентына үтә һиҙгерлек, аллергия булғанда, киҫкен инфекцион һәм инфекцион булмаған сирҙәр теркәлгәндә, хроник ауырыуҙар ҡуҙғығанда, прививка яһатыу ярамай. Был сораҡтарҙа ауырып бөткәндән һуң 2-4 аҙна үткәс кенә вакцинациялау мөмкин.
12 йәшкә тиклемге балалар өсөн вакцина барлыҡҡа киләсәкме?
Рәсәйҙә 12 йәшкә тиклемге балалар өсөн вакцина яһауға тотондолар ғына әле. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Спутник” нигеҙендә балалар өсөн коронавирустан вакцинаны клиник тикшереү уҙғарыуҙы хупланы.
- Иҫегеҙгә төшөрәм, “Спутник V” башта шулай уҡ 18 йәштән алып 60 йәшкә тиклемге граждандар өсөн генә ҡулланылды, һуңынан өлкәнерәк быуын кешеләре өсөн дә файҙаланыуға рөхсәт алдыҡ, - тип билдәләй Максим Забелин.
Ирекле ҡарар
Салауат индустриаль колледжы студенты, 16 йәшлек Александр Ревин коронавирустан прививка яһатырға уйлап, үҙе ирекле ҡарар ҡабул иткән.
- Мин индустриаль колледжда электрикка уҡыйым. Уҡыу йортонда беҙгә прививка яһатырға тәҡдим иттеләр һәм мин риза булдым. Минеңсә, был процедура бик кәрәкле, ул сирҙәр һаҡланырға ярҙам итәсәк. Быға тиклем ауырыманым һәм бынан һуң да сирләге килмәй, - ти йәш егет.
Уның кеүек вакцина яһатырға теләгән йәш салауаттар тәүҙә врач-педиатрға күренә, прививка яһатыуға рөхсәт ала. Прививка яһатыу кабинетында вакцина эшләнгәндән һуң, пациент ярты сәғәт күҙәтеү аҫтында. Ул үҙен яҡшы тойһа, өйгә ебәрелә.