газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Ғинуар 2022, 11:55

Вакцинациялау пункттары элеккесә эшләй башлай

Яңы йыл каникулдары ваҡытында ҡала поликлиникаларында һәм «Медсервис»та эшләгән прививка яһатыу пункттарына 290 кеше мөрәжәғәт иткән. Эш аҙнаһының тәүге көндәренән вакцинациялауҙың мобиль пункттарының яңынан эшләй башланы.

Вакциянациалау пункттарының эш графигы:
- көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем 1-се поликлиникала (С.Юлаев бульвары, 18) 404-се кабинет, 2-се поликлиникала (Чапаев урамы, 12) 306-сы кабинет;
- көн һайын иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем Ҡала баҙарының (Өфө урамы, 30а) 16 бутигында;
- шул график менән Ҡаруанһарай сауҙа үҙәгенең (Ленин урамы, 42) 53-сө бутигында;
- 19 ғинуарҙан ҡала баҙарындағы 16-сы бутикта шаршамбы һайын 65 йәштән уҙған граждандарға прививка яһатыу өсөн тәғәйенләнгән мобиль пункты эшләй башлаясаҡ, унда ололар вакцинаны иртәнгә сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем яһата аласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, вакцинация пунктына барғанда үҙегеҙ менән паспорт, медицина полисы һәм СНИЛС алырға онотмағыҙ. Вакцинациялау тураһында һорауҙарығыҙ тыуһа, 8-901-81-69-947 номеры буйынса «ҡыҙыу линия» телефонына шылтыратығыҙ.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: