газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Декабрь 2021, 22:15

Наградаға лайыҡ

Өфөлә, Бөтә Рәсәй медицина форумы сиктәрендә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырҙы.

Наградаға лайыҡ
Наградаға лайыҡ

Өфөлә, Бөтә Рәсәй медицина форумы сиктәрендә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырҙы.

Сарала яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәштә үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте менән алдынғылар рәтендә булыусыларҙы ҡотланылар. 45 кеше орден, миҙал, почетлы исем, грамота һәм рәхмәт хаттары ала. Бүләкләнеүселәр араһында Салауат ковид-госпиталенең сестра-хозяйкаһы Земфира Биҡҡужинаның булыуы ла ҡыуаныслы. Уға Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы тапшырылды.
- Пациенттар һәм коллегалар өсөн уңайлы шарттар булдырыу, күп кенә процестарҙы контролдә тотоу бөтәһенең дә ҡулынан килә торған эш түгел. “Ҡыҙыл зона”ла эшләү үҙе үк батырлыҡ. Земфира Рауил ҡыҙы, һеҙҙе ысын күңелдән наградағыҙ менән ҡотлайым, һеҙ быға лайыҡ, - тип тәбрикләй ҡала дауаханаһының баш врачы Илшат Яппаров.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: