газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
11 Декабрь 2021, 10:00

Балаларға күңел наҙын өләшә

Йылдың-йылы меңәрләгән сығарылыш уҡыусылары медицина вуздарына инергә ашҡына, улар бик шәп хирург, кардиолог, терапевт, стоматолог булырға, ғөмүмән, һуңынан кешеләргә ярҙам итергә теләй. Шуға ҡарамаҫтан, һаулыҡ һаҡлау тармағында белгестәр етмәүе төп проблема булып ҡала. Салауатта был мәсьәлә киҫкен ине, шулай ҙа планлы һәм системалы эш алып барыу һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай, ҡала дауаханаһы яңы врачтар һәм фельшерҙар менән тулылана. Быйыл ғына 16 табип һәм 8 фельшер эшкә алынған. Улар араһында - йәш белгестәр Наталь Грицай һәм Диана Гәрәева. Наталья Грицай ҡаланың балалар поликлиникаһында дүртенсе ай эшләй. Әммә “участка педиатры” йүнәлешен һайлар алдынан бик күп варианттарға туҡтай һәм бик күп уйлағандан һуң балалар табибы булырға ҡарар итә.

Балаларға күңел наҙын өләшә
Балаларға күңел наҙын өләшә

- Бала саҡта сериалдар ҡарағандан һуң мин тәүҙә полицейский, детектив, һуңынан юрист, хата судья булырға хыялландым. Тик мәктәптә биология һәм химия өйрәнә башлағас, иң нығы мине медицина йәлеп итеүен аңланым. Шуға күрә 10-сы класта мин медицина университетына инәсәкмен тип маҡсат ҡуйғайным. Вузда уҡығанда педиатр, кардиолог, эндокринолог, йәки патолоанатом булырға тип йүнәлеш һайлағанда ла күп уйланым. Һөҙөмтәлә башта педиатрияның башланғыс звеноһын һайлап ҡарарға булдым, - ти ул.
Башҡорт дәүләт медицина университетында алты йыл уҡыу бик ауыр булыуға ҡарамаҫтан, бик тиҙ, һөҙөмтәле үтә һәм тик ыңғай иҫтәлектәр ҡалдыра.
- Беренсе курстарҙа уҡыу темпына өйрәнеү бик ауыр булды, һәр ваҡыт ҡулда китап булды. Тик ял көндәрендә генә курсташтар менән әҙ генә булһа ла күңел асыу өсөн ваҡыт таба ала инек. Имтихандарға яҡшы итеп әҙерләнеп барып, үҙеңдең яуап бирергә әҙер булыуыңды белһәң дә, ҡурҡытты, хәҙер инде быларҙы йылмайып ҡына иҫкә алам, - ти йәш белгес.
Ысынлап та, лекция яҙылған тиҫтәләгән дәфтәр, семинарҙарға әҙерләнеү, латынды өйрәнеү, имтихандар - быларҙың барыһы ла бик етди һәм яуаплы тырышлыҡ талап итә.
- Бәләкәй пациенттарҙы ҡабул итеү, бик күп документтар тултырыу, эшкә өйрәнеп китеү еңел булманы. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бер нисә ҡатмарлы хәл менән осрашырға тура килде, сабыйҙарҙың диагнозын дөрөҫ билдәләү өсөн коллегаларымдың һәм поликлиника мөдире ярҙамы кәрәк булды. Иң мөһиме, мин бәхәсле, аңлашылмаған хәлдә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә алыуымды беләм, - тип белдерә Наталья Грицай.
Участка педиатрының эш көнө нисек үтә икән һуң?
- Минең эш көнөм иртәнге сәғәт 8-ҙә башлана. Әгәр бер ставкаға эшләһәм, эш көнө көндөҙгө сәғәт 4-тә тамамлана, әммә ысынбарлыҡта беҙ оҙағыраҡ эшләйбеҙ, сөнки өҫтәмә рәүештә “ковид” ауырыуҙарҙы теркәйбеҙ (врач, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирус менән балалар ҙа сирләүен белдерҙе) һәм уларҙың өйҙәренә барып, ҡарап торорға кәрәк. Ҡайһы берҙә ике участка өсөн дә эшләргә тура килә, сөнки врачтар етмәй, ул ваҡытта эш көнө иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем дауам итә. Минең бурыстар - пациенттарҙы ҡабул итеү, өйгә саҡырыуҙар буйынса барыу һәм документтар менән эшләү. Ҡабул итеү ғәҙәттә 3 сәғәт бара, ошо ваҡыт эсендә 20-нә алып 40-ҡа тиклем кеше ҡабул итеүебеҙ мөмкин, ә норма буйынса 20 пациент булырға тейеш, әммә ысынбарлыҡта картина икенсе төрлө, бигерәк тә сирҙәр көсәйгән осорҙа. Шуға күрә беҙ йыш ҡына, бигерәк тә киҫкен респиратор вирус инфекциялары таралған ваҡытта, бөтә сабыйҙарҙы ҡарау өсөн, ҡабул итеү ваҡытын 30-60 минутҡа оҙайтабыҙ. Тағы ла уҡып өлгөрөргә лә кәрәк. Беҙҙең һөнәр буйынса даими рәүештә конференциялар, семинарҙар уҙғарыла, сөнки пациенттарҙы дауалау тураһында мәғлүмәт үҙгәреп тора, - тип һөйләй табип ҡыҙ.
Бындай график менән эшләү арҡаһында йәш ҡыҙға ял итеү өсөн ваҡыт ҡаламы икән һуң? Наталья әйтеүенсә, уның буш ваҡыты бик аҙ, шулай ҙа ял көндәрендә ул бассейнға, киноға барып, йә иһә ҡала буйлап йөрөп килеп, китап уҡып үҙен эш мәшәҡәттәренән арындырырға тырыша.
Йәш табиптан телеэкрандарҙан барған сериалдарҙың врач хеҙмәтенең ысынбарлығына тап килеү-килмәүен һорашмай булдыра алманыҡ.
- Студент саҡта медицина менән бәйле сериалдар әҙерәк ҡарай торғайным. Ундағы ысынбарлыҡ 50-гә 50 тип әйтер инем, сөнки уларса ҡайһы бер диагноздарҙы ул тиклем үк тиҙ билдәләп булмай, - ти табип.
Натальяға һөнәр оҡшаймы, был эште ташлау теләге тыумағанмы, тип һорайбыҙ.
- Юҡ, һөнәрҙән китке килмәй. Медицина - ул миңә кешеләргә ярҙам итергә мөмкинлек бирә, ә кешеләргә ярҙам итеү минең холҡомда, мин һәр ваҡыт шул турала хыялландым. Үҙемдең эшемдә балалағы сирҙе, һуңынан дауалауҙы дөрөҫ билдәләп, һуңынан уларҙың һауығыуҙан шат йөҙҙәрҙе күреү һөйөндөрә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала йәш белгес.
Наталья медицина юғары уҡыу йортон тамамлаусы ҡыҙ булараҡ, киләсәктә кешеләргә һаулыҡ өлкәһендә ярҙам итергә хыялланған йәштәргә үҙенең кәңәштәрен бирҙе:
- Мин абитуриенттарға һөнәр һайлар алдынан һеҙ ошо һөнәр буйынса эшләргә әҙерһегеҙме икәнегеҙҙе яҡшылап уйларға кәңәш итер инем. Мөмкинлек булһа, асыҡ ишектәр көнөндә университеттҡа барып уның менән танышып сығығыҙ. Шуны ла иҫкәрткем килә, вузда бик оҙаҡ уҡырға, хеҙмәт юлын башлағас та квалификация күтәреү курстарына йөрөргә кәрәк буласаҡ. Медиктарҙың эше бик күп стрестар менән бәйле, быны ла иҫәпкә алырға кәрәк. Медицинаны һәм үҙегеҙ һайлаған һөнәрҙе яратмайынса, был йүнәлеште һайлау кәрәкмәй.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: