газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
6 Декабрь 2021, 11:10

Сабыйҙар өсөн

Ошо көндәрҙә “Тыуым сертификаты” проекты сиктәрендә Салауат ҡалаһының бала табыу йортона яңы ҡоролмалар  алынған. 

Сабыйҙар өсөн
Сабыйҙар өсөн

Ошо көндәрҙә “Тыуым сертификаты” проекты сиктәрендә Салауат ҡалаһының бала табыу йортона яңы ҡоролмалар  алынған. 

Ҡала дауаханаһынан хәбәр итеүҙәренсә,  ике Bionet FC 1400 юғары һиҙеүсән феталь монитор, заманса кардиотокография (КТГ) аппараты ҡарындағы баланың хәлен ул тыуғансы ла, тыуыу барышында ла баһаларға мөмкинлек бирә.  
Шулай уҡ медицина учреждениеһы OtoRead приборлы булған. Ул яңы тыуған сабыйҙарҙың  ишетеү һәләтен тикшереү өсөн тәғәйенләнә һәм һиҙгерлек тестары уҙғарып, кескәйҙәрҙең ишетеү системаһы нисек эшләүен билдәләргә ярҙам итә. Техника заман талаптарына яуап бирә, шуның өсөн яңы тыуған сабыйҙар сәләмәтлегендәге тайпылыштарҙы сифатлы һәм ваҡытында асыҡларға мөмкинлек бирәсәк. 
- Яңы ҡоролмалар коллегаларыбыҙҙың эшендә ныҡ ярҙам итер, тип ышанабыҙ. Беҙ ирешелгәндәр меннә генә туҡталып ҡалырға уйламайбыҙ, дауаханаларҙы йыһазландырыу пландар күп әле, - тип белдерә ҡала дауаханаһының баш врачы Илшат Яппаров.
Фото: ҡала дауаханаһының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: