Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Ноябрь 2021, 11:10

Бәхетлеләр бүләк отто

- Ҡалала прививка яһатҡандарҙың «Сәләмәт Салауат» акцияһында ҡатнаша һәм путевкалар, аҡса ота алыуы хаҡында хәбәр иткәйнегеҙ. Путевкалар уйнатылдымы?Фәрит А.

Бәхетлеләр бүләк отто
Бәхетлеләр бүләк отто

- Ҡалала прививка яһатҡандарҙың «Сәләмәт Салауат» акцияһында ҡатнаша һәм путевкалар, аҡса ота алыуы хаҡында хәбәр иткәйнегеҙ. Путевкалар уйнатылдымы?
Фәрит А.

- 17 ноябрҙә тура эфирҙа «Сәләмәт Салауат» акцияһына йомғаҡ яһалды, бер аҙнанан һуң өс кешегә шифаханаға путевка тапшырылды.
- Интернеттан бүләк уйнатыу барышын бер нисә тапҡыр ҡараным, үҙемдең путвка отоуыма ышанам алманым. Әлбиттә, бик шатландым, ҡала хакимиәтенең ҡала халҡы тураһында хәстәрлек күреүе лә ҡыуандыра, - тип хис-тойғолары менән бүлеште бәхетле бүләк отоусыларҙың береһе Лариса Ярыгина һәм башҡаларҙы ла вакцина яһатырға саҡырҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, акцияла ҡатнашыу өсөн 28 августан 1 ноябргә тиклем Салауат прививка яһатыу пункттарының береһендә вакцина эшләтергә һәм шәхси номерлы флаер алырға кәрәк ине. Шифаханаға путевканан тыш, флаер хужалары араһында 4000, 2000 һәм 1000 һумлыҡ сертификаттар ҙа уйнатылды.
Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов бүләк отҡан салауаттарҙы ҡотланы һәм шулай уҡ башҡаларҙы ла вакцияна яһатырға өндәне.
Әгәр һеҙ тура эфирҙы күрмәгәнһегеҙ икән, бүләк отҡан флаер номерҙары «Бәйләнештә» социаль селтәрендә ҡала хакимиәте һәм «Выбор» гәзите төркөмдәрендә бирелгән.

Фото Игорь Мироновтың "Бәйләнештә" социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

 

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: