газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Ноябрь 2021, 11:10

Диспансерлаштырыу үтергә була

Билдәле булыуынса, коронавирус сире йәнә ҡотороп киткәс, республикала планлы диспансерлаштырыу туҡтатылып торғайны. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ведомствоның өлкән йәштәгеләр өсөн диспансерлаштырыуҙы башларға әҙерлеге тураһында әйтте һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан быға рөхсәт бирҙе. Салауат ҡала дауаханаһынан хәбәр итеүҙәренсә, беҙҙең ҡалала ла диспансерлаштырыу һәм медицина профилактика тикшереүҙәре тергеҙелә.

Диспансерлаштырыу үтергә була
Диспансерлаштырыу үтергә була

Билдәле булыуынса, коронавирус сире йәнә ҡотороп киткәс, республикала планлы диспансерлаштырыу туҡтатылып торғайны. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ведомствоның өлкән йәштәгеләр өсөн диспансерлаштырыуҙы башларға әҙерлеге тураһында әйтте һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан быға рөхсәт һораны.
- Мотлаҡ башлағыҙ. Беҙгә алға ҡарап йәшәргә кәрәк. Үлем осраҡтары ла юғары, ошо сәбәпле ғүмер оҙонлоғо ла кәмей, - тине Радий Фәрит улы.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, бөгөн коронавирусҡа бәйле хәлдәр тотороҡланды. Шул иҫәптән был сир өсөн әҙерләнгән урындар һанын да кәметә башлағандар.
Салауат ҡала дауаханаһынан хәбәр итеүҙәренсә, беҙҙең ҡалала ла диспансерлаштырыу һәм медицина профилактика тикшереүҙәре тергеҙелә.
Быйыл 1982, 1985, 1988, 1991, 1994, 1997, 2000, 2003 йылғы һәм 40 йәштән өлкәнерәктәр диспансерлаштырыуҙы уҙырға хоҡуҡлы. Был 18 йәштән 39 йәшкә тиклемге граждандарҙың диспансерлаштырыуҙы өс йылға бер, ә 40 йәш тулһа йыл һайын үтергә кәрәклек менән бәйле. Профилактика тикшереүе ололарҙың бөтәһе лә өсөн йыл һайын уҙғарылырға тейеш.
- Диспансерлаштырыуҙы үтеү өсөн йәшәү урыны буйынса үҙегеҙ теркәлгән поликлиникаға мөрәжәғәт итегеҙ, - тип асыҡлыҡ индерә ҡала дауаханаһының матбуғат хеҙмәте.

Фото ҡала дауаханаһы сәхифәһенән алынды.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: