газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
13 Ноябрь 2021, 17:25

Ике меңдән ашыу тикшереү

Июлдә Салауат ҡала дауаханаһына “һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә яңы заманса УЗИ аппараты ҡайтарылғайны. Ул сифатлы һәм хәүефһеҙ диагностика өсөн тәғәйенләнде һәм бөгөнгө көнгә ул үҙенең һөҙөмтәле эшләүен иҫбатлай - уның ярҙамында беҙҙең ҡалала ике меңдән ашыу тикшереү уҙғарылған. Был хаҡта ҡала дауаханаһынан хәбәр итәләр.  

Яңы аппарат юғары сифатлы һүрәтләнеше һәм киң ҡулланышы менән айырылып тора. Уны сосудтарҙы, йөрәк акушерство, гинекология, онкология сирҙәрен тикшереүҙәреү өсөн файҙаланырға мөмкин. 
- Яңы аппарат килтерелгәнсе, тикшереүҙәр 2004 йылғы ҡорамал ярҙамы менән уҙғарыла ине һәм унан яҡшы мәғлүмәт алып булманы. Яңы аппаратта патологиялар һәм аномалиялар, метастазалар бик яҡшы күренә. Был артабанғы дауалау эшен алып барыу өсөн бик мөһим, тип билдәләй заманса техникаһының өҫтөнлөктәрен  юғары категориялы ультра тауышлы диагностика врачы Әлфиә Миянова. 
Фото ҡала дауаханаһының матбуғат хеҙмәтенән.
Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: