газета "Салауат"
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
11 Август 2021, 17:45

Кемгә дарыу бушлай?

- Быйыл ирем медицина тикшереүе үткәндә йөрәк сире барлығы асыҡланды. Дауаланыу өсөн бик күп препараттар тәғәйенләнде. Уның ҡайһы берҙәрен бушлай алып буламы икән?

Кемгә дарыу бушлай?
Кемгә дарыу бушлай?

- Быйыл ирем медицина тикшереүе үткәндә йөрәк сире барлығы асыҡланды. Дауаланыу өсөн бик күп препараттар тәғәйенләнде. Уның ҡайһы берҙәрен бушлай алып буламы икән?

- Йөрәк ауырыуҙары булған пациенттар диспансер иҫәбенә ҡуйылғандан һуң 2 йыл дауамында бушлай дарыуҙар менән тәьмин ителәсәк. Был туралағы күрһәтмәгә Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.
Был сара бигерәк тә коронавирус пандемияһы осоронда йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын һөҙөмтәлерәк дауаларға мөмкинлек бирә, тип билдәләнә документта. Дарыуҙар исемлегендә 20-нән ашыу препарат. Йөрәк ауырыуҙарынан яфаланыусыларға ярҙамға бюджетҡа 10 миллиард һум аҡса һалынған.
Бушлай дарыуҙарға 2021 йылдың 1 ғинуарынан табип күҙәтеүенә алынған сирлеләр дәғүә итә ала. Быға тиклем бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеү мөҙҙәте бер йыл менән сикләнде.

Фото:medaboutme.ru

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: