Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
23 Июль 2021, 12:35

Яңы лаборатория эште тиҙләтә

Салауат ҡала дауаханаһында коронавирусҡа тест уҙғарыу буйынса ПЦР-лаборатория эшләй башланы.

Яңы лаборатория эште тиҙләтә
Яңы лаборатория эште тиҙләтә

Салауат ҡала дауаханаһында коронавирусҡа тест уҙғарыу буйынса ПЦР-лаборатория эшләй башланы.

Лаборатория тәүлегенә коронавирусҡа 240 тест уҙғарыу мөмкинлегенә эйә һәм был да сик түгел, тип белдерә ҡала дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров.
- Элек коронавирустың барлығы-юҡлығына тикшереү өсөн биоматериалды Өфөгә ебәрә торғайныҡ. Был һөҙөмтә алыу ваҡытын оҙайтты, сөнки биоматериал алынған ваҡыттан алып һөҙөмтә алыу ваҡыты 48 сәғәттән артмаҫҡа тейеш, - тип белдерә Илшат Яппаров.
Уның хәбәр итеүенсә, лабораторияла юғары квалификациялы, махсус әҙерлек үткән хеҙмәткәрҙәр эшләй. Лаборатория хеҙмәтен ябыҡ режимда алып бара, йәғни пациенттарҙы ҡабул итмәй. Шуға күрә ҡала халҡы өсөн ковид-19-ға анализ биреү схемаһы элеккесә ҡала, йәғни йәшәү урыны буйынса поликлиникала (киҫкен респиратор ауырыуҙар билдәләре менән мөрәжәғәт иткәндә) һәм йортта (яңы коронавируслы сирлеләрҙең һауығыуын мониторинглау өсөн).
- Лабораторияның асылыуы ҡала һәм уның халҡы өсөн мөһим ваҡиға. Сөнки ул ковид менән көрәштең бер ысулы, тест һөҙөмтәһен көтөү ваҡыты ҡыҫҡарыуы пациенттарҙа сирҙең булыу-булмауын оператив рәүештә асыҡларға һәм ваҡытында дауалай башлауға мөмкинлек бирә, - ти ҡала дауаханаһы етәксеһе.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: