газета "Салауат"
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
6 Апрель , 09:50

Йылдар үткәс юлдар осраштыра

Йылдар һәм юлдар һәр кемдең яҙмышына бәйле. Йылдар үтеү менән кешеләрҙең тормошона үҙгәрештәр инә, ә был үҙгәрештәр, үҙ сиратында, аралашыуҙы, бәйләнештәрҙе яңыртып, яңы мөмкинлектәр аса. Шундай матур осрашыуҙарҙың береһе Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларының «Ағинәйҙәр» ойошмалары араһында үтте.

Йылдар үткәс юлдар осраштыра
Йылдар үткәс юлдар осраштыра

Стәрлетамаҡ ҡалаһы «Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе Вәсилә Халикованың осрашып аралашыутураһындағы тәҡдимен хуплап, ҡалабыҙҙың 4-се һанлы «Мираҫ» китапханаһында «Ағинәйҙәр»
ойошмаһы ағзалары уларҙы ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп ҡаршы алдылар.
Салауат ҡалаһының «Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе һәм ошо китапхана мөдире Гөлназ Ҡорманова матур сара әҙерләгәйне. Осрашыу барышында туған телде һаҡлау, йәш быуынға тапшырыу, милли рухты үҫтереү мәсьәләләре айырым урын алды.

Туған телде, атай-әсәйҙәрҙән күреп өйрәнеп ҡалған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, үҫеп килгән йәш быуын белһен, онотмаһын һәм дауам итһен, тигән теләктәр менән янып йөрөгән оло йәштәге инәйҙәрҙең эшләгән эштәре, барған ерҙәре бихисап. Төрлө тармаҡтарҙа эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас ваҡыттарын ошо кәрәкле һәм файҙалы йүнәлешкә бүләләр улар. Күршеләш ҡала «Ағинәйҙәр»е үҙҙәренең тәжрибәләре
менән уртаҡлашып, алда торған маҡсаттары тураһында һүҙ алып барҙылар.

Был сарала ҡалабыҙҙың 55-се балалар баҡсаһының «Ҡурай» башҡорт төркөмө тәрбиәсеһе Әнисә Солтанморатова ла ҡатнашты. Шулай уҡ 55-се балалар баҡсаһы мөдире Гөлнара Исламова, теләктәшлек күрһәтә, ул киләсәктә лә «Ағинәйҙәр» менән аралашыуға һәм хеҙмәттәшлек итеүгә яңы юлдар булдырыуын хуплай. Әйткәндәй, Әнисә Ғәндәлиф ҡыҙы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы «Ағинәйҙәр»
ойошмаһы етәксеһе Вәсилә Мөхәррәм ҡыҙы һәм Салауат ҡалаһы «Ағинәйҙәр» ойошмаһы ағзаһы Нәжибә Әхмәтдин ҡыҙы - бер нәҫелдән. Ғафури районында төрлө ауылда тыуып-үҫеп  йәшәгән бер нәҫел  туғандарының осрашыуы ғаилә бәйләнештәрен нығытып, яҡындар тураһында мәғлүмәт алмашыу мөмкинлеген бирҙе.

Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары «Ағинәйҙәр» ойошмаларының берҙәмлеге, уларҙың тырышлығы һәм иғтибары менән башҡорт халҡының бай мираҫы, тел һәм ғөрөф-ғәҙәттәре һаҡланып ҡына ҡалмай, ә яңы быуынға тапшырыласаҡ. Ҡатнашыусылар киләсәктә башҡорт телен һәм  мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән сараларҙы киңәйтеү тураһында фекер алышты.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас