Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика йәштәренең ситтә уҡыуын күҙәтеү һәм уларҙы тыуған ерҙәренә ҡайтарыу мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүлде. Был йәһәттән, 2025 йылда Салауаттан 503 уҡыусының 241-е Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына уҡырға инһә, 206-һы ситтә белем ала. Мәҫәлән, Мәскәүҙә 32, Санкт-Петербургта 57, Ырымбурҙа 17 студент уҡыуын дауам итә.
Мэр студенттарға мөрәжәғәт итеп, уларҙың белем алыу урындарына ҡарамаҫтан, тыуған ҡалаға ҡайтып, үҙ өлкәләрендә уңышлы карьера төҙөүҙәрен теләне. Ул Салауаттың иҡтисадында сәнәғәт тармағының төп роль уйнауын билдәләне һәм был өлкә буйынса ҡала республикала икенсе урынды биләй, шулай уҡ эш хаҡы уйынса ла юғары күрһәткестәргә эйә булыуын әйтте.
Медицина юлын һайлаған йәштәр өсөн ҡала махсус ярҙам программаһы эшләй. Был программа сиктәрендә эшкә килгән тәүге көндән башлап биш йыл дауамында ай һайын 20 000 һум өҫтәмә түләү ҡаралған.
Видеоконференция барышында студенттар ҡала инфраструктураһының үҫеше, йәштәр өсөн уңайлы мөхит булдырыу тураһында һорауҙар бирҙе. Марат Заһиҙуллин был йәһәттән ҙур проекттарҙың тормошҡа ашырылыуын билдәләне. Мәҫәлән, Космонавтар бульварындағы бинаға капиталь ремонт үткәреү өсөн грант алыу буйынса эштәр бара, скверҙарҙы төҙөкләндереү дауам итәсәк. Яңы амфитеатр, скейт парк, этәрҙе йөрөтөү өсөн махсус майҙансыҡ, ял итеү зоналары һәм коммерция объекттары барлыҡҡа киләсәк. Шулай уҡ Ленин исемендағы үҙәк майҙанды реконструкциялау дауам итәсәк, Дзержинский урамын 100 миллион һумға төҙөкләндереү планлаштырыла.
Мэр шулай уҡ Салауатта теләһә ниндәй тармаҡта, муниципаль хеҙмәттә йәки техник өлкәлә карьера эшләргә мөмкин, сөнки ҡала химия һәм машиналар эшләү сәнәғәте менән дан тота, тине.
- Бынан тыш, Салауатта үҫеш талап иткән бизнес йүнәлештәре бик күп. Бөгөнгө көндә ҡаланың эшҡыуарлыҡ берләшмәһендә дүрт мең ярымдан ашыу кеше иҫәпләнә, уларҙың күбеһе үҙенсәлекле һәм конкурентлы тауарҙар етештереү менән шөғөлләнә. Был Салауаттың инновацион потенциалын һәм яңы технологияларҙы үҙләштереү мөмкинлектәрен күрһәтә, - тип дауам итте Марат Зәһиҙуллин.
Студенттар әңгәмәлә яңы торлаҡ төҙөү мәсьәләһенә лә ҡағылды. Мэр, Башҡортостан Республикаһының торлаҡ төҙөлөшө фондының ер участкаларын ҡуртымға алыу буйынса конкурста ҡатнашҡаны, килешеүҙәр төҙөлөүе, проект-смета документацияһының әҙерләнеүе һәм экспертиза үтеүе тураһында һөйләне. Апрель аҙағында ҡалаға тәүге ике күп фатирлы биш ҡатлы йорт төҙөлә
башлаясаҡ, тине. Беренсе йорттоң майҙаны 7 800 квадрат метр, икенсеһе 3 500 квадрат метр тәшкил итәсәк. Был
эштәрҙе дауам итеү пландары бар.
Студенттар ҡалала заманса архитектура проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды.
- Салауатта архитектура-проект бюроһын булдырыу тураһында ҡарарҡабул ителгән. Был ойошма ҡала тарихын һәм уның ҡиммәттәрен аңлаған белгестәрҙе тупларға, проекттар әҙерләргә ярҙам итер тип көтөлә. Һеҙ ҙә был конкурстарҙа ҡатнаша алаһығыҙ. Мәҫәлән, ҡала 80 йыллығын билдәләүгә арналған, «Салауатбыяла» предприятиеһы Нуриманов урамындағы икенсе ҡулса районында арт-объект булдырыу өсөн проектлаусыларҙы эҙләйбеҙ, тиҙҙән конкурс иғлан ителеүе көтөлә. Шулай уҡ Пушкин исемендәге паркта әкиәт персонаждарынан арт-объекттар ҡуйыу планы бар, - тине мэр.
- Салауат үҫешә, яр буйы асылды. Һеҙ тырышаһығыҙ, аллея матур барлыҡҡа килгән. Минеңсә, кешеләр ниндәйҙер шәхси маҡсаттары булғанға ҙур ҡалаларға күсә, - тип уртаҡлашты студенттарҙың береһе.
- Ошондай юғары баһа өсөн ҙур рәхмәт! Әлбиттә, студенттар үҫешергә хоҡуҡлы, ҙур карапҡа ҙур йөҙөү, ҙур диңгеҙ кәрәк, тиҙәр. Һеҙҙең белемегеҙ һәм күнекмәләрегеҙ әлеге ваҡытта уҡыған ҡалаларығыҙҙа ҡалыу өсөн етерлек. Һеҙ үҫешергә һәм бары тик алға барырға тейешһегеҙ. Иң мөһиме, һеҙ үҙегеҙҙең бәләкәй Ватанығыҙҙы онотмағыҙ, - тип яуапланы уға Марат Зәһиҙуллин.
Онлайн-осрашыу аҙағында мэр балаларға уҡыуҙа уңыштар теләне һәм улар менән ғорурланыуын белдерҙе, сөнки уларҙың ҡаҙаныштары ҡалабыҙ тарихының бер өлөшө булып тора.