«Мине 31-се Башҡортостан полкына яҙҙылар», - ти ул. «Тәүҙә беҙҙе Алкиноға, унан һуң Һамарға ебәрҙеләр, унда сентябргә тиклем хәрби әҙерлеккә өйрәттеләр. Шунан һуң поезд менән Луганск Халыҡ Республикаһына алып барҙылар.
Мотоуҡсылар полкында башта водитель-электрик булып, «Урал» автомобилендә эшләнем. Тиҙ арала артиллерияға күсерҙеләр, хәҙер экипаждың икенсе номеры. Полктағы яугирҙар барыһы ла Башҡортостандан, ун һигеҙ йәштән алып алтмыш йәшкә тиклем, төрлө милләт вәкилдәре. Батальон командиры ла, батарея командиры ла яҡшы кешеләр, улар яугирҙарҙы ҡурсалап, һаҡлап торалар. Беҙҙе шунда уҡ алғы һыҙыҡҡа ташламанылар, әкренләп индерҙеләр, яу хәленә өйрәнергә ваҡыт бирҙеләр.
Батареяла алты пушка һәм алты экипаж бар. Экипажда мин иң оло кеше. Состав нигеҙҙә үҙгәрмәй, әммә үкенескә ҡаршы, орудие командиры яраланды, ул хәҙер Мәскәүҙә госпиталдә.
Беҙҙең бурыс - дошман объекттарын юҡ итеү, һөжүм итеүселәргә алға барыу өсөн юлды асыу. Разведка дрондары һиҙмәһен өсөн, улар һәр ваҡыт пушкаларҙы маскировкалай. Ике-өс атыуҙан һуң йәшеренәбеҙ, сөнки беҙҙең позицияларҙы шунда уҡ утҡа тотоу башлана. Һуңғы ике аҙнала ике пушканы алмаштырҙыҡ, уларҙы ремонтҡа ебәрҙеләр.
Разведка координаталар бирә. 11-12 саҡрымға тиклем йыраҡлыҡҡа көнөнә ун биш атыуға тиклем эшләйбеҙ. Көндөң теләһә ниндәй ваҡытында хәүеф аҫтында йөрөйбөҙ. Көндөҙ танктар, төндә «Баба Яга» дроны ата. Ялға сығыу өсөн тәүҙә бер нисә саҡрым йәйәүләп барабыҙ, унан машина килеп ала.
Боеприпастар өсөн махсус окоптар төҙөйбөҙ, уны маскировкалайбыҙ. Дөйөм ауырлығы 40 кг самаһы булған снаряд менән зарядты рюкзакта бер нисә саҡрым йөрөтәбеҙ. Пушканы яңы урынға күсергәндә уны ҡуйырға, көйләргә кәрәк. Дөйөм алғанда, бөтә ваҡыт эсендә операция барышында 500-гә яҡын снаряд аттыҡ.
Беҙ даими дошман уты аҫтында, әммә мин өйрәнеп бөттөм
инде, хәҙер бер нәмәнән дә ҡурҡмайым. Ғөмүмән, иң ҡурҡынысы - утҡа тотоу. Землянкаларҙы үҙебеҙ ҡаҙып йыһазландырабыҙ. Гуманитар ярҙам даими килә, бының өсөн республикабыҙға айырым рәхмәт. Әммә барыбер маскировка селтәрҙәре етешмәй". «Майкл» «Хәрби отличие өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Был награда уның тырышлығын, ҡаһарманлығын һәм хәрби бурысын намыҫлы үтәгәнен раҫлай. Ул - Башҡортостандың күп кенә яугирҙәре кеүек үк, Ватанды һаҡлауға үҙенең ғүмерен бағышлаған, тыныс тормошҡа ҡайтырға ашҡынып торған кеше. Уның һүҙҙәрендә - тыныслыҡҡа булған ышаныс, яҡындарына ҡайтырға тигән теләк. Ул – ысын герой, үҙ иленең яҡлаусыһы.
Зәбир Исламов.
Подписать контракт можно в военном комиссариате Салавата (ул. Уфимская, д. 25, тел. 8 (3476) 35-17-69) или в едином центре «Защитник» по адресу: Уфа, улица Элеваторная, 15.
На вопросы о службе по контракту ответят по единому справочному номеру 117, телефонам Ситуационного центра 122 или +7 (347) 218-19-19, в любом офисе МФЦ «Мои документы», также информация размещена на сайте башбат.рф. Телефон пункта отбора (347) 248-29-31.