Кешеләр мәнфәғәтендә
Тәүҙә Башҡортостандан Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, Экология, тәбиғәт ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса комитет ағзаһы Зариф Байғусҡаров ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин менән берлектә ҡаланың партия активы менән осрашыу үткәрҙе. Осрашыу барышында ул үҙе әҙерләүҙә һәм ҡабул итеүҙә ҡатнашҡан закондар тураһында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе һәм тәҡдимдәрҙе ҡабул итте.
Зариф Закир улы әсәлек капиталы ҡатнашлығында ипотекаға торлаҡ һатып алған ғаиләләр өсөн файҙалы мәғлүмәт бирҙе. «Балалы ғаиләләргә өҫтәмә дәүләт ярҙамы саралары тураһында» федераль закондың 7-се статьяһына һәм «Ипотека (күсемһеҙ милек залогы) тураһында» федераль закондың 7-се статьяһына индерелгән үҙгәрештәр, хатта фатир ипотека тулыһынса түләнгәнсе залогта булһа ла, банктың ризалығын алмайынса, әсәлек капиталына һатып алынған торлаҡты рәсмиләштереү мөмкинлеген күҙ уңында тота.
Әгәр пенсионер эшләмәһә, ул дауалау өсөн һалымдың бер өлөшөн кире ҡайтара алмай, сөнки пенсияға НДФЛ һалынмай. Дәүләт Думаһы депутаты һүҙҙәренсә, ҡабул ителгән яңы законда пенсионерҙарға ла аҡса алыу мөмкинлеге ҡаралған. Әгәр пенсионерҙың улы йәки ҡыҙы эшләй икән, ул һалым инспекцияһына туғанлыҡты һәм тейешле сығымдарҙы раҫлаусы документтарҙы тапшырып, һалым ҡайтармаһы ала ала.
Яңылыҡтарҙың береһе ике балалы ғаиләләр өсөн льготалы автокредиттарға ҡағыла. Тәүге тапҡыр «Ғаилә автомобиле» льготалы автокредитлау дәүләт программаһына ике балалы ғаиләләр индерелә. 2025 йылдың 13 майына тиклем был программала өс һәм унан күберәк балалы ғаиләләр генә ине.
Зариф Байғусҡаров һүҙҙәренсә, һуңғы биш йылда балаларын ҡарауға алимент түләүҙән ҡасҡан өсөн язаны ҡәтғиләштереү буйынса бер нисә закон ҡабул ителгән. Бындай ата-әсәләрҙе балаларын ҡарауға этәреү өсөн 2024 йылдың 29 майында тағы бер федераль закон ҡабул ителә, ул алимент буйынса бурыслылар реестрын булдырыуҙы күҙ уңында тота. Был реестрға балаларына һәм оло йәштәге ата-әсәләренә алимент түләүҙән баш тартҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығына тарттырылған йәки эҙләүҙә булған кешеләр индерелә. Реестр дөйөм ҡулланылышта буласаҡ, эш биреүселәр хеҙмәткәрҙең финанс хәле тураһында белә аласаҡ, ә бындай кешенән күсемһеҙ милек йәки башҡа мөлкәт һатып алырға теләүселәр килешеүҙән баш тарта аласаҡ.
Бөтә һорауҙар ҡаралғандан һуң Зариф Байғусҡаров Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутатының Рәхмәт хаты менән Салауат ҡалаһының Һәм Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм «9-сы йорт идаралығы» йәмғиәте директоры Анна Йосопованы һәм Салауат ҡалаһының урындағы үҙидара системаһындаға тос хеҙмәте һәм ҙур өлөш индергәне өсөн эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары - бизнес-шериф Урал Мәғизовты бүләкләне. Депутат эшмәкәрлеген әүҙем яҡтыртҡаны өсөн «Салауат» гәзитенең баш мөхәррире Гөлнара Асҡароваға исемле сәғәт менән тапшырылды. Зариф Байғусҡаров үҙе гәзиттәргә яҙылыуҙа ярҙам итеүен билдәләне һәм һәр етәксене, урындағы Совет депутаттарын баҫмаларға яҙылырға, ярҙам итергә саҡырҙы.
Осрашыу Салауат «Ирҙәр ҡоро» ултырышы менән тамамланды.
Белем биреү учреждениеларын яңыртыу
Салауат ҡалаһында белем биреү учреждениеларын яңыртыу буйынса күләмле эштәр дауам итә. Быйыл бер юлы биш уҡыу йорто ремонтлана: 1-се гимназия, 2-се кадет, 4-се, 7-се мәктәптәр, шулай уҡ Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы. Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров объекттарҙа йөрөп, эштәр барышын шәхсән тикшерҙе.
Белем биреү биналарында эштәр тулы күләмдә алып барыла һәм биналарҙың тышҡы йөҙө лә, эске өлөшө лә тулыһынса заманса күренеш ала. Мәктәптәрҙә һәм колледжда ҡыйыҡты, йылытыу системаларын тулыһынса ремонтлайҙар, фасадтарҙы, эске бүлмәләрҙе, инженер селтәрҙәрен яңырталар. Заманса стандарттарға тап килгән яңы уҡыу ҡорамалдары ҡуйыла. Мәктәп, гимназия һәм колледж етәкселәре подряд ойошмалары вәкилдәре менән берлектә эш барышы менән таныштырҙы.
Депутатты ниндәй эштәр башҡарыла, ремонт ваҡытында ҡулланылған материалдарҙың сифаты, майҙансыҡтарҙа күпме кеше эшләүе, эштәрҙе тапшырыу ваҡыты һәм бөгөнгө көнгә ниндәй күләмдә башҡарылыуы һәм башҡа күп һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы. Зариф Байғусҡаров капиталь ремонт майҙансыҡтарына бик аҙ кеше йәлеп ителеүен һәм эштәрҙең ваҡытында башҡарылып тапшырылыуының әһәмиәтен билдәләне.
Һәр объектта ваҡыты буйынса бер аҙ артта ҡалыуҙар бар, әммә һәр подрядсы бурыстарҙы үтәргә вәғәҙә итте.
- 2024 йылдың 26 июлендә һәм 26 декабрендә был мәктәптәрҙе ремонт барышын ҡараным. Ул саҡта яһалған иҫкәрмәләрҙе подрядсы бөтөргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, контракт буйынса эштәр 30 июнгә тиклем тамамланмаған, тапшырыу ваҡыты 11 авгусҡа тиклем оҙайтылған. Төҙөүселәр был датаға тиклем ремонтлап өлгөрмәйәсәк, тигән борсолоу бар, сөнки объекттарҙа ни бары 20-нән 40-ҡа тиклем кеше эшләй, улар ваҡытына өлгөртә алырмы икән. 1-се гимназияла һәм 4-се мәктәптә әҙерлек яҡынса 80 процент, 2-се мәктәптең һәм 7-се мәктәптең әҙерлеге 90 процент тәшкил итә. Һәр подрядсы алдында шундай шарттар ҡуйылды: эшселәр һанын 40 кешенән дә арттырырға, эште иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 9-ға тиклем, шул иҫәптә ял көндәрендә лә ойошторорға. Шулай уҡ мебель, техниканы йыйырға һәм ҡуйырға, биләмәне төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡарырға кәрәк. Был мәктәптәр 1 сентябрҙә 3,5 мең уҡыусыны, уларҙың ата-әсәләрен һәм уҡытыусыларҙы ҡабул итергә әҙер булырға тейеш, - тип билдәләне Зариф Байғусҡаров.
Дәүләт Думаһы депутатының эш сәфәренең айырым пункты - Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы. Билдәле булыуынса, ҡалабыҙ был уҡыу йорто «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә ике грант яуланы: береһе - «Профессионалитет» федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә «Туризм һәм хеҙмәтләндереү өлкәһе» кластеры белгестәрен практик әҙерләү үҙәген булдырыу һәм икенсеһе - «Урта һөнәри белем биреү ойошмаларын капиталь ремонтлау» федераль программаһы һәм улар сиктәрендә бөгөнгө көндә колледжда яңыртыу буйынса күләмле эштәр алып барыла.
- Беҙ республиканың өс уҡыу йорто менән бергә колледждарҙы капиталь ремонтлау программаһына индек. Эштәр март айында башланды. Бында федераль һәм төбәк средстволары йәлеп ителә. Подрядсылар яҡшы, уртаҡ тел табып эшләйбеҙ, - тип уртаҡлашты Салауат белем биреү һәм профессиональ технологиялар колледжы директоры Зөлфиә Ишембәтова.
«Профессионалитет» проекты буйынса Салауат мәғариф һәм һөнәри технологиялар колледжында «Туризм», «Ҡунаҡсыллыҡ», «Ресторан сервисы», «Спорт туризмы» йүнәлештәре буйынса 11 зона, интерактив музей һәм мәғлүмәт технологиялары буйынса оҫтаханаларҙың ҙур өлөшөн булдырыу күҙаллана.
Ремонт эштәрен төрлө йүнәлештәр буйынса бер нисә подряд ойошмаһы алып бара: электр, йылытыу системаһы, һыу менән тәьмин итеү, һыуҙы ағыҙыу, фасад һ.б. Тамамланыу өҫтөндә булған эш йүнәлештәре лә бар, әммә ҡыйыҡтағы ремонт бер аҙ тотҡарлана. Ремонтҡа йәлеп ителгән хеҙмәткәрҙәр ҡырҡтан ашыу.
- Төбәк етәкселеге «Урта һөнәри белем биреү ойошмаларын капиталь ремонтлау» программаһын хупланы һәм колледжды үҫтереүгә 50 миллион һум күләмендә финанс бүлде, был сумманы дөйөм ятаҡты ремонтлауға йүнәлттек, - тип белдерә Зөлфиә Ишембәтова һәм Зариф Байғусҡаровты яңыртылған колледжды асыу тантанаһына саҡырҙы. - Колледжда бик матур буласаҡ, һөнәри белемде үҙләштереү һәм студенттарҙы практик йүнәлешле әҙерләү сифатын күтәреү өсөн заманса шарттар булдырыласаҡ. Һеҙҙе октябрь айында уның асылыуына саҡырабыҙ.