газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
10
9 май - Еңеү көнө
7 Февраль , 13:30

«Бер аҙым артҡа сигенмәҫкә!»

Ҡалабыҙҙың тарихи - тыуған яҡты өйрәнеү музейында бөйөк Ватан һуғышының мөһим ваҡиғаларының береһе - Сталинград алышына арналған бик фәһемле Батырлыҡ дәресе үтте. Унда ҡатнашыусы Салауат медицина колледжы студенттары ошо ҡаһарманлыҡ көндәре мөхитенә сумды.

«Бер аҙым артҡа сигенмәҫкә!»
«Бер аҙым артҡа сигенмәҫкә!»

Календарҙа илебеҙҙең тарихи йылъяҙмаһына мәңгелеккә яҙылған даталар бар, уларҙың береһе - Сталинград алышы. Уны Бөйөк Ватан һуғышының иң ҙур алышы һәм Икенсе донъя һуғышының артабанғы һөҙөмтәһенә етди йоғонто яһаған һынылыш этабы тип атайҙар. Был ҡала, һәр урам, һәр завод, һәр йорт, подвал өсөн көрәш 200 көн һәм төн бара. Сталинградты ер менән тигеҙләйҙәр. Иң ҡаты алыштар ҡаланың төп бейеклеге - Мамаев ҡурғанында 135 тәүлек дауам итә. Совет һалдаттарының сыҙамлығы һәм батырлығы арҡаһында 1943 йылдың 2 февралендә Сталинград алышы тулыһынса еңеү менән тамамлана.


Тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире Ольга Шалева ысын тарихи документтар, фотоһүрәттәр ҡулланып, Сталинград алышының төп ваҡиғалары, уның тарихи әһәмиәте, юғалтыуҙар, ил һаҡсыларының бөйөк батырлыҡтары тураһында һөйләне.


Шулай уҡ ул беҙҙең ҡалала Сталинград алышында ҡатнашҡан Бөйөк Ватан һуғышы Ветераны Таис Колышев йәшәй, тип билдәләне. 12 майҙа ветеранға 100 йәш тула.
- Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул даими музейға йәш быуын менән осрашыуға килде, батырлыҡ дәрестәре алып барҙы, бөйөк Ватан һуғышы барышында булған ваҡиғалар тураһында иҫтәлектәре менән бүлеште. Ул Волгоградҡа парадҡа саҡырыуҙары хаҡында уртаҡлашты. Бөгөнгө көндә ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ғына түгел, Салауат ҡалаһының Почетлы гражданы ла.


Осрашыуға туғыҙынсы класс нигеҙендә «Шәфҡәт туташы эше» һөнәре буйынса уҡыусы Салауат медицина колледжының ике төркөм студенттары килде. Колледждың ойоштороусы педагогы Лилиә Хәтмуллина билдәләүенсә, бындай патриотик дәрестәр йәштәргә үҙ илен яҡшыраҡ аңларға һәм ата-бабаларының батырлыҡтарын баһаларға мөмкинлек бирә.
- Беҙ тарихи - тыуған яҡты өйрәнеү музейында даими рәүештә төрлө осрашыуҙарға йөрөйбөҙ, был аҙнала ғына икешәр төркөм менән өсөнсө тапҡыр киләбеҙ. Беренсе курста улар тарих дәресен уҡый, Бөйөк Ватан һуғышы темалары башланғанда, тәрәнерәк белер өсөн беҙ бында киләбеҙ. Патриотик юҫыҡтағы сараларҙа ҡатнашырға тырышабыҙ, сөнки йәштәр илде, батырҙарҙы ни тиклем нығыраҡ хөрмәт итһә, беҙгә белем биреү шул тиклем еңелерәк, - ти педагог.


Батырлыҡ дәресе бараһында ла онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы, йәштәрҙең күңелендә үҙ иле, уның тарихы өсөн ғорурлыҡ, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына хөрмәт тойғоһо уятты.


- Бындай тарихи ваҡиғаларға арналған саралар бик фәһемле үтә. Быйыл Еңеүҙең 80 йыллығы билдәләнә, илебеҙ тарихының бөйөк биттәрен белергә кәрәк һәм бөгөн дә үҙебеҙ өсөн бик күп файҙалы мәғлүмәт алдыҡ. Был тема минең өсөн яҡын, яҡын кешеләрем араһында Советтар Союзы Геройы булған Владимир Алексеевич Секин бар, - тип уртаҡлашты Салауат медицина колледжы студенты Карина Абдрахманова.


- Мин тыуған илебеҙ тарихын ҡыҙыҡһынып өйрәнәм. Олатайым да һуғышта ҡатнашҡан, тыуған яғына еңеү менән ҡайтҡан, уның һуғыш тураһында һөйләгәндәрен, дошмандарға ҡаршы нисек алышыуҙарын иҫем китеп тыңлай торғайным. Бөгөнгө Батырлыҡ дәресе лә бик тулҡынландырғыс үтте. Йәштәрҙең тарихты белеүе бик мөһим, был белемле, аҡыллы, шулай уҡ илһөйәр булыуға булышлыҡ итә, - тип үҙ фекере менән бүлеште беренсе курс студенты Байрас Ғәйнуллин.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: