«Бик матур йырлай. Афарин!» - Рәсәй телеканалында барған вокал-йыр тапшырыуының жюри ағзалары Богдана Рудтың сығышын шулай юғары баһаланы. Ижади бәйгенең ҡағиҙәһе буйынса, йырсы үҙ сығышы менән йөҙ кешенән торған жюриҙың күңелен яуларға тейеш, ә беҙҙең яҡташыбыҙ йырлағанда 95 кеше тороп баҫты. Ҡыҙ ижад ҡаҙанында ҡайнап йәшәй, уның үҙ музыкаль проекттары бар, йырҙар яҙа, төрлө фестивалдәрҙә, конкурстарҙа ҡатнаша, музыкаль чарттарҙы яулау өсөн ҙур тырышлыҡ һала.
- Күләмле вокал конкурсы тапшырыуына нисек эләүегеүең тураһында һөйлә әле.
- Автор-башҡарыусы булғанға күрә, мин һәр ваҡыт төрлө музыкаль фестивалдәрҙә, конкурстарҙа ҡатнашырға тырышам. Бер-ике йыл тирәһе элек өләсәйем ошо тапшырыуҙы ҡарағандан һуң, миңә лә унда ҡатнашырға кәңәш бирҙе. Ул ваҡытта кастинг үттем, әммә Рәсәйҙә түгел ине, бара алманым. Икенсе йылына мин тағы ла үҙемде һынап ҡараным. Тәүҙә онлайн этап булды, һуңынан Өфөлә йондоҙло жюри алдында сығыш яһарға тура килде. Ярты йырҙы башҡарыуыма, улар минең сығышымды хуплағайны.
- Мәскәүҙә һеҙҙе нисек ҡаршы алдылар, тапшырыу нисек төшөрөлдө? Сығыш яһағанда ҡаушанығыҙмы һәм жюриҙың баһаларын нисек ҡабул иттегеҙ?
- Баш ҡалала бик йылы ҡаршы алдылар. Проект командаһы бик ҙур, кураторҙар ҙа, стилист, гримерҙар ҙа бар. Сығышты тәүҙә проекттың режиссеры хуплай. Һуңынан тапшырыуҙы төшөрөү көнөн көтәбеҙ. Башта тауышты көйләйбеҙ. Миңә тиклем сығыш яһаған йырсыларҙы тыңлап, ишетеп торҙоҡ. Тулҡынланһам да, үҙемде ҡыйыу тоторға, үҙемдең һәләтемде юғары кимәлдә күрһәтергә тырыштым.
Сығыш яһап бөткәндән һуң уның буйынса оҙаҡ һөйләшеү булды, барыһын да эфирға сығармайҙар. Минең энергетиканы, артислыҡ һәләтемле баһаланылар.
Тағы ла бер ҡыҙыҡ факт, насар күргәнгә, тулҡынланыуым да кәмерәк булды. Мин телевидениела сығыш яһауым менән бәхетле инем, хатта ҡайһы фекерҙәрҙе ишетмәнем дә. Һөҙөмтә ниндәй генә булмаһын, мин үҙемдең тырышлыҡ һәм ышаныс менән был тормошта барыһы ла ирешеп булыуын күрһәттем.
- Был һеҙҙең юғары кимәлдәге конкурста тәүгә ҡатнашыуығыҙмы?
- Бала саҡта республика, бөтә Рәсәй кимәлендәге конкурстар булды. Ҙур фестивалдәрҙә һәм республика телевидениеһы бәйгеһендә ҡатнашыу тәжрибәһе бар. Мин «Өфө тулҡындары» конкурсында гран-при яуланым. Шулай ҙа «Әйҙәгеҙ, бергәләп!» кеүек ҙур кимәлдәге проектта ҡатнашыуым беренсегә.
- Нимә менән шөғөлләнеүегеҙ тураһында һөйләгеҙ әле, күптән йырлайһығыҙмы? Пландарығыҙ ниндәй?
Үҙемде иҫләгәндән алып йырлайым. Балалар баҡсаһында йырҙы үҙенсәлекле итеп башҡарғас, вокалсы булараҡ йыш конкурстарҙа, сараларҙа сығыш яһай башланым. Мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ колледжында режиссер-ҡуйыусы һөнәренә уҡыным, унда мюзиклдарҙа ҡатнаштым. Шул ваҡытта кавер төркөм барлыҡҡа килде. Артабан сәнғәт институты, эстрада-джаз бүлеге. 10 йәшемдә шиғырҙар яҙа башланым, һуңынан көйҙәр ҙә тыуа башланы. Хәҙер минең иҫәптә бик күп синглдар һәм 3 альбом. Музыкаль чарттарҙы яулау, артистар менән ҡатнаш музыкаль номерҙар яһау пландары бар.
Богдананың әсәһе Наталья Рудь - ҡыҙының төп терәге һәм көйәрмәне һәм, әлбиттә, үҙәк телеканалда ҡыҙы сығыш яһағанда уның өсөн бик тулҡынлана:
- Мин проекттың бик етди, көнәркәшлек юғары икәнен аңлай инем. Был ысынлап та халыҡсан проект, халыҡ араһынан сыҡҡан һәләттәр сығыш яһай. Алыр барыусылар һәр башҡарыусыны дәртләндерергә тырыша. Минең ҡыҙым бер ҡаршылыҡ алдында ла юғалып ҡалмай, кәртәләрҙе емереп һәр ваҡыт алға бара. Балаларға музыка серҙәрен өйрәтә, үҙенең музыкаль проекттары ла бар. Ул төрлө йүнәлештәрҙә йырлай, төрлө музыка ҡоралдарында уйнай. Уның музыка менән шөғөлләнеүенә ҡарашым ыңғай, ҡыҙымдың тырышлығы, ҡаҙаныштары менән ғорурланам. Бәләкәй ваҡытында ҡала конкурстарында сығыш яһай торғайны, “Яҙғы тамсылар” конкурсында еңеүсе лә булғайны. Богдананың музыкаль педагогы Людмила Колесниковаға музыкаль яҡтан яҡшы белем биреүе өсөн рәхмәт. Ҡыҙыма артабан да уңыштар теләйем.
Фото Богдана Рудь архивынан.