Ҡала полицияһына тулҡынланып бер ҡатын шылтырата һәм сауҙа үҙәктәренең береһендә бер кешенең мутлашыусыларға аҡса күсерергә йыйыныуын хәбәр итә. Полиция хеҙмәткәрҙәре билдәләнгән адрес буйынса юллана. Хоҡуҡ һаҡсылары килгәнсе, полицияға шылтыратыусы Нурзилә Юлмеева мутлашыусылар ҡорбанын яңғыҙын ҡалдырмаҫҡа тырыша. Уның аҡса күсереүенә ҡамасаулай, банкомат төймәләренә баҫа һәм һуңынан операцияны туҡтата.
Урынға килеүсе полиция хеҙмәткәрҙәре зыян күреүсегә уның аҡсаларын саҡ мутлашыусыларға күсермәүен аңлатырға маташа, әммә ҡатын ниндәйҙер эште тикшереүҙә ҡатнашыуына ныҡлы инанған һәм енәйәт яуаплылығына тарттырыласағынан ҡурҡҡан була, хатта уларға ышанырға ла теләмәй.
Артабан асыҡланыуынса, 56 йәшлек ҡатынға мессенджерҙа йәнәһе лә шәхси мәғлүмәттәрҙең юғалыуы факты буйынса тикшереү уҙғарыу тураһында етәксенән хәбәрнамә килә. Ялған етәксе уның менән куратор бәйләнешкә сығасағы һәм инструкциялар бирәсәге тураһында әйтә. Киләһе иртә менән шылтыратыу яңғырай. Ялған куратор ҡатындың банктағы иҫәбенән аҡсаһын сит илгә күсерергә маташыуҙары хаҡында хәбәр итә. Артабан йәнәһе лә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре шылтырата. Ул ошо факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылыуы һәм уның тикшереү барышында һәр төрлө мәғлүмәтте таратыуы өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыласағы тураһында әйтә.
Иң һуңынан йәнәһе лә Росфинмониторинг хеҙмәткәре “консультация бирә”, ул банктарҙың береһендә ҡатынға ике миллионлыҡ кредит рәсмиләштереүгә заявка булыуы тураһында хәбәр итә. Заявканы туҡтатыу өсөн шул уҡ суммаға кредит юллау һәм икенсе иҫәпкә күсереү кәрәклеген әйтәләр. Шул ваҡыт зыян күреүсе шикләнә, әммә уға шунда уҡ ялған хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәре шылтырата һәм уның өйөнә эҙләнеү менән киләсәктәре һәм ул енәйәт эше фигуранты булыуы мөмкин тип ҡурҡыта. Икенсе көнгә зыян күрүсе банкка кредит юллау өсөн бара. Уға кредитты хупламайҙар. Шул саҡ мутлашыусы консультант уны 500 мең һумға автокредит рәсмиләштерергә инандыра. Ошо аҡсаны зыян күреүсе мутлашыусылар иҫәбенә күсерергә тейеш була. Бәхеткә, уның юлына иғтибарлы һәм ҡыйыу Нурзилә Юлмеева осрай.
Гражданлыҡ позицияһын күрһәткәне һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығына мәғлүмәт-телекоммуникацион технологиялар ҡулланып башҡарылған енәйәттәрҙе иҫкәртеү һәм юл ҡуймау буйынса йөкмәтелгән бурыстарҙы атҡарыуға булышлыҡ итеүе өсөн Нурзилә Юлмееваға Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлеге начальнигы урынбаҫары, эске хеҙмәт подполковнигы Борис Машин рәхмәт хаты тапшырҙы.
Салауат эске эштәр бүлеге граждандарҙың иҫенә төшөрә: билдәһеҙ “хәүефһеҙ иҫәп”тәргә аҡса күсермәгеҙ. Иң хәүефһеҙ иҫәп - ул үҙегеҙ банкта асҡан иҫәп, ә билдәһеҙ кеше әйткән түгел.