-1 °С
Болотло
Ҡалала «Бургер Кинг» тиҙ туҡланыу ресторанын төҙөү тәҡдиме менән «ТөҙөлөшЗаказ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Евгений Пчелкин сығыш яһай.
Уның хәбәр итеүенсә, проектты тормошҡа ашырыуға 152 млн һум талап ителәсәк.
Шуныһы ла мөһим, ресторанды асыу 38 яңы эш урыны булдырасаҡ.
Инвестсәғәт йомғаҡтары буйынса проект хупланды һәм өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индерелде. Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, компанияға ер участкаһы арендаһын рәсмиләштереүҙә ярҙам күрһәтеләсәк.
Ресторандың ҡасан төҙөлә башлаясағы әлегә хәбәр ителмәй.
Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.