Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
28 Октябрь , 10:35

Һәр яҡлап та алдынғы булғанға күрә

Медицина колледждары һәм университеттары студенттары пофсоюздың исемле стипендияларын алды. Стипендиаттар иҫәбендә - Салауат медицина колледжының дүртенсе курс студенты Милана Мостафина.

Һәр яҡлап та алдынғы булғанға күрә
Һәр яҡлап та алдынғы булғанға күрә

Профсоюз стипендиаттарына үҙҙәренең идеяларын тормошҡа ашырыусы һәм командаларын алға әйҙәүсе лидер студенттар лайыҡ була. Быларҙың барыһы ла Милана хаҡында: уның көс-дәрте, камиллашыуға ынтылышы колледж студенттарын рухландыра, үҙ көстәренә ышандыра.


Активистка, спортсы һәм ирекмән, Милана урындағы Йәш гвардия бүлеге етәксеһе, волейбол һәм акробатика буйынса разрядка эйә, колледждың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, мәҙәни байрамдар әм социаль акциялар ойоштороуҙа ярҙам итә.


- Колледжды тамамлағандан һуң белем алыуҙы дауам итергә уйлайым, врач-реабилитолог булырға хыялланам, - тип бүлеште һөнәри пландары менән Милана.


Маҡсатлы ҡыҙҙың теләге тормошҡа ашасағында һис шик юҡ.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: