газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
28 Октябрь , 14:00

Оҙаҡламай бәпәй артынан килерҙәр

«Нисек булыр? Мине нимә көтә? Нимәгә әҙер булырға?» - буласаҡ әсә кешеләрҙе бындай һорауҙар йыш борсой. Бөтә Рәсәй ауырлылар көнөндә бәпес көтөүсе ҡаланың гүзәл заттарын бала табыу йортона экскурсия ойошторҙолар һәм, әйтергә кәрәк, улар үҙҙәренең һорауҙарына яуап алды.

Оҙаҡламай бәпәй артынан килерҙәр
Оҙаҡламай бәпәй артынан килерҙәр

Ауырлылар көнө йылына ике тапҡыр билдәләнә, апрелдә һәм октябрҙә. Тәүҙә ул 26 төбәктә акция форматында ойошторола, ә 2023 йылда Бөтә Рәсәй иҫтәлекле көнөнә әүерелә.
Иң тәүҙә йөклө ҡатын-ҡыҙҙар врачтар һәм социаль координаторҙар менән осрашып, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды.
Етди һөйләшеүҙән һуң гүзәл заттарҙы экскурсияға саҡырҙылар. Уларға уңайлы палаталарҙы, яңы тыуған сабыйға интенсив терапиялы бүлмәләрен, шулай уҡ бала менән әсәне сығарыу залын күрһәттеләр.
- Һеҙгә ҙур рәхмәт! Иңдәрегеҙҙә ҡалабыҙҙың демографияһы, - тине буласаҡ әсәләргә мөрәжәғәт итеп ҡала дауаханаһының баш врачы Алик Янышев.
- Беҙҙең бала табыу йортона бәпесләргә килегеҙ, әхирәттәрегеҙҙе саҡырығыҙ, - тип өҫтәне баш врач урынбаҫары Светлана Миңлебаева һәм хәүеф төркөмөнә ҡарағандар Өфөгә өсөнсө кимәлдәге бала табыуға ярҙам итеү бүлегенә оҙатылыуы хаҡында ла хәбәр итте.
Ҡала дауаханаһы мәғлүмәттәре буйынса, Салауатта 7 октябрҙән 13-нә тиклем 17 бала тыуған - 6 малай һәм 11 ҡыҙ. 2024 йылда барлығы 684 сабый донъяға килгән.
- Экскурсияла ирҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ике ауырлы ҡатын булды. Беҙ был һоҡланғыс гүзәл заттарға терәк булыуыбыҙҙы, уларҙың яңғыҙ түгеллегенә ышандырғы килә, - ти һыҙыҡ өҫтөнә алды Алик Янышев.
Бала табыу йорто менән танышыу экскурсияһы ҡатын-ҡыҙҙарға бүләктәр тапшырыу менән тамамланды.

Алена Бизикина фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: