Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
27 Октябрь , 13:30

Проект яңы, күләмле һәм файҙалы

Ҡалала «А-нан Я-ға тиклем» исеме аҫтында дүртенсе бизнес-тур этабы үтте.

Проект яңы, күләмле һәм файҙалы
Проект яңы, күләмле һәм файҙалы

Йөҙләгән эшҡыуарҙар осрашҡан сарала Толбазынан Гөлназ Фәйезова тигән ханым да бар. Ул осрашыуға үҙенең эше тураһында һөйләргә һәм кәрәкле бәйләнештәр булдырыу маҡсатынан килгән.
- Беҙ электр монтажлау эштәрендә һәм электр тауарҙарын һатыуҙа махсуслашабыҙ. Ауылыбыҙҙы байрамдарҙа гирляндалар менән биҙәү менән мауыҡҡас, уларҙы үҙебеҙ эшләй башланыҡ. 2022 йылда кәрәкле станок һатып алып, һыуыҡҡа, дымға сыҙамлы, диодлы, урамда һәм йорт эсендә ҡуллана торған гирляндалар етештерергә ҡарар иттек. Беҙҙең гирляндалар менән биналарҙың
фасадтарын, парктарҙы, скверҙарҙы, аллеяларҙы биҙәп була.
Гөлназ Фәйезова менән Салауатҡа ике һөйкөмлө ҡыҙ ҙа килгән. Эльвира Иҙрисова хобби рәүешендә гипстан һындар эшләү менән шөғөлләнә башлай. Технологияны өйрәнеп, үҙен күп тапҡыр һынап ҡарай. Һөҙөмтәлә күптәр уның эштәрен һатып ала башлай. Шулай итеп, үҙенең бәләкәй производствоһын асыу идеяһы тыуа:
- Төп эшемде ташламаным, буш ваҡытта гипстан вазалар һәм һауытһабалар эшләйем. Социаль селтәрҙәр аша заказдар ҡабул итәм. Илмира Ибраҡова исемле ижади ҡыҙ менән танышҡандан һуң, бергәләп «Күңел өсөн арт-терапия» тигән ҡыҙыҡлы проект уйлап таптыҡ. Унда беҙ оҫталыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ, гипстан төрлө әйберҙәр эшләйбеҙ, аралашабыҙ, бергәләп сәйҙәр эсәбеҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, тормоштың ығы-зығыһынан ял итергә уңайлыҡтар булдырабыҙ. Балаларға тәғәйенләнгән ошондай проектыбыҙ бар.
Илмира Ибраҡова әлегә декрет ялында. Былтыр бәләкәстәр байрамдарына тәмлекәстәр бешереү менән шөғөлләнә. Быйыл телефондар өсөн стикерҙар эшләү менән  мауыға.

- Минең эштәремдең төп темаһы - башҡорт милли орнаменттары, символдары һәм стилләштерелгән милли геройҙар, - тип уртаҡлаша ул. - Бындай стикерҙарҙы теләһә ниндәй һүрәт һәм яҙыуҙар менән эшләргә мөмкин. Был компанияларҙың йәки сараларҙың логотиптары булыуы мөмкин. Күптән түгел быялалар өҫтәнем, тиҙҙән магниттар ҙа барлыҡҡа киләсәк. Стикерҙар эшләү - ябай  шөғөл, әммә күп ваҡыт талап итә, бик мәшәҡәтле. Һатып алыусыларҙың эскиздары буйынса эшләү өсөн ҡыҙыҡлы заказдар була. Бындай бизнес-турҙа беренсе тапҡыр ҡатнашам. Барыһы ла ҡыҙыҡлы, минең өсөн яңы һәм файҙалы.
Салауат «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған Башҡортостан Республикаһының бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау фонды проектының «А-нан Я-ға тиклем» бизнес-турын уҙғарыуҙың дүртенсе майҙансығы булды. Быйыл тур Сибайҙа Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә башлана. Икенсе сара - Нефтекамала, өсөнсөһө Бәләбәйҙә уҙа. Майҙансыҡтар Башҡортостандың 34 муниципалитетынан 700-ҙән ашыу эшҡыуарҙы берләштерә. Проект спикеры - Башҡортостан Республикаһының Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фондының генераль директоры Элиана Сәйетова:
- Бизнес-тур - Рәсәй Федерацияһы өсөн уникаль күләмле проект. Ул Башҡортостанда барлыҡҡа килде, әммә беҙҙең тәжрибә менән бөгөн Рәсәйҙең башҡа субъекттары ла ҡыҙыҡһына. Шуныһы мөһим, йыл һайын Башҡортостан Республикаһының Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам фонды саралар концепцияһын һәм программаһын яңырта. Беҙ яңы темалар өҫтәйбеҙ, яңы спикерҙар саҡырабыҙ, әммә дәүләт ярҙамы саралары тураһында һөйләүебеҙ үҙгәрешһеҙ ҡала. Сөнки беҙҙә улар күп, өҫтәлә, үҙгәрә.
Бизнес-турға Салауат, Стәрлетамаҡ, Ишембай һәм Күмертау ҡалаларынан, шулай уҡ Ауырғазы, Ғафури, Ишембай, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш һәм Федоровка райондарынан эшҡыуарҙар килгәйне. Сараның мөһимлеген БашҡортостанРеспубликаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко билдәләне:
- Беҙ Башҡортостан Республикаһында булған бөтә ярҙам саралары тураһында һөйләү өсөн күрше райондарҙың эшҡыуарҙарын йыйҙыҡ. Ысынлап та, улар бик күп һәм төрлө йүнәлешле. Шуға күрә эшҡыуарҙарҙың беҙҙең ярҙам институттары менән мөмкин тиклем аралашыуын, туранан-тура һорау бирә алыуын һәм, бәлки, хәҙер үк ниндәйҙер ярҙам формаһын рәсмиләштереүен теләйем. Был яҡта эшҡыуарлыҡ бик яҡшы үҫешкән.

Был көндәге эшҡыуарҙар туры көнө буйына барҙы. Ҡатнашыусыларға Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы; Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы; Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы; Ауыл хужалығы министрлығы, Сауҙа министрлығы һәм башҡа ведомстволар вәкилдәре консультация бирҙе.
Сараның икенсе өлөшө эшҡыуарҙарҙың шәхси консультацияларына һәм үҙ бизнесын презентациялауына арналды.
Гөлиә НУРИМАНОВА.
Ольга ИСАКОВА фотолары.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: