Зәки Вәлиди проспектындағы юлға күптән ремонт талап ителә ине. Ул иҫкереп, күп соҡорҙар барлыҡҡа килеүҙән еңел машиналарға ғына түгел, ҙур техникаға ла йөрөүе ауыр була торғайны. Сентябрь айындабула бында Рәсәй урамынан алып ҡаланың көньяҡ сигенә тиклем юлды капиталь ремонтлау эше башланды.
Подряд ойошмаһы ай дауамында автомобиль юлын һәм йәйәүлеләр тротуарын рәткә килтереп, октябрь башында үҙ эшен тамамланы. Улар барлығы 1 километр 750 метр оҙонлоғондағы юл участкаһын ремонтлай.
Ошо көндәрҙә ҡала хакимиәте вәкилдәре, депутаттар, ҡала хужалығы идаралығы белгестәре һәм йәмәғәтселәр башҡарылған эштең сифатын баһаланы.
- Бында иң проблемалы юлдарҙың береһе ине. Юлдаш-Спутник микрорайонында йәшәүселәр ҡала хакимиәте башлығына, төбәк етәкселегенә лә юл һалыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Уҙған йыл
биләмә заказы һәм “проблемалы юлдар” проекты сиктәрендә юлды ремонтлауға 38 миллиондан ашыу аҡса бүлеү тураһында ҡарар ҡабул ителде, - тип һөйләй ҡала хужалығы идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Юлия Будаева.
Ысынлап та, Зәки Вәлиди проспекты оҙаҡ ваҡыт ҡаланың “ауырыу” нөктәһе була. Был юл участкаһы ҡаланы Мәләүез районының Үрге Юлдаш ауылы менән дә тоташтыра. Уның күп кенә халҡы Салауатта уҡый һәм эшләй, шуға ла юл ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Халыҡ оҙаҡ ваҡыт асфальт япмаһының емерек хәлдә булыуына зарлана. Хәҙер проспекттың торошо ҡырҡа үҙгәргән.
Бында 12,5 мең квадрат метр майҙанға асфальт-бетон япма һалынған, 3 мең квадрат метр майҙанлы һәм 1,8 метр киңлектәге юлдың көнбайыш яғындағы тротуары төҙөкләндергән, термопластик юл билдәләре һыҙылған, ҡар һыуҙары ағып китһен өсөн дренаж торбалар урынлаштырылған.
- Юл бик яҡшы эшләнгән, япма оҡшаны. Әлбиттә, ҡайһы бер етешһеҙлектәр бар, әммә улар бөтөрөләсәк. Күп кенә кеше юл ситендә ҡара тупраҡ булмау сәбәпле, эштең тамамланмауы тураһында
һөйләй. Эйе, әммә бының өсөн дә финанслау кәрәк, шуға күрә был мәсьәлә асыҡ ҡала. Участканы капиталь ремонтлағандан һуң, водителдәр тиҙлек режимын арттыра башлай, был аварияға килтереүе ихтимал. Хәлдән ҡотолоу өсөн комиссия менән «ятаҡ полицейский»ҙар һалыу мәсьәләһен ҡарайбыҙ - тип һөйләй ҡала Советы депутаты Павел Осинский.
Гөлиә НУРИМАНОВА.
Автор фотоһы