газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
22 Октябрь , 16:25

Тыуған ерҙә - туған телдә

Күптән түгел Башҡортостан үҙенең төп байрамын - Республика көнөн билдәләне. Ошо уңайҙан 25-се башҡорт гимназияһында ҡаланың ата-әсәләр комитеты “Аҡбуҙат” ойошмаһы менән берлектә ҡала мәктәптәре уҡыусылары араһында “Тыуған ерҙә - туған телдә” интеллектуаль уйынын уҙғарҙы.

Тыуған ерҙә - туған телдә
Тыуған ерҙә - туған телдә

Сара бер нисә йыл рәттән ойошторолоп килә һәм уны Республика байрамын билдәләгән көндәрҙә уҙғарыу матур йолаға әүерелгән. Быйылғы бәйге ҡаланың иң шәп дүрт мәктәбен бергә йыйҙы. Унда 25-се башҡорт гимназияһының “Дүрт батыр һәм һылыу ҡыҙ”, 23-сө мәктәптең “Тыуған илем - алтын бишек”, 21-се мәктәптең “Ҡыйыуҙар” һәм 8-се лицейҙың “Аманат” командалары осрашты.
- Йыл һайын мәктәп уҡыусылары араһында был бәйгене уҙғарырға тырышабыҙ. Төп маҡсаты - малай-ҡыҙҙар тарихыбыҙҙы нығыраҡ белһен, республикабыҙ хаҡында күберәк мәғлүмәт туплаһын һәм туған телебеҙҙең бәҫен күтәреү. Ярыш ваҡытында уҡыусыларҙың янып торған күҙҙәрен, бар көстәрен һәм белемдәрен һалып беренселек өсөн һынашыуҙарын күреү, был эштең кәрәклеген дәлилләп тора, - ти “Аҡбуҙат” йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Ишбулат Иҫәнбаев.


Һәр команда лайыҡлы сығыш яһарға, бирелгән һорауҙарға ентекле һәм теүәл яуап бирергә тырышты. “Аҡбуҙат” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Илгиз Кәримов етәкләгән жюри ағзалары сығыштарға тейешле баһа биреп барҙы. Егет-ҡыҙҙар башта үҙҙәре менән таныштырҙы, аҙаҡ бер-бер арттлы килгән турҙар буйынса һынау тотто. Бигерәк тә улар төрлө портреттар буйынса билдәле шәхестәрҙе таныу, әҙәби өҙөктәрҙең ҡайһы жанрға ҡарауын, видеоларға яҙылған билдәле шәхестәрҙең һорауҙарына яуап ҡайтарыу, шиғырҙарҙың авторҙарын билдәләү һәм башҡа мауыҡтырғыс, шул уҡ ваҡытта әһәмиәтле һынауҙар аша уҙҙы.
Баһалама ағзаһы Нәфис Ирғәлин билдәләүенсә, быйылғы уйын үҙенең етеҙлеге һәм бер тынала уҙыуы менән мәртәбәле. Жюриҙы командаларҙың үҙ мәктәбе данын яҡлап, бар көстәрен һәм белемдәрен һалып ярышыуҙары ҡыуандырған.
Быйыл уйынды икенсе йыл рәттән ата-әсәләр комитеты рәсейе урынбаҫары Әлфиә Әбүбәкирова һәм “Аҡбуҙат” йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Радмир Дәүләтбаев күңелле һәм ғәҙел итеп алып барҙы.
-Быйыл уйындың һәр бер биреме башҡорт мәҡәлдәре һәм әйтемдәре менән аталды. Бөгөнгө көндә онотолоп барған ауыҙ-тел ижадын белеүгә ҡараған һорауҙар балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Алып барыусы булараҡ миңә балаларҙың уйындың һәр биременә төплө яуап биреүҙәре, уҡыусыларҙың төрлө ҡыйын һорауҙарҙа ла юғалып ҡалмауҙары, ҡыйыу, сәмле булыуҙары оҡшаны. Һәр команданың уйынға ентекле әҙерләнеп килеүе күңелгә йылылыҡ өҫтәне. Уҡыусыларҙы уйынға әҙерләп алып килгән уҡытыусыларға оло рәхмәтемде белдерәм, - тип һөйләй Әлфиә Әбүбәкирова.


Әлбиттә, ошондай саралар уҡыусыларҙың белемдәрен арттыра, рух-дәрт өҫтәй, халҡым йолаларын онотмаҫҡа, тыуған төйәгебеҙҙең тарихын, мәҙәниәтен тулыраҡ белергә ярҙам итә.
-Был уйында мин икенсе тапҡыр ҡатнаштым. Миңә быйылғы уйында айырыуса «Әсә теле бер була», «Ил ҡеүәте - икмәктә», «Һөнәрле кеше - ҡораллы кеше» биремдәре оҡшаны. Уйында беҙ белемдәребеҙҙе генә һынап ҡалманыҡ, тыуған яҡ тураһында белемдәребеҙҙе лә арттырҙыҡ, үҙебеҙгә яңы дуҫтар таптыҡ, - тип бүлешә 25-се башҡорт гимназияһының “Дүрт батыр һәм һылыу ҡыҙ” командаһынан Булат Әбүбәкеров.


Уйын йомғаҡтарына килгәндә, 8-се лицейҙың «Аманат» командаһы иң шәбе тип танылды. Был уҡыу йортоноң уҡыусылары беренселекте яуланы. Икенсе баҫҡыста - 25-се башҡорт гимназияһы, ә өсөнсө урынды 23-сө мәктәп һәм 21 -се мәктәп командалары бүлеште. Әйтергә кәрәк, барлыҡ ҡатнашыусы егеттәр милли орнаментлы футболка, ә ҡыҙҙар инде милли алҡалар алып ҡыуанды.
Гөлиә Нуриманова.
Автор фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: