газета "Салауат"
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
12 Июль , 14:45

Яҡтылыҡ һәм йылылыҡ усағы

Бөтә Рәсәй байрамы - Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан ғаилә берлегенең оҙайлы тарихы, мөхәббәткә һәм тоғролоҡҡа нигеҙләнгән мөнәсәбәттәр ныҡлығы, лайыҡлы балалар тәрбиәләүҙәре өсөн Салауаттан Плугиндар ғаиләһе «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ» миҙалы, илдә ошо байрамды ойоштороу комитетының грамотаһы менән бүләкләнде.

Яҡтылыҡ һәм йылылыҡ усағы
Яҡтылыҡ һәм йылылыҡ усағы

Плугиндар - татыу, берҙәм, ҡала кешеләре араһында ихтирам яулаған һәм йәштәргә өлгө булып торған ғаилә. Парҙы ҡотларға уларҙың өйҙәренә ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Олеся Арестова килде.


- Салауат ҡалаһының хөрмәтле кешеләре, Виктор Федорович һәм Прасковья Николаевна. Бөгөн Рәсәйҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Һеҙҙең ғаиләлә лә мөхәббәт һәм тоғролоҡ төп урынды алып торалыр, иңгә-иңде терәп оҙаҡ йылдар бергә йәшәргә ярҙам итәлер. Һеҙгә грамота һәм миҙал тапшырабыҙ. Был лайыҡлы награда, һеҙ бөтә ғүмерегеҙҙе ҡалаға бағышлағанһығыҙ, 57 йыл бергә тормош көткәнһегеҙ. Артабан да шулай бәхетле ғүмер кисерегеҙ, - тип теләне Олеся Арестова.


Виктор Федорович һәм Прасковья Николаевна күпме йыл йәшәлһә лә, иң мөһиме бер-береңде ихтирам итеү, аңлау, яратыу, ярҙам итешеп йәшәү кәрәк тигән фекерҙә.
- Беҙ февралдә таныштыҡ та май айында туй яһаныҡ, был 1967 йылда булды, - тип хәтирәләргә бирелә Виктор Федорович.
- Ә сентябрҙә ул армияға китте. Мин уны ике йыл буйына хәрби хеҙмәттән ҡайтыуын көттөм. Февралдә тәүге ҡыҙыбыҙ тыуҙы, - тип һүҙгә ҡушыла Прасковья Николаевна. - 57 йыл бер көн кеүек үтте. Көн һайын беҙ ниндәй ҙә булһа яңы нимә беләбеҙ, бик матур йәшәйбеҙ.
Плугиндар ике ҡыҙҙарына яҡшы тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығара, хәҙер дүрт ейән-ейәнсәре һәм биш бүлә-бүләсәһе бар. Аралашҡан арала ла уларҙың бер-береһенә хәстәр һәм һөйөү менән ҡарауы һиҙелеп торҙо.
- Иң мөһиме балаларыбыҙ һәйбәт. Беҙҙең арала һәр ваҡыт яҡшы мөнәсәбәттәр, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, хәстәрлек күрәбеҙ, - ти Плугиндар.
Виктор Федорович әйтеүенсә, тормош иптәше менән бәхәс килеп тыуғанда, ул юл ҡуя.
Прасковья Николаевна Салауатҡа 1962 йылда килә, училищела башня-күпер крандары машинисына уҡып сыҡҡандан һуң, ошо йүнәлеш буйынса 11 йыл буйына эшләй һәм ҡапыл һөнәрен үҙгәртергә ҡарар итә. Техникумда уҡып сығып, 20 йыл буйына СНХРС-та бухгалтер-иҡтисадсы булып эшләй.
Виктор Федорович училищенан һуң тимер-бетон заводына эшкә инә, артабан авторемонт заводында хеҙмәт итә. Шулай ҙа уның төп хеҙмәт эшмәкрәлеге комбинат менән бәйле, башта химия заводында, һуңынан пенсияға сыҡҡансы нефть эшкәртеү заводында эшләй.
Был ғаиләне дөйөм ҡыҙыҡһыныуҙары һәм шөғөлдәре лә берләштерә. Улар йәштән әүҙем тормош рәүеше яҡлы.Әле икеһе лә хаҡлы ялда булһа ла, ҡышын физкультура менән шөғөлләнәләр, йәйен баҡса эштәре менән мәшғүлдәр.
- Физкультурниктар беҙ, актив тормошто яратабыҙ. Элек саңғыла яратып йөрөнөк, тик һуңғы ваҡытта ғына аяғым ауырта башланы, - ғаилә башлығы.
- Беҙ һыу менән дә ҡойондоҡ, ҡышын Ағиҙел йылғаһына ла төштөк. Йыш ҡына Красноусол сығанаҡтарында ҡойонорға барҙыҡ. Саңғыла Ишембай яғына 10 км арауыҡты үтәбеҙ, тауға менгәндә ауыр, ә төшкәндә ел кеүек елеп төшәһең. Балаларыбыҙҙы ла һәр ваҡыт саф һауала йөрөттөк. Әлегәсә форманы һаҡларға тырышабыҙ, тренажерҙар залына, бассейнға йөрөйбөҙ, - тип ҡушыла уның хәләл ефете.
Был ғаилә хеҙмәттәре менән уңыш ҡаҙана, лайыҡлы балалар үҫтерә һәм ошоноң менән йәштәргә үрнәк булып тора.
- Йәштәргә ғаиләнең ҡәҙерен белегеҙ тип әйтер инек. Берәй хәл булғанда айырылышыу тураһында ашығыс ҡарар ҡабул итмәҫкә кәрәк. Беҙ ҙә бына өс ай эсендә генә өйләнештек, бер-беребеҙҙе белеп тә бөтмәгәнбеҙҙер инде, әммә яҙмыштыр күрәһең, мөхәббәтебеҙҙе һаҡлай алдыҡ. Сабыр булығыҙ, аңлаша белегеҙ, - тип кәңәштәрен еткерә Плугиндар. - Беҙ балаларыбыҙҙың тормошона ҡыҫылмайбыҙ, улар беҙҙән өлгө ала, шуға уларҙың ғаиләләрендә лә барыһы ла һәйбәт.
- Ата-әсәйебеҙ изге күңелле, иғтибарлы, мәрхәмәтле. Беҙҙе һөйөүҙә тәрбиәләнеләр. Йыш ҡына ҙур ғаилә булып бергә йыйылабыҙ. Уларға ҡарап өлгө алабыҙ, яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ һәм кәрәк ваҡытта ярҙам итәбеҙ, - тип бүлешә Плугиндарҙың кесе ҡыҙҙары Лена Федулова.
Татыу ғаилә төрлө дини һәм әһәмиәтле байрамдарҙы мотлаҡ бергә йыйыла, бер-береһен ҡотлай, бүләктәр тапшыра.
- Яҡындарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ өсөн беҙҙең ишектәребеҙ һәр ваҡыт асыҡ. Осрашыуҙар беҙгә көс-дәрт өҫтәй, күңелебеҙгә йыуаныс бүләк итә, - ти өлгөлө пар. - Бөгөн әһәмиәтле миҙал алыуыбыҙға бик шатбыҙ, беҙҙең хеҙмәтте һәм тормошто шулай юғары баһалағандары ҡыуандырҙы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: