Бөтә яңылыҡтар

Ҡыйыулығығыҙ - ғорурлыҡ

Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығын билдәләй. Байрам саралары 9 майҙа ғына түгел, ә унан алда ла уҙғарыла башлай. Шундайҙарҙың береһе - “Ветеран йорто алдында парад” патриотик акцияһы. Еңеү көйҙәре Космонавтар бульварында, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сергей Васильевич Тараканов йәшәгән йорт алдында ла яңғыраны.

Ҡыйыулығығыҙ - ғорурлыҡ
Ҡыйыулығығыҙ - ғорурлыҡ

Сергей Васильевич армияға 1944 йылда 17 йәшендә алына. Күнекмәләр үткәс, Украинаны азат итеүгә оҙатыла. Артабан фронтҡа хәрби йөк оҙатыуҙа ҡатнаша. Һуңынан Сталинград, Астрахандә хеҙмәт итә. Тыуған яҡтарына 1951 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Салауатта тәүҙә төҙөүсе булып эшләй, һуңынан хеҙмәт биографияһы комбинат менән бәйле була.
- Хөрмәтле Сергей Васильевич, һеҙҙе Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығы менән ҡотлайбыҙ. Беҙ һеҙҙең батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, сыҙамлыҡ, Ватанбыҙға ҡарата булған һөйөү, тоғролоҡ менән ғорурланабыҙ. Ул йылдар хаҡындағы хәтирәләрҙе йөрәк түрендә һаҡларбыҙ. Һеҙгә иң изге теләктәр, - ти ҡотланы ветеранды ҡала хакимиәте эштәре менән идара итеүсе Семен Евграфов.
- 9 май - изге байрам. Беҙ уны күҙ йәштәре аша килгән байрам тибеҙ, сөнки беҙҙең киләсәк хаҡына үҙ ғүмерҙәрен аямай башын һалғандарҙы иҫкә алабыҙ. Беҙ һеҙҙең батырлыҡҡа рәхмәт әйтәбеҙ һәм ул бер ваҡытта онотолмаясаҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ҡала прокурорының өлкән ярҙамсыһы Николай Шорин.
Сергей Таракановҡа ҡотлау һүҙҙәре менән ҡала Советы депутаттары Сергей Данилов һәм Лилиә Алапаева мөрәжәғәт итте. Уалр тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәт әйтеп, һәр ваҡыт тирәя-ҡтағыларҙан ихтирам тойоп йәшәүҙәрен теләне.
Салауат музыка колледжы коллективы ветеранға ысын байрам әҙерләгәйне. «Былбылдар» халыҡ фольклор ансамбле, Валерий Савинов, Малена Кузнецова, Алмаз Усманов, Мөхәмәтрәхим Рәхмәтуллин, «Россияночка» рус йырҙары ансамбле рухлы сығыштары менән шатландырҙы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: