7 майҙа «Ветеран йорто алдында парад» сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, «Салауат ҡалаһының почетлы гражданы» Таис Колышев йәшәгән өй алдында матур байрам ойошторолдо. Ветеранға хөрмәт һәм ихтирам йөҙөнән Салауат башҡорт дәүләт драма театры матур театрлаштырылған тамаша әҙерләгәйне. Шулай уҡ уның исеменә иң йылы ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны.
- Хөрмәтле Таис Ғөбәй улы! Һеҙҙе Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығы менән ҡотлайбыҙ. Алдығыҙҙа бай эйәбеҙ. Һеҙҙең батырлыҡ, рух ныҡлығы, халыҡтың берҙәмлеге арҡаһында Бөйөк Еңеү яулана, беҙҙең киләсәк төҙөлә. Еңеү көнө - барыбыҙ өсөн дә төп һәм мөһим байрам. Әлеге ваҡытта тағы ла илебеҙ егеттәре азатлыҡ өсөн яу яланында һәм улар еңеү яулар тип ышанабыҙ. Таис Ғөбәй улы, байрам менән һеҙҙе, ихтирам, һаулыҡ, именлек тәләйбеҙ, - тине үҙенең ҡотлау телмәрендә ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау.
Таис Ғөбәй улы Колышев Совет Армияһы сафында хеҙмәтте 1943 йылдан алып 1951 йылға тиклем үтә. Уның өсөн һуғыш ваҡиғалары Кривой Рог ҡалаһы янында Днепрҙың һул ярында башлана. Днепр, Ингулец, Көньяҡ һәм Төньяҡ Буг, Дунай йылғаларын һуғышып аша сыға. Украинаны, Молдовияны, Румынияны, Болгарияны, Югославияны, Венгрияны, Австрияны азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеүҙе фронтташтары менән Германияла ҡаршы ала. Таис Колышев «Батырлыҡ өсөн», «Белградты азат иткән өсөн» миҙалдары, Баш командующийҙың рәхмәт хаты, Ватан һуғышы ордены һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнә. һуңынан Салауат ҡалаһындағы фиҙаҡәр хеҙмәте лә бик күп маҡтау ҡағыҙҙары менән баһалана, ул БАССр-ҙың атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре, Салауат ҡалаһының Почетлы гражданы.
- Меңәрләгән кешенән торған коллектив исеменән һеҙҙе Еңеү көнө менән ҡотлайбыҙ. Ҡыйыулығығыҙ, үлемһеҙ батырлығығыҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы тураһында иҫтәлек мәңге һаҡланһын, һеҙҙең кеүек геройҙар менән ғорурланыу хисе быуындан-быуынға күсһен өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, - тип белдерҙе «РГД ПС» йәмғиәте - «Газпром нефтехим Салауат» идара итеүсе ойошманың генераль директоры Евгений Семенько.
Ҡотлау һәм хөрмәт белдереү телмәре менән Салауат ҡалаһы прокуроры вазифаһын башҡарыусы Александр Стрельников, ҡала Советы депутаты Людмила Калинина, ҡала ветерандары советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина сығыш яһаны һәм һәр ҡайһыһы ветеранға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, оҙон ғүмер теләне.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, аҡһаҡал Таис Колышев 9 май алдынан ошолай иғтибар бүлеп, шәхсән байрам ойоштороуҙары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
- Был байрамды бөтә ил билдәләй. Эйе, беҙҙең быуынға еңел булмаған һынау төштө, әммә бөтә ауырлыҡтарҙы үтеп, бик күп юғалтыуҙар менән яуланды еңеү. Илебеҙ тарихында Бөйөк Ватан һуғышы, унда ҡатнашыусы ҡаһармандар, геройҙар, илебеҙҙе баҫып инергә маташыусыларға ҡаршы тора алған халҡыбыҙ бер ваҡытта ла онотолмаясаҡ. Еңеүселәргә һәм Тыуған иле өсөн башын һалғандарға мәңгелек дан! - тине ул.