газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«Минең Ватан - минең Рәсәй»

«Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы мобилизацияланған һәм үҙ ирке менән ҡушылыусы хәрбиҙәргә ярҙам итеү, «Салауат үҙҙенекеләрҙе ташламай» акцияһы сиктәрендә уҡыусылар һәм студенттар өсөн «Минең Ватан - минең Рәсәй» патриотик лекторий күрһәтте. Концерт-патриотик программаһы Тыуған ил, бөйөк Рәсәй, тыуған ер, боронғо замандан бөгөнгө көнгә тиклем тыуған ерҙәребеҙҙе һаҡлаусыбөтә быуын яугирҙарына ихтирам белдереү темаларына ҡайтып ҡалды.

«Минең Ватан - минең Рәсәй»
«Минең Ватан - минең Рәсәй»

Йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсаты менән ойошторолған сараның башланғысында «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгенең директоры Рауил Хәкимов тора, режиссеры - мәҙәниәт усағының художество етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Елена Саможен.
Элек-электән илебеҙҙең тарихында ҡаһарманлыҡ өлгөләре етерлек. Башҡортостан да үҙенең көслө, ҡыйыу батырҙары менән дан ҡаҙанған. Экрандағы тарихи кадрҙар һәм «Беҙҙең театр» студияһы ҡатнашыусыларының башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың Емельян Пугачев менән осрашыу мәлен сәхнәләштереүе тарих биттәрен байҡарға мөмкинлек бирҙе.
Артабан төрлө ижади номерҙар һәм видеокадрҙар тулыһынса патриотик мөхиткә алып инде. Бөтә заманда ла халыҡтың берҙәмлеге, тыуған илен һаҡлау өсөн иңде-иңгә терәп күтәрелүе хаҡында бәйән ителде. Әлеге ваҡытта ла ватандаштарыбыҙ ил мәнфәғәтен яҡлай, кеше ғүмерҙәрен һаҡлай. Экранда махсус хәрби операция барышында һәләк булған салауаттарҙың фотоһүрәттәре хасил булды, залға йыйылған йәштәр уларҙы аяғүрә баҫып бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.
Мәҙәни-ял үҙәге коллективы: «Дуҫлыҡ» халыҡ эстрада фольклор ансамбле, «Өмөт» халыҡ вокал ансамбле, Надежда Ханнанова, Павел Анисимов, кадеттар хоры башҡарыуындағы героик-патриотик һәм лирик йырҙар яңғыраны. «Беҙҙең театр» студияһы ҡатнашыусылары «Йәш гвардия» спектакленән өҙөк, «333» дәртле йырын башҡарҙы. Һәр ижади номер илебеҙ һәм уның тарихы, халҡы менән ғорурланыу хисе менән һуғарылғайны.
«Минең Ватан - минең Рәсәй» лекторийы йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә йүнәлтелгән һәм ул үҙ маҡсатына иреште тип ышаныслы әйтергә мөмкин. Сараны мәктәп уҡыусылары һәм студенттар ҡараны һәм улар өсөн программа ысын батырлыҡ дәресенә әйләнде. Улар һәр сығышты алҡыштар менән хупланы, ватан һәм уның тарихына битараф түгеллеген, киреһенсә, ғорурланыуҙарын иҫбатланы.
- Лекторий миңә бик оҡшаны. Үҙебеҙҙең ил менән ғорурланам һәм ошонда йәшәүемә бик шатмын. Киләсәктә мотлаҡ хеҙмәт итергә барасаҡмын, - ти Салауат индустриаль колледж студенты Арыҫлан Мөхәмәтрәхимов.
- Мин тарихты, илебеҙ халҡына ниндәй һуғыштар аша үтергә тура килеүе хаҡында беләм. Ата-бабаларыбыҙҙың батырлыҡтарын иҫләйек. Бөгөнгө тамаша мине хисләндерҙе, бындай саралар йәштәр өсөн мөһим, - тип билдәләй ошо уҡ колледж студенты Илья Матросов.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: