газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
15 Май 2023, 13:47

Еңеү көнөнә - эстафета

Салауатта ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында Еңеү көнөнә арналған традицион еңел атлетика эстафетаһы уҙҙы.

Еңеү көнөнә - эстафета
Еңеү көнөнә - эстафета

Салауатта ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында Еңеү көнөнә арналған традицион еңел атлетика эстафетаһы уҙҙы.

Уҙыш башланыр алдынан изге теләктәрен ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Олеся Арестова еткерҙе.
- Илебеҙҙең төп байрамы хөрмәтенә арналған еңел атлетика эстафетаһының ҡалала йәшәп килеүе ҡыуандыра. Балалар, Бөйөк Ватан һуғышында  еңеүселәр вариҫтарының төп бурысы - сәләмәт тормош менән
ветерандарҙың батырлығын онотмауыбыҙҙы күрһәтеү. Эстафета һөҙөмтәләре совет һалдаттары, ата-бабаларыбыҙ бүләк иткән аяҙ күк йөҙөнә, Еңеү  байрамына бағышланһын, - тине ул.
20 йылдан ашыу Еңеү эстафетаһының баш судьяһы булып «Салауат» спорт мәктәбенең еңел атлетика буйынса тренеры Татьяна Матюнина тора. 
- Быйыл эстафетала 32 команда ҡатнаша. Уҙыш дүрт төркөм араһында уҙғарыла: дөйөм белем биреү мәктәптәре, урта һөнәри һәм юғары белем  биреү йорттары, спорт клубтары һәм ҡала предприятиелары. Дөйөм оҙонлоғо 2,4 км тирәһетәшкил иткән дистанция 10 этапҡа бүленгән, шулай итеп һәр ҡатнашыусы 200-300 метр йүгерә. Бөгөнгө эстафета - ҡала халҡы өсөн бик мөһим сара, - тип иҫәпләй Татьяна Матюнина.
- Эстафетала өсөнсө тапҡыр ҡатнашам. Хәрәкәттә булыу, ваҡытты күңелле уҙғарыу оҡшай. Ике йылға яҡын кикбоксинг секцияһында шөғөлләнәм. Уҙыштың Еңеү  байрамына арналыуы бик яҡшы. Тыныс тормош бүләк иткән ата- бабаларыбыҙға рәхмәт. Был байрамды яратам. 9 майҙа йыл һайын ғаиләбеҙ менән парадҡа сығабыҙ, - тип һөйләй 18-се мәктәптең 8-се класс уҡыусыһы Виктория Шәмсетдинова.
5 - 7 кластар араһында тәүге төркөмдә 21-се мәктәп командаһына етеүсе булманы. 7-се класс уҡыусыһы Вероника Юнысова финиш һыҙығына тәүгеләрҙән булып килеп етте.
- Спортты яратам, бокс менән шөғөлләнәм. Һәр ваҡыт спорт сараларында ҡатнашырға тырышам. Еңеүебеҙгә шатбыҙ. Эстафета күңелле һәм тиҙ үтеп китте, - ти спортсы ҡыҙ.
22-се мәктәп уҡыусылары 8 - 11 класс уҡыусылары төркөмө араһында беренселәрҙән йүгереп килеп етте. ӨДНТУ-ның Салауат филиалы студенттар араһында еңеүсе булды, предприятиелар һәм спорт клубтары араһында “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәте командаһына тиңдәр табылманы.

Еңел атлетика эстафетаһы еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы бүләкләү менән тамамланды.
Эльвира РӘХИМОВА фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: