газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
8 Май 2023, 10:00

Онотолмай яралар, тәрәнәйә генә баралар

Салауатта “Мәңгелек ут” мемориаль комплексында Украиналағы махсус хәрби операцияла һәләк булғандарға арнап мемориаль таш асылды. Киләсәктә был урында мемориал барлыҡҡа киләсәк.

Онотолмай яралар, тәрәнәйә генә баралар
Онотолмай яралар, тәрәнәйә генә баралар

Салауатта “Мәңгелек ут” мемориаль комплексында Украиналағы махсус хәрби операцияла һәләк булғандарға арнап мемориаль таш асылды. Киләсәктә был урында мемориал барлыҡҡа киләсәк.

Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары яңғырағандан һуң митинг тантаналы асылды, тип иғлан ителде.
- Май айы - ябай түгел, ә үҙенсәлекле ай, фашизмды, нацизмды Еңеү айы Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,  хәтһеҙ йылдарҙан һуң беҙ бөгөн ҡабаттан ҡулыбыҙға ҡорал алып азатлығыбыҙ, бойондороҡһоҙлоғобоҙ өсөн көрәшергә мәжбүрбеҙ. Салауат егеттәре ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, күп батырлыҡтар ҡыла. Киләсәктә  был урында мемориал ҡалҡып сығасаҡ һәм бер кем  дә онотолмаясаҡ, - тине үҙ сығышында ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау һәм махсус операцияла Тыуған илебеҙҙе яҡлап, беҙҙең тыныс һәм бәхетле тормош хаҡына үҙен аямай батырҙарса һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан итте.
Хәрби хәрәкәттәр зонаһында һәләк булған яугирҙарҙың әсәләре советы рәйесе Наталья Ельская ла телмәр тотто.
- Афғанстанда, Чечняла һәләк булған һалдаттарҙың әсәләре йыйылышҡанда, ошо мемориалды асҡанда, 2004 йылда һуңғы фамилия  яҙылғанда был тарих ошоноң менән тамамланыр, ә “Мәңгелек ут” батырҙарҙы
иҫкә алыу, хөрмәт күрһәтеү урыны ғына булып ҡалыр, тип уйлағайныҡ. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн дә беҙ шул йылдарҙағы ваҡиғаларҙы ҡабаттан кисерергә мәжбүрбеҙ. Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн һәр ҡайһыбыҙ
ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырышайыҡ, - тине һалдат әсәһе.
Шулай уҡ ҡала хәрби комиссариатының граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса бүлек начальнигы ярҙамсыһы Риф Хәйруллин да сығыш яһаны. 
- Тыуған илебеҙҙе яҡлап һәләк булған яугирҙарҙы хөрмәт менән иҫкә алырға  килгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәм. Ҡыйыу  йөрәкле ул тәрбиәләгәндәре өсөн махсус хәрби операцияла һәләк булған егеттәрҙең
ата-әсәләре алдында баш эйәм. Батырҙарыбыҙҙы онотмаясаҡбыҙ, улар һәр саҡ беҙҙең йөрәктәрҙә, - тине ул. Мемориаль ташты асыу
хоҡуғы Артур Рундауға һәм Наталья Ельскаяға бирелде.
Митингҡа махсус хәрби операцияла һәләк булған һалдаттарҙың ата-әсәләре, туғандары, яҡындары килгәйне.  Улар араһында - Тыуған илде яҡлап һәләк булған Линар Ғариповтың атаһы Марат Ғарипов та бар ине.
- Юғалтыу әсеһен бер ниндәй һүҙҙәр менән дә аңлатып булмай. Яралар  онотолмай, тәрәнәйә генә бара. Был хәлгә һаман ышанырлыҡ түгел. Бына-бына улыбыҙ ҡайтып керер төҫлө.  Ул шундай изге күңелле, итәғәтле, аҡыллы бала ине. Бындай ҡайғы кисергән ата- әсәләрҙең барыһына ла түҙемлек, сабырлыҡ теләйем.  Мемориаль ташты булдырыуҙа ҡатнашҡандарҙың һәммәһенә оло рәхмәтемде белдерәм.  Ҡаланың егеттәрҙе  онотмауы яҡшы, - тине Марат ағай.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: