газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
8 Август 2022, 13:00

Ҡала уңайлы, кешеләре асыҡ

“Инглиз теле - Башҡортостан Республикаһында профессиональ аралашыу теле” йәйге белем биреү лагерь сиктәрендә уҙған аҙнала беҙҙең ҡала дауаханаһына Башҡорт дәүләт медицина университетының 30 сит ил студенты килде. Аҙна буйы улар беҙҙең ҡала врачтарының эше менән танышты, тәжрибә тупланы.

Ҡала уңайлы, кешеләре асыҡ
Ҡала уңайлы, кешеләре асыҡ

“Инглиз теле - Башҡортостан Республикаһында профессиональ аралашыу теле” йәйге белем биреү лагерь сиктәрендә уҙған аҙнала беҙҙең ҡала дауаханаһына Башҡорт дәүләт медицина университетының 30 сит ил студенты килде. Аҙна буйы улар беҙҙең ҡала врачтарының эше менән танышты, тәжрибә тупланы.

- Һайлаған һөнәрең менән яҡындан танышыу өсөн был яҡшы мөмкинлек, тип иҫәпләйем. Бындай практикалар беҙҙә тәүгә түгел, элек тә сит ил студенттарын ҡабул иттек, йәштәрҙә практиканан яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалырына ышанам, - тине ҡала дауаханаһы баш врачы Илшат Яппаров.
Студенттарҙы Башҡорт дәүләт медицина университетының оператив хирургия буйынса өлкән уҡытыусыһы, сит ил уҡыусылары буйынса декан урынбаҫары Надер Ария оҙатып йөрөй. Ул 20 йылға яҡын Башҡортостанда
йәшәй һәм эшләй. 1993 йылда Ирандан Санкт-Петербургҡа күсеп килә, һуңынан ғаиләһе менән Башҡортостанда төпләнә. Беҙгә етәксе, студенттар һәм уларҙы оҙатып йөрөүсе тәржемәсе менән аралашыу форсаты тейҙе.

- Беҙ йыл да республика район-ҡалаларына сығабыҙ. Салауатҡа килгәнсе башҡа төркөм менән Туймазыла булдым, һуңынан Бөрө  ҡалаһына китәсәкмен. Коллегаларым Стәрлетамаҡҡа, Бәләбәйгә, Мәсәғүткә юлландылар. Бөгөн 30 студент Салауатта практикала. Барыһы ла университеттың  1 курс студенттары, “Дауалау эше” факультетында уҡыйҙар. Бындай практикалар бик кәрәк. Студенттарға оҡшаны, тағы әҙгә генә булһа ла бында ҡалайыҡ әле, тиҙәр. Ҡала дауаханаһы беҙҙе йылы ҡаршы алды. Мин бында беренсегә  түгелмен. Ике йыл элек тә килгәйнем. Шуға мине танып, белеп торалар. Уларға ҙур рәхмәт, - ти Надер Ария.
Улар практиканы ҡала дауаханаһының төрлө бүлексәләрендә уҙған. Тел  барьеры булыу сәбәпле, улар  менән бергә Салауат медицина колледжының инглиз теле уҡытыусыһы, тәржемәсе  Галина Усманова йөрөгән.

- Бөтә ошо көндәрҙә мин улар менән булдым. Практиканан һуң  ҡала буйлап экскурсия ҡылдыҡ, иҫтәлекле урындарҙа булдыҡ.  Студенттарға “Әннәби” йәмиғ мәсете, Батыр аллеяһы, тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү  музейы, “Мәңгелек ут” мемориаль комплексы бик оҡшаны. Улар айырыуса мәсетте яҡын итте. Хатта улар менән “Додо-пицца"ға ла барҙыҡ.Колледжда өсөнсө йыл уҡытам. Бындай практикаларҙа ҡатнашыуым тәүгә түгел. Был тәжрибә туплауөсөн бик кәрәк. Надер Ария ла рус телен белә, кәрәк булһа, ул һәр ваҡыт ярҙамға килә, - ти Галина Илнур ҡыҙы. 
Аджай Вадже, Индия:
- Салауаттағы практика бик оҡшаны. Миңә кәрәк булған  нәмәләрҙең барыһын ла күрһәттеләр. Төрлө пациенттар  менән эшләргә тура килде. Ҡалаға экскурсия бик оҡшаны. Айырыуса мәсет иҫемдә ныҡ ҡалды. Салауат ҡалаһы халҡы асыҡ, изге күңеллеләр. Мөмкинлек булһа, бында тағы мотлаҡ киләсәкмен.
Снежал Шинде, Индия:

- Практика ваҡытында дөрөҫ инъекция яһарға  өйрәттеләр, пациенттарҙы  ҡараныҡ. Ҡала уңайлы, Өфөгә ҡарағанда тыныс, кешеләре асыҡ. Ҡала дауаханаһында бер врач инглиз телен яҡшы белә ине. Ул беҙгә  барыһын да ентекле аңлатты, һөйләне.  Ҡайтҡы килмәй, бында тағы килеүемде түҙемһеҙлек менән көтәсәкмен.
Ашраф Юссеф, Египет:
– Салауатта беренсегәмен. Ҡала тыныс, уңайлы.  Практикала күп нәмәгә өйрәндем, остаздарға рәхмәт.  Был тәжрибә туплау өсөн бик мөһим. Ҡаланың иҫтәлекле  урындарында булдыҡ. Бөтә нәмә оҡшаны.
Мохаммед Агами, Египет:
- Практиканы хирургия һәм травматология бүлексәләрендә  үттем. Был беҙҙең беренсе практика. Врачтарға асыҡ  йөҙҙәре, биргән белемдәре  өсөн рәхмәтлемен. Ҡала  буйлап экскурсия оҡшаны, айырыуса мәсет үҙенең күркәмлеге менән күҙҙең  яуын алды. Ҡайтҡы килмәй, Салауатты һағынырбыҙ әле.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: