Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
6 Июнь 2022, 12:20

Салауат ҡалаһы - беренсе!

«Урал аръяғы - 2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында инвестицион активлыҡ рейтингы еңеүселәрен билдәләнеләр. “Ҡала округы” категорияһында Салауат ҡалаһы лидерҙар иҫәбендә.

Салауат ҡалаһы - беренсе!
Салауат ҡалаһы - беренсе!

«Урал аръяғы - 2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында инвестицион активлыҡ рейтингы еңеүселәрен билдәләнеләр. “Ҡала округы” категорияһында Салауат ҡалаһы лидерҙар иҫәбендә.

IV Бөтә Рәсәй “Урал аръяғы” инвестиция һабантуйының пленар ултырышында Радий Хәбиров инвестицион активлыҡ һәм муниципалитеттарҙа яҡшы инвестицион мөхит булдырыу рейтингы еңеүселәренә дипломдар тапшырҙы.
2 июндән алып 4-нә тиклем Башҡортостанда IV Бөтә Рәсәй “Урал аръяғы” инвестиция һабантуйы уҙҙы. Халыҡ-ара форумды ойоштороусылар - республика хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы, ҡатнашыусылары - федераль һәм төбәк власть органдары вәкилдәре, бизнесмендар, инвесторҙар, белгестәр, Рәсәйҙең һәм дуҫ илдәрҙең дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре.
Инвестицион активлыҡ һәм муниципалитеттарҙа яҡшы инвестицион мөхит булдырыу рейтингы еңеүселәрне ҡотлау “AntiSanction REGIONS: Яңы иҡтисади ысынбарлыҡ” тигән пленар ултырышта үтте.
“Ҡала округтары” категорияһында Салауат ҡалаһы беренсе урынға лайыҡ була, Нефтекама - икенсе, Күмертау өсөнсө урында.
- 2021 йылда ҡалала инвестициялар күләме 19 млрд һум тәшкил итте, “Йән башына инвестиция” 130 мең һум тиерлек, был республикалағы уртаса күүрһәткестән (61,6 мең һум) ике тапҡырға артығыраҡ. Салауат ҡалаһы республика һәм федераль программалар аша инвестицияларҙы актив йәлеп итә. Мәҫәлән, Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашыу арҡаһында 50 млн һумлыҡ суммаға 42 проект тормошҡа ашырылды, - тип һөҙөмтәләр менә бүлешә Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Игорь Миронов һәм командаға уңышлы эш өсөн рәхмәт белдерҙе.
Уның фекеренсә, инвестициялар йәлеп итеү ҡала иҡтисады тотороҡлолоғон тәьмин итеүгә мөмкинлек бирә, шуның өсөн инвесторҙар өсөн яҡшы мөхит булдырыу буйынса эш дауам итәсәк.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: