Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
4 Июнь 2022, 15:00

Сибайҙа Global Management Challenge стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса Башҡортостан кубогы еңеүселәренең исеме аталды

IV Бөтә Рәсәй “Урал аръяғы” инвестиция һабантуйы стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса Башҡортостан кубогында еңеүселәр билдәләнде. Еңеүсе командалар төбәк исеменән Ханты-Мансиҙағы милли Global Management Challenge 2022 финалында сығыш яһаясаҡ.

Кубокта 8 команда ҡатнаша, уның составына бизнес-шерифтар һәм республиканың эшҡыуарҙары инә.
Чемпионаттың программаһы көнәркәшлек шарттарында предприятиеларҙың эшмәкәрлеген моделләүсе һәм һөнәри оҫталыҡты, компетенцияны булдырыусы һәм баһалаусы команда ярышында ҡатнашыу аша идара итеү оҫталығын камиллаштырыуға йүнәлтелгән.
Салауат ҡалаһы, Бәләбәй һәм Ишембай райондары “Еңеү өсөн” командаһы составында сығыш яһай һәм яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп, кубокка эйә була. Еңеүселәр алдында торған маҡсат - Ханты-Мансиҙа Global Management Challenge чемпионаты финалында ҡатнашыу. Икенсе урынды Стәрлетамаҡ районы һәм Ағиҙел ҡалаһы эшҡыуарҙары ойошторған “Бизнес Практика” командаһы яуланы. Өсөнсө урында - Дәүләкән, Шаран, Йәрмәкәй райондары һәм Сибай ҡалаһы вәкилдәренән торған “IZI” командаһы.
- Командалар лайыҡлы һөҙөмтә күрһәтте, шулай уҡ йылы мөхиттә бер-береһе менән бәйләнеште нығытыу мөмкинлеген файҙаланғандарҙыр, тип ышанам, - тип билдәләне РАНХиГС-тың Үҫеште ойоштороу һәм стратегик башланғыстар институты директоры Вячеслав Шоптенко.
- Ханты-Мансиға барабыҙ! - ти команда исеменән Салауат ҡалаһының бизнес-шерифы Урал Мәғизов.
Global Management Challenge - стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса иң ҙур чемпионат, уға 1980 йылда нигеҙ һалынған һәм ул донъяның 30-ҙан ашыу илен үҙ эсенә ала. Рәсәйҙә чемпионат 2006 йылдан уҙғарыла, ойоштороусыһы - Стратегик инициативалар агентлығы ярҙамы менән Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы. Башҡортостан кубогы - чемпионаттың төбәк этабы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: