Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
13 Май 2022, 11:25

Йөрәктәрҙә мәңге ҡалыр Еңеү көнө!

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға күпме йылдар үтеп, күпме һыуҙар аҡһа ла, бер кем дә ауыр һынау осорон онотмай. Яу яланында, Тыуған илен яҡлап ятып ҡалған һалдаттарҙы, һәләк булған ғәйепһеҙ халыҡты онотоп буламы ни? Юҡ! Бына инде Бөйөк Еңеүгә 77 йыл тулды.

Йөрәктәрҙә мәңге ҡалыр Еңеү көнө!
Йөрәктәрҙә мәңге ҡалыр Еңеү көнө!

Йола буйынса, был көндә республиканың һәр ҡалаһында һәм район үҙәктәрендә матур байрам ойошторола. Салауат та, йылдағыса, бөйөк байрамды лайыҡлы итеп үткәрҙе. Байрам иртәһе “Мәңгелек ут” мемориаль комплексында уҙған митингтан башланды. Еңеү көнөндә илебеҙ батырҙарын иҫкә алыу өсөн ҡала халҡы, һуғыш ветерандары, тыл һәм хеҙмәт эшселәре, блокада осоронда йәшәүселәр, тол ҡалған ҡатындар йыйылды.

– Ҡәҙерле ветерандар, хөрмәтле салауаттар! Бөгөн бөйөк байрам – Еңеү көнө. Беҙҙең һалдаттар Еңеү өсөн бар көсөн һалған, үҙен аямай, фашистарға ҡаршы көрәшкән. Уларҙың ҡыйыулыҡтары тарихта рух һәм ихтыяр көсө булараҡ яҙылып ҡалған. Бөйөк илебеҙҙең төрлө милләт вәкиле иңгә-иң тороп фашистарға ҡаршы барған. Улар барыһы ла үлемһеҙ ҡаһарманлыҡ күрһәткән. Беҙ улар алдында баш эйәбеҙ, – тип ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов сығыш яһағандан һуң, бер минут тынлыҡ иғлан итте һәм автоматтарҙан залп бирелде.

Салауат хакимиәте башлығы стипендиаты, пионер-инструктор, Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте лидеры Роман Трунов, был бөйөк көн хәтер, шатлыҡ һәм ғорурлыҡ көнө лә, тип иҫәпләй.
«Йәш армия» Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик хәрәкәте исеменән ҡалабыҙҙың йәш армеецы Полина Шершукова һүҙ алды:

– Хөрмәтле ветерандар, Еңеү көнөндә һеҙгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Һеҙҙең ҡыйыулығығыҙ, намыҫығыҙ, тоғролоғоғоҙ һәм Тыуған илегеҙгә булған һөйөү дошмандарҙы еңеп, азатлыҡ яуларға һәм Еңеү тәмен татырға мөмкинлек бирҙе. Беҙ, киләсәгебеҙ өсөн, һеҙҙең батырлыҡтарығыҙҙы мәңге иҫләргә бурыслыбыҙ!

Митинг бөтә ҡатнашыусыларҙың “Мәңгелек ут”ҡа сәскәләр һалыуы менән тамамланды.

Артабан ветерандар һәм тыл эшселәре, Еңеү Парадында ҡатнашыу өсөн, ретроавтомобилдәрҙә ҡалабыҙҙың төп майҙанына юлланды.
Парадты Салауат ҡалаһының хәрби комиссары, полковник Фәндәлиф Ниғмәтдинов ҡабул итте. Парад иҫәбен һәм рапортты подполковник Илдар Исламғолов тапшырҙы. Улар байрамға теҙелгән колонналарҙы сәләмләп һәм ҡотлап үтеп сыҡҡас, тантаналы митинг асыҡ тип иғлан ителде.
Ҡотлау телмәре менән ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов сығыш яһаны. Салауат халҡы метроном һуғыуы аҫтында, аяҙ күк йөҙө, киләсәк өсөн көрәшкән батырҙарҙы иҫкә алды.

Ветерандар исеменән митингта Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Салауат ҡалаһының Почетлы гражданы Таис Ғөбәй улы Колышев сығыш яһаны.

– Бөйөк Еңеү көнөндә беҙҙе шатлыҡ һәм ҡайғы тойғолары ялмап ала. Илде фашистарҙан яҡлаусылар һәм һуғыш осоронан һуң тылда эшләүселәр алдында баш эйәбеҙ. Тыуған илде азат итеүселәр тураһында хәтер мәңге йәшәйәсәк. Байрам менән! – тине ул.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Владимир Пискарев та ҡотлауҙарға ҡушылды:

– Еңеүҙең 77 йыллығы менән ҡотлайым! Беҙҙең илебеҙ өҫтөндә бер ваҡытта ла ҡораллы самолеттар күтәрелмәүен һәм Ерҙә гел тыныс ҡына хеҙмәт булыуын теләйем, – тине һәм йәштәргә бағышлап шиғыр һөйләне.
Митингта 1-се гимназияның 11-се класс уҡыусыһы Ева Йыһангирова ҡатнашты. Уға һүҙ юҡҡа ғына бирелмәгән, ул бөтә Рәсәй, республика, ҡала конкурстары һәм олимпиадалары еңеүсеһе, үҙ хеҙмәте өсөн ике тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендияһына лайыҡ булған.

– Беҙ һеҙҙең тырышлыҡтарығыҙға тап төшөрмәҫкә, нәсихәттәрегеҙҙе үтәргә, йолаларығыҙҙы дауам итергә, тырышып уҡырға һәм илебеҙҙең бөйөклөгө һәм сәскә атыуы өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға һүҙ бирәбеҙ! – тине Ева.
Байрамдың киләһе өлөшө – тантаналы парад. Ул Фәндәлиф Ниғмәтдиновтың командаһынан башланды. Тәүгеләрҙән булып майҙанға 2-се кадет мәктәбенең 11-се класс уҡыусыларынан торған байраҡ йөрөтөүселәр төркөмө сыҡты. Улар артынан теҙелгән колоннала мәктәптең ҡалған уҡыусылары атлай. Кадет мәктәбе уҡыусылары “Ватан кадеттары” хәрби-патриотик слетының, “Иң яҡшы кадет” республика конкурсының призерҙары һәм еңеүселәре булып тора. Мәктәп Афғанстанда хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Виктор Карпов исемен йөрөтә.

Парадты 1-се гимназия уҡыусылары дауам итте. Был уҡыу йорто - “Лихачев уҡыуҙары”, “Пушкин шәме” кеүек гимназияның визит картаһына әүерелгән йолалары менән данлы ҡалабыҙҙың иң иҫке уҡыу биналарының береһе.
Киләһе колоннала 2-се гимназия уҡыусылары үтте. Был белем биреү учреждениеһы Рәсәйҙең иң яҡшы – 500, Башҡортостандың иң яҡшы 30 мәктәбе исемлегенә ингән.

Парадта шулай уҡ 22-се мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Быйыл Октябрҙең 50 йыллығы стадионында йыл һайын үткәрелгән масштаблы патриотик акция – “Сафта йөрөү һәм хәрби йыр” ҡала смотр-конкурсында тап ошо мәктәп вәкилдәре конкурстың еңеүселәре булды.

Колонна составында яугир-интернационалистар, локаль конфликттар ветерандары һәм ҡатнашыусылары үтте. Хәрби дандың иң яҡшы йолаларын дауам итеп, илебеҙҙең дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлап, меңәрләгән һалдат һәм офицерҙар еңел булмаған хеҙмәт алып барған. Яугир-интернационалистарҙың һәм локаль конфликтарҙа ҡатнашыусыларҙың батырлығы Рәсәй тарихында патриотизм, Ватанға хеҙмәт итеү һәм ҡыйыулыҡ өлгөһө булараҡ һаҡланып ҡалыр.

Тигеҙ рәттәр менән Федераль яза башҡарыу системаһы учреждениелары хеҙмәткәрҙәре үтте, улар Рәсәй граждандарының конституцион хоҡуҡтарын һаҡлауға һәм үтәүгә тос өлөш индерә.
Парад колонналарында Салауат медицина колледжы студенттарын да күрергә мөмкин ине. Был уҡыу йорто 11 000-дән ашыу юғары квалификациялы урта звено белгестәрен әҙерләгән.

Улар артынан Салауат индустриаль колледж студенттары килә. Колледж ҡалабыҙҙың сәнәғәт компаниялары һәм предприятиеларына яҡшы белемле белгестәр һәм хеҙмәткәрҙәр әҙерләй.
Киләһе колоннала – Салауат механик-төҙөү колледжы студенттары. Был белем усағы 60 йыл буйына ҡала, республика төҙөлөш һәм сәнәғәт ойошмаларын профессиональ кадрҙар менән тәьмин итә.
Колоннаны “Йәш армия” Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәтенең Салауат штабы ҡатнашыусылары япты.

Артабан машиналар парады башланды. Быйыл, ғәҙәттәгесә, ЗИЛ, ГАЗ-21, ГАЗ-67, ГАЗ М-20 “Победа” автомобилдәренән торған колонналар булманы. Әммә салауаттарҙы икенсе төрлө “Еңеү беҙҙеке буласаҡ”, “Моряктар батырлығы”, “Ялан госпитале”, “Ура, Еңеү!”, “Халыҡтар дуҫлығы”, “Һәр ваҡыт тыныслыҡ булһын”, “Балалар сәнғәте”, “Беҙҙең ҡала – Салауат” тематикаларына ярашлы биҙәлгән театрлаштырылған сағыу машиналар ҡыуандырҙы. Хатта “Фронт концерт бригадаһы” машинаһы ла бар ине. Әлбиттә, сөнки һалдатты яу яланында йыр һәр ваҡыт оҙатып барған, ул фронт тормошо ауырлыҡтарын үтергә, яугирҙарҙың рухын күтәрергә, уларҙы берләштерергә ярҙам иткән.
Йола буйынса, тантаналы парад сағыу концерт менән тамамланды.
Халыҡтың көтөп алған байрам өлөшө – “Үлемһеҙ полк”. Коронавирус пандемияһы сәбәпле, ике йыл был акция кисектерелгән ине. Ә теләүселәр тик онлайн форматта ғына ҡушыла алғайны. Быйыл был сикләүҙәр булманы һәм рәсәйҙәр традицион рәүештә, ҡулдарына Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы туғандарының портреттарын тотоп, “Үлемһеҙ полк”ка сыҡты. Ҡатнашыусылар иртә менән Матросов бульварында йыйыла башланы. Йола буйынса колонналар Беренсе май урамын һәм Ленин майҙанын урап үтте. Быйыл “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡалабыҙҙа 13 000 кеше ҡатнашырға теләк белдерҙе!

 

Алена Бизикина фотолары.

Автор:Назгуль Казакбаева
Читайте нас: