газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
13 Май 2022, 15:00

Мәңге хәтерҙә, мәңге дан!

8 май Салауатта Хәтер һәм рәхмәт белдереү көнө булараҡ билдәләнә. Был көндө мемориаль комплекстарҙа, һәйкәлдәр янында митингтар үтә, Советтар Союзы һәм Рәсәй Геройҙарының ҡәберҙәренә сәскәләр һалына. Унда мәртәбәле ҡунаҡтар, ҡаланың Почетлы граждандары, ҡала Советы депуттары, ҡала хакимиәте һәм башҡа ведоство, ойошма, учреждениелар вәкилдәре ҡатнаша. 

Мәңге хәтерҙә, мәңге дан!
Мәңге хәтерҙә, мәңге дан!
Иң тәүҙә салауаттар ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында урынлашҡан “Һуғыш этаптары” мемориаль комплексы янында йыйылды. 
- Бөгөн беҙ Тыуған илде, уның азатлығын һаҡлаусыларҙы иҫкә алабыҙ. Совет халҡы өсөн Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү ҙур юғалтыуҙар менән яулана, дүрт йыл дауамында 27 миллиондан ашыу кешенең ғүмере өҙөлә. Еңеүселәр алдында беҙ бурыслы, Еңеү яулаусыларҙың барыһына ла ихтирам күрәһтергә, уларҙы иҫләргә бурыслыбыҙ, - тип сығыш яһаны ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов. 
“Һуғыш этаптары” мемориаль комплексы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Таис Колышев башланғысы менән төҙөлә. Быйыл унда ошо комплекстың кем арҡаһында барлыҡҡа килеүен иҫкә төшөрөп тороусы алтаҡта ҡуйылған. Митингта ветеран үҙе лә ҡатнашты. 
- Еңеү көнөн ике төрлө хис, шатлыҡ һәм күҙ йәштәре менән ҡаршы алабыҙ. Кеше тураһында хәтер мәңге йәшәргә тейеш, шуға күрә лә ошондай мемориаль комплекстар төҙөлә, - тине Таис Ғөбәй улы. 
Бөйөк Еңеү көнө уңайынан ҡотлау телмәре менән Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров сығыш яһаны. 
- Беҙ илебеҙ геройҙарын күрә алыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар сафы һирәгәйә. Башҡортостандан 285 Советтар Союзы Геройы, шуларҙың өсәүһе Салауаттан: Сухоруков, Бекетов һәм Әхтәмов. Киләсәк быуын илебеҙ өсөн кем азатлыҡ яулауын бер ҡасан да онотмаҫ, тип уйлайым, - тине Зариф Закир улы.  
Маршруттың икенсе пункты - Муса ҡасабаһында, Балаларҙың техник ижады үҙәге алдында урынлашҡан стела. Ул Аллағыуат, Бәләкәй Аллағыуат, Яңы Петровка, Ҡыҙыл-ауыл, Артель-күс, Юрматы, Ирек, Бәләкәй Муса, Ҡарлыкүл, Берлек, Юпитер, Желанный, Ҡоҙаҡай, Константиновка, Ромадановка ауылдары яугирҙарына арнала.   
- 9 май - Рәсәй өсөн изге байрам. Беҙ совет һалдатының, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың ҡулдарына ҡорал тотоп Тыуған илебеҙҙе дошмандарҙан һаҡлау өсөн намыҫ менән хәрби бурыстарын үтәүҙәрен яҡшы аңлайбыҙ һәм улар алдында баш эйәбеҙ, - тине ҡаланың хәрби комиссары Фәндәлиф Ниғмәтдинов. 
Балалар (үҫмерҙәр) техник ижады үҙәге тәрбиәләнеүселәре тамашаны рухлы шиғыр, йыр менән биҙәне.  
8 май көндө Советтар Союзы һәм Рәсәй Геройҙары ҡәберҙәренә сәскәләр ҙә һалына. Иң тәүҙә Советтар Союзы Геройы Алексей Сухоруков иҫкә алынды. 
- Салауат ҡалаһы Геройы Алексей Сухоруков ҡәберенә йыл да йыйылабыҙ. Ул һуғыштан ҡайтҡас йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләүҙә ярҙам итте. Бөгөн ҡалала 16 ветеран тере һәм ҡала хакимиәтенә уларға хөрмәт күрһәтеп тороуы өсөн рәхмәт, - тине ҡала ветерандары советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина.  
Советтар Союзы Геройы Василий Бекетов ҡәберенә сәскә һалғанда: 
- Василий Бекетов  - ул беҙҙең ғорурлыҡ, Тыуған иле, яҡындары өсөн ғүмерен бирергә әҙер булған кешеләрҙең береһе булған, - тип билдәләп үтте ҡала Советы депутаты, “Йыл кешеһе” премияһы еңеүсеһе Сергей Данилов. 
Шулай уҡ Рәсәй Геройы Владимир Трубановтың ҡәберенә лә сәскәләр һалынды. 
- Владимир Трубанов хәрби дуҫтары өсөн үҙ ғүмерен аямай, ул бер шикләнеүһеҙ батырлыҡҡа бара. Беҙҙең быуын уның ҡаһарманлығын онотмаясаҡ, - тине Чечня республикаһындағы хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусы, “Йәш армия” Бөтә Рәсәй патриотик хәрәкәттең урындағы бүлек штабы етәксеһе Альберт Рәхимов. 
Мәртәбәле ҡунаҡтар, ветерандар һәм хәрби-интернационалистар менән автобустар кортежы һуңынан “Юрматы ере” мемориаль комплексына килде. Бында Еңеү көнө уңайынан тантаналы митинг уҙҙы.
- Был байрам беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың рух ныҡлығы, халыҡтың берҙәмлеге бөтә иң ауыр ҡаршылыҡтарҙы ла еңеп сығырға һәләтле булыуын иҫбатлай. Һуғышта ҡатнашыусылар һәм тыл хеҙмәтсәндәре беҙгә Тыуған илебеҙҙең матурлыҡтары менән һоҡланып йәшәү, тормошҡа шатланып, балалар үҫтереү мөмкинлеге бүләк итте, беҙ быны бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ, - тине үҙенең сығышында ҡала Советы рәйесе Лариса Давыдова.  
Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров Башҡортостандан һуғышта 700 меңдән ашыу кеше ҡатнашып, күптәренең яу яланында ятып ҡалыуы, Аллағыуат ауылынан армияға алынып, 19 йәшендә генә батырҙарса һәләк булған Хәсән Әхтәмов хаҡында “Тамыр” телеканалының документаль фильм төшөрөүе хаҡында билдәләп үтте.  
- Беҙ “Юрматы ере” мемориаль комплексында 19 тапҡыр йыйылабыҙ, киләһе йылда комплексҡа 20 йыл була. Был беҙгә лайыҡлы осрашыу урыны. Еңеү көнө - Ватаныбыҙҙың, халҡыбыҙҙың хәрби һәм хеҙмәт даны символы, - тине “Аллағыуат” төбәк ойошмаһы рәйесе Фәнит Ханмырҙин. 
Сарала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Никофор Елисеев ҡатнашты. Ул һуғыш хәтирәләре менән бүлеште. 
 
Автор фотоһы. 
Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: